Антышев Александр Николаевич

тел белгесе

Антышев Александр Николаевич (20 февраль 1942 йыл) — тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2002).

Антышев Александр Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 февраль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Оло Теләк, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө лингвист, преподаватель лингвистики
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Николаевич 1942 йылдың 20 февралендә БАССР-ҙың Оло Теләк районы Ҡыҙыл Октябрь ауылында (хәҙер Башҡортостандың Иглин районы Оло Теләк ауылы) тыуған[1].

Башҡорт дәүләт университетын 1964 йылда тамамлай һәм шунда уҡ хеҙмәт юлын башлай.

1977 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институтында — немец теле кафедраһы мөдире, 1987—1996 йылдарҙа — сит телдәр факультеты деканы. 1982—1986 йылдарҙа Лейпциг һәм Эрфурт педагогия институттарында (Германия) уҡыта. 1998 йылдан башлап Башҡорт дәүләт авиация институтында эшләй (2003 йылға тиклем — немец теле кафедраһы мөдире)[1].

Фәнни тикшеренеүҙәре сағыштырма тел ғилеме проблемаларына, немец телендә һәм урыҫ телендә антропонимдарҙы өйрәнеүгә арналған.

60-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Төп фәнни хеҙмәте: Имена. Немецкие антропонимы. Уфа, 2001[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә