Асҡын районы флагы

Асҡын районы флагыБашҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районы символдарының береһе.

Асҡын муниципаль районы флагы
Асҡын районы
Башҡортостан Республикаһы
Рәсәй Федерацияһы

Раҫланған

10 июль 2006[1]

Пропорция

2:3

ДГР номеры

2952[2]

Флагтың авторы

Айрат Усманов

Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 10 июлендәге 95-се һанлы ҡарары менән раҫланған.

Башҡортостан Республикаһында Дәүләт символика регистрына 037 регистрацион номер бирелеп индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына 2952 регистрацион номер бирелеп индерелгән.

Флагтың авторы – Айрат Усманов.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Флаг дүртмөйөшлө йәшел келәм булып тора, уның киңлегенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте — 2:3. Үҙәгендә алтын (һары) төҫөндә ҡулса төшөрөлгән, ул ҡояш йөрөшөнә ҡаршы йүгергән тулҡындар сифатындағы орнаменттың йәшел ҡулсаһы менән биҙәлгән. Ҡулса эсендә уртаһы тишелгән ромб формаһында алтын тамға төшөрөлгән, ул юғарыға табан ике түңәрәйтелгән үҫентеләр менән тамамлана.

Символиканың нигеҙҙәре үҙгәртергә

Асҡын районының флагы — район географияһын, иҡтисадын, тарихи үҫешен һәм тормошоноң рухи даирәһен стилләштереү аша сағылдырған рәсми айырым билдә. Район иҡтисады аграр һәм урман сәнәғәте йүнәлешле. Район урман һәм ауыл хужалығы биләмәләренең, тәбиғи ресурстарының байлығы менән айырыла һәм республикала экологик яҡтан иң таҙаларының береһе булып тора. Шунлыҡтан флагтың төп төҫө йәшел булып тора. Шул уҡ ваҡытта йәшел төҫ — муллыҡтың, өмөттөң, иректең һәм мәңгелек тормоштоң символы.

Флагтың үҙәгендә — соляр орнаменталь түңәрәк һәм уның эсендәге ырыу билдәһе тамға. Алтын тамға символик рәүештә хәҙерге район территорияһында борондан йәшәгән халыҡтарҙың тарихын символик рәүештә сағылдыра. Бер үк ваҡытта был соляр түңәрәк үҙәгендә урынлашҡан билдә райондың элекке, хәҙерге һәм киләсәк быуындарының бәйләнешен символлаштыра. Флагтағы түңәрәк шулай уҡ районда йәшәгән һәм үҙҙәрен асҡындар тип ғорур атаған халыҡтың дуҫлығын, сплоченность, күп милләтлеген символлаштыра.

Башҡорт милли орнаменты халыҡтар тормош-көкүрешенең игенселек нигеҙен символлаштыра һәм флагта ғүмерҙең һәм муллыҡтың идеограммаһы булып тора. Дөйөм алғанда үҙәк фигура райондың тарихи үҫешен, тормоштоң мәңгелеген һәм алға хәрәкәтте сағылдыра. Флаг элементтарының алтын төҫө байлыҡты, муллыҡты һәм сәскә атыуҙы символлаштыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Решение Совета муниципального района Кигинский район Республики Башкортостан от 10.07.2006 № 95
  2. Внесён в Государственный регистр символики в Республике Башкортостан под № 037

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа, 2007. — С. 101—104.