Артемьев Ринат Александрович

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты

Артемьев Ринат Александрович (20 июль 1958 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, "АЖИО" финанс компанияһының президенты. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 48-се Нева һайлау учаткаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты [1]. Милләте — татар.

Артемьев Ринат Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 июль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Ермолаевка
Һөнәр төрө инженер
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Ринат Александрович Артемьев 1958 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Күмертау районы Ермолаевка ҡасабаһында донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килә.

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлай.[2]

1980 йылда, университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын Нефть химияһы фәнни-тикшереү институтында инженеры булып эшләй башлай, йәмәғәт эшендә актив ҡатнаша.

1983 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районыкомсомол райкомының икенсе секретары итеп һайлана.

1983-1985 йылдарҙа Совет Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында нефтехимия фәнни-эҙләнеү институтының бүлек начальнигы булып эшләй башлай.

1993 йылдан "АЖИО" финанс компанияһының президенты вазифаһын башҡара[3].

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 48-се Нева һайлау учаткаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ғаиләһендә бер ул үҫтергән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 12 созыв (БАССР)
  2. Артемьев Ринат Александрович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.

Һылтанмалар үҙгәртергә