Аҫау (Ҡуғанаҡ ҡушылдығы)

(Асава битенән йүнәлтелде)

Аҫау (рус. Асава)— Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәләрендә аға. Ҡуғанаҡ ҡушылдығы. Йылға системаһы: Аҫау → Ҡуғанаҡ → АғиҙелКамаВолга[1]. Йылға оҙонлоғо 31 км, бассейны майҙаны 188 км² тәшкил итә.

Аҫау
Ҡайҙа ҡоя Ҡуғанаҡ
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 188 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 130 метр
Оҙонлоҡ 31 km
Карта

«Рощинский» совхозы һәм ҙур ауыл Ҡырмыҫҡалы эргәһенән аға. Аҫау йылғаһын Р-314 федераль трассаһы киҫеп үтә. Аҫау йылғаһының яр буйында ете тораҡ пункт урынлашҡан: Ауырғазы районының Аҫаубаш һәм Семёнкин ауылдары һәм Стәрлетамаҡ районының Садовка, Талас, Аҫау-Зубов, Рощинский ауылдары.

Атамаһы үҙгәртергә

1)Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә аҫау һүҙенә (аҙау һүҙенең диалект варианты) оҙаҡ һаҡланған һәм шуның һөҙөмтәһендә иҫкергән нәмә тигән аңлатма бирә. 2)"Словарь топонимов Республики Башкортостан" авторы А. А. Камалов гидронимдың «аҫау» ­ асы тигән һүҙҙән килеп сығыуы мөмкин тип иҫәпләй, йәғни тоҙлораҡ һыулы Аҫау. 3)Аҫауйылға-Уҫалйылға (асыулы, уҫал йылға) тигән аңлатма ла бар. Элек йылға тулы һыулы, шәп ағымлы булған, ташҡан ваҡытта кешеләргә күп зыян килтергән. «Аҫау»­ «теҙгенһеҙ», «үҙ һүҙле, кире» («ҡулға эйәләштерелмәгән», мәҫәлән: ҡулға эйәләштерелмәгән айғыр)[1].

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Охлебино һыу үлсәү посына тиклем, Эҫем йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200712111100018449

— Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101844

— Бассейн коды — 10.01.02.007

— Гө буйынса томы — 11

— Гө буйынса сығарылыш — 1

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

— Аҡбатыр

— Буҙай

— Бүреҡаҙған (Ҡуғанаҡ ҡушылдығы)

— Гранлей

— Ҡамышлы

— Урман

— Тәғзимә

Топографик картаһы үҙгәртергә

Лист карты N-40-76 Ишпарсово. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. KIIQ: N2501 / Асава. rusreise.de (16 ғинуар 2010). Дата обращения: 13 апрель 2019. Архивировано из оригинала 11 февраль 2013 года. 2013 йыл 11 февраль архивланған.
  2. 2,0 2,1 Государственный водный реестр РФ: Асава. Архивировано 16 июль 2012 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә