Андриевский Александр Леонидович
Андриевский Александр Леонидович (бел. Аляксандр Леанідавіч Андрыеўскі; 10 август 1968 йыл) — СССР һәм Беларусь хоккейсыһы. Беларусь Республикаһының атҡаҙанған спорт мастеры. Континенталь хоккей лигаһында Новосибирскиҙың «Себер» хоккей клубының баш тренеры.
Александр Леонидович Андриевский | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Позиция |
Һөжүм итеүсе | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
196 см | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
96 кг | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
Уң | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
1991 йылда Чикаго Блэкхокс клубы менән 220-се һан аҫтында һайлана | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тренер карьераһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уйынсы карьераһы
үҙгәртергәАлекса́ндр Леони́дович Андрие́вский 1968 йылдың 10 авгусында Минск ҡалаһында тыған. 16 йәшенән урындағы «Динамо» хоккей командаһында һөжүмсе сифатында спортсы карьераһын башлай. Алты йылдан Мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубына күсә.
1991 йылда Александрҙы Милли хоккей лигаһының драфтында «Чикаго Блэкхокс» командаһы алтынсы раундта 220-се һан аҫтында һайлай. Мәскәүҙә бер ярым миҙгел уйнағас, Төньяҡ Америкаға күсә. 1992/1993 йылдар миҙгелендә «Чикаго Блэкхокс» өсөн бер уйында ғына ҡатнаша, ә фарм-клубта, Интернациональ хоккей лигаһында ҡатнашҡан «Индианополис Айс» командаһында, 66 уйын уйнай. 1993/94 миҙгелдә «Индианополис Айс» өсөн дүрт уйын үткәргәс, шул уҡ лигалағы «Каламазу Вингз» командаһына күсә. Был командалағы миҙгел Александр өсөн Төньяҡ Америкалағы һуңғыһы булды. Артабан дүрт йыл ул Финляндияның ХПК хоккей клубында уйнай, һуңыраҡ Германия һәм Италия клубтары өсөн сығыш яһай. Карьераһын тамамлар алдынан Мәскәү өлкәһе Воскресенск ҡалаһының «Химик», шулай уҡ Белоруссияла «Гомель» һәм «Динамо» (Минск) командаларында уйнай.
Белоруссия йыйылма командаһы өсөн 1994—2003 йылдарҙа сығыш яһай, уның составында составында 1998 һәм 2002 йылдарҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында һәм 1995—2001 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында ҡатнаша. Бөтәһе 81 уйын үткәрә, 63 (25+38) мәрәй йыя, 74 минут штраф ала. Оҙаҡ ваҡыт йыйылма команданың капитаны була.
Уйынсы статистикаһы
үҙгәртергәКлубтар буйынса
үҙгәртергәДаими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | У | Г | П | М | Штр | ||
1984-85 | Динамо-Минск | СЧ | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | ||
1985-86 | Динамо-Минск | СЧ | 11 | 3 | 4 | 7 | 4 | — | — | — | — | — | ||
1986-87 | Динамо-Минск | СЧ | 38 | 3 | 5 | 8 | 39 | — | — | — | — | — | ||
1987-88 | Динамо-Минск | СЧ | 50 | 2 | 5 | 7 | 20 | — | — | — | — | — | ||
1988-89 | Динамо-Минск | СЧ | 7 | 1 | 1 | 2 | 2 | — | — | — | — | — | ||
1989-90 | Динамо-Минск | СЧ | 47 | 16 | 12 | 28 | 32 | — | — | — | — | — | ||
1990-91 | Динамо Мәскәү | СЧ | 44 | 9 | 8 | 17 | 28 | — | — | — | — | — | ||
1991-92 | Динамо Мәскәү | СЧ | 31 | 9 | 8 | 17 | 14 | — | — | — | — | — | ||
1991-92 | Фрибур-Готтерон | NLA | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | ||
1992-93 | Индианополис Айс | ИХЛ | 66 | 26 | 25 | 51 | 59 | 4 | 2 | 3 | 5 | 10 | ||
1992-93 | Чикаго Блэкхокс | МХЛ | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | ||
1993-94 | Индианополис Айс | ИХЛ | 4 | 0 | 1 | 1 | 2 | — | — | — | — | — | ||
1993-94 | Каламазу Вингз | ИХЛ | 57 | 6 | 22 | 28 | 58 | 1 | 0 | 0 | 0 | 2 | ||
1994-95 | Тивали Минск | БЭЛ | 10 | 11 | 7 | 18 | 0 | — | — | — | — | — | ||
1994-95 | ХПК | SM-l | 17 | 8 | 9 | 17 | 18 | — | — | — | — | — | ||
1995-96 | ХПК | SM-l | 43 | 18 | 15 | 33 | 75 | 9 | 7 | 1 | 8 | 4 | ||
1996-97 | ХПК | SM-l | 42 | 17 | 28 | 45 | 26 | 10 | 2 | 4 | 6 | 2 | ||
1997-98 | ХПК | SM-l | 25 | 7 | 9 | 16 | 22 | — | — | — | — | — | ||
1998-99 | Больцано | АS | 2 | 0 | 0 | 0 | 4 | — | — | — | — | — | ||
1998-99 | Крефельд Пингвин | DEL | 13 | 5 | 4 | 9 | 8 | 4 | 0 | 1 | 1 | 6 | ||
1999-00 | Риверловен | DEL | 31 | 13 | 18 | 31 | 40 | 12 | 10 | 3 | 13 | 4 | ||
1999-00 | Нивьед | 2.GBun | 17 | 10 | 10 | 20 | 12 | — | — | — | — | — | ||
2000-01 | Риверловен | DEL | 56 | 11 | 13 | 24 | 28 | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
2001-02 | Химик | РЧЮЛ | 35 | 7 | 18 | 25 | 22 | 14 | 7 | 7 | 14 | 8 | ||
2002-03 | Химик | РЧЮЛ | 16 | 2 | 5 | 7 | 34 | — | — | — | — | — | ||
2002-03 | Фрайбург | 2.GBun | 15 | 9 | 4 | 13 | 4 | 11 | 2 | 1 | 3 | 31 | ||
2003-04 | Гомель | БЭЛ | 32 | 14 | 14 | 28 | 16 | 9 | 3 | 1 | 4 | 0 | ||
2004-05 | Динамо Минск | БЭЛ | 40 | 8 | 15 | 23 | 46 | 14 | 7 | 7 | 14 |
- Иҫкәрмәләр: У — уйын; Г — гол; П — һөҙөмтәле пас; М — мәрәйҙәр; Штр — штраф минуттары; СЧ — Советтар Союзы чемпионаты; ИХЛ — Интернациональ хоккей лигаһы; МХЛ — Милли хоккей лигаһы; SM-L — SM-Liiga; DEL — Немец хоккей лигаһы; 2.GBun — Хоккей буйынса икенсе Бундеслига; РЧЮЛ — Рәсәй чемпионатының юғары лигаһы; БЭЛ — Белоруссия экстралигаһы; AS — Хоккей буйынса Италия А серияһы; NLA — Щвейцария хоккей лигаһы
Йыйылма командала
үҙгәртергәМиҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | Һөҙөмтә | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1994-95 | Белоруссия | СДЧ | 4 | 1 | 1 | 2 | 6 | Беренсе урын | ||||||
1995-96 | Белоруссия | ВДЧ | 7 | 4 | 6 | 10 | 8 | Өсөнсө урын | ||||||
1996-97 | Белоруссия | ВДЧ | 6 | 5 | 7 | 12 | 8 | Беренсе урын | ||||||
1997-98 | Белоруссия | ОУК | 7 | 4 | 8 | 12 | 0 | Олимпиадаға эләктеләр | ||||||
1997-98 | Белоруссия | ОУ | 6 | 1 | 2 | 3 | 8 | Сирекфинал | ||||||
1997-98 | Белоруссия | ДЧ | 6 | 1 | 3 | 4 | 12 | Һигеҙенсе урын | ||||||
1998-99 | Белоруссия | ДЧ | 6 | 2 | 0 | 2 | 2 | Туғыҙынсы урын | ||||||
1999-00 | Белоруссия | ДЧ | 3 | 1 | 2 | 3 | 2 | Туғыҙынсы урын | ||||||
2000-01 | Белоруссия | ОУК | 3 | 1 | 0 | 1 | 0 | Олимпиадаға эләктеләр | ||||||
2000-01 | Белоруссия | ДЧ | 6 | 1 | 1 | 2 | 6 | 15-се урын | ||||||
2001-02 | Белоруссия | ОУ | 9 | 0 | 0 | 0 | 0 | Дүртенсе урын |
- Иҫкәрмәләр: ДЧ — Донъя чемпионаты; СДЧ — «С» төркөмөндә донъя чемпионаты; ВДЧ — «В» төркөмөндә донъя чемпионаты; ОУ — Олимпия уйындары; ОУК — Олимпия уйындарына квалификация
Тренер карьераһы
үҙгәртергәАлександр Андриевский тренер карьераһын 2008 йылда «Гомель» хоккей клубының баш тренеры булараҡ башлай. Шул командала ул 2009 йылдың 21 октябренә тиклем эшләй, артабан «Динамо» (Минск) хоккей клубын етәкләй[1]. 2011 йылдың апрель айынан башлап ошо команданың баш тренеры Марек Сикораның ярҙамсыһы эшенә күсә. 2012 йылдың 12 октябрендә Александр команданы етәкләй[2]. 2013 йылдың 23 ноябрендә, алты уйын дауамында еңелгәс, Александр Андриевскийҙы отставкаға ебәрәләр, ә уның урынына Любомир Покович килә[3]. Ул оҙаҡ эшһеҙ ултырмай һәм 2013 йылдың 13 декабрендә «Юность Минск» хоккей клубында баш тренер ярҙамсыһы урынына килә. 2014 йылдың 23 октябрендә «Гомель» хоккей клубының баш тренер вазифаһына килә.
2009—2013 йылдарҙа Андриевский хоккей буйынса Белоруссия йыйылма командаһында баш тренерҙың ярҙамсыһы булып эшләй. Ошо вазифала ул 2010—2013 йылдарҙағы Донъя чемпионаттарында һәм Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарына квалификацияла ҡатнаша.
2014/2015 йылдар миҙгеле тамамланғас Александр «Адмирал» хоккей клубын етәкләй[4]. Миҙгелдең күберәк өлөшөндә «Адмирал» конференцияһында бишенсе бара, әммә иң аҙағында алтынсы урынға төшә. Андриевский команданы плей-офф уйындарына сығара. Тәүге раундта «Себер» хоккей клубына биш уйында отола. 2016/2017 йылдар миҙгелендә «Адмирал» иң һуңғы мәлдә генә плей-офф зонаһына эләгә. Был КХЛ-да тәү тапҡыр Алыҫ Көнсығыштан команда ике йыл рәттән плей-оффҡа эләгә алған тәүге хәл була. Гагарин кубогы конференциялар сирекфиналында Владивосток командаһы алты уйында омскиҙан «Авангард» хоккей клубына еңелә һәм миҙгелде тамамлай. Команда өсөн чемпионат бөткәс тә үк Андриевскийҙың командала ҡалыуы билдәле була[5]. 2017/2018 йылдар миҙгелен «Адмирал» бик насар башлай, 19 уйындың дүртәүһен генә еңә һәм 17 мәрәй йыя. 19-сы уйындан һуң Андриевский отставкаға ебәрелә.
2018 йылдың 15 сентябрендә Андриевский Новосибирскиҙан «Себер» хоккей клубының баш тренеры итеп ҡуйыла[6].
Тренер статистикаһы
үҙгәртергә- Был таблицала баш тренер булған саҡ
Бында КХЛ клубтары ғына
Һуңғы яңыртыу 2016 йылдың 3 мартына
Команда | Турнир-миҙгел | Даими миҙгел | Плей-офф | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
И | Е | ӨВЕ/БСЕ | ӨВО/БСО | О | М | Һөҙөмтә | Е | О | Һөҙөмтә | ||
Динамо Минск | КХЛ 2009-10 | 41 | 11 | 5 | 2 | 23 | 45 | Көнбайышта 11-се | Эләкмәнеләр | ||
Динамо Минск | КХЛ 2012-13 | 36 | 13 | 5 | 4 | 14 | 53 | Көнбайышта 10-сы | Эләкмәнеләр | ||
Динамо Минск | КХЛ 2012-13 | 28 | 6 | 1 | 4 | 17 | 24 | Ҡыуыла | |||
Адмирал | КХЛ 2015-16 | 60 | 25 | 8 | 4 | 23 | 95 | Көнсығышта 6-сы | 1 | 4 | Конференциялар сирекфиналы |
Адмирал | КХЛ 2016-17 | 60 | 24 | 3 | 8 | 25 | 86 | Көнсығышта 7-се | 2 | 4 | Конференциялар сирекфиналы |
Адмирал | КХЛ 2017-18 | 19 | 3 | 2 | 4 | 10 | 17 | Ҡыуыла |
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергәУйынсы булараҡ
үҙгәртергә- СССР чемпионы (1991).
- БДО чемпионы (1992).
- Белоруссия чемпионы (1995).
- Финляндия чемпионатының бронза миҙалисы (1997).
- СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1986).
- Белоруссияның иң яҡшы хоккейсыһы (1996).
- «Прессбол» гәзите үткәргән һорауҙарға яуаптар алыу буйынса Белоруссияның XX быуаттағы иң яҡшы хоккейсыһы.
Тренер булараҡ
үҙгәртергә- Шпенглер кубогы яулаусы (2009).
- Белоруссия чемпионатының көмөш миҙалын алыусы (2009).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Андриевский официально возглавил минское «Динамо»
- ↑ Минское «Динамо» утвердило Андриевского на посту главного тренера(недоступная ссылка)
- ↑ Минское «Динамо» отправило в отставку главного тренера Андриевского
- ↑ Андриевский «Адмирал» командаһының яңы тренеры
- ↑ Андриевский продолжит работу с «Адмиралом» в следующем сезоне, Бобков, Блум, Бартулис, Райт и Саболич останутся в команде
- ↑ «Себер» хоккей клубы рәсми сайты. Александр Андриевский стал новым главным тренером «Сибири» . Чемпионат.com (15 сентябрь 2018).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Мир хоккея Беларуси» сайтында профиле
- Александр Андриевский — The Internet Hockey Database сайтында статистика (инг.)
- Александр Андриевский — European Ice Hockey Online AB сайтында статистика (инг.)
- Рәсәй чемпионаттарында сығыш яһауҙарының статистикаһы «Глобал Спорт Консалтинг» сайтында 2013 йыл 5 октябрь архивланған.
- «Динамо» Москва хоккей клубының тарихы сайтында профиле