Сөләймәнов Әнүәр Зөфәр улы

журналист, яҙыусы
(Анвар Сулейманов битенән йүнәлтелде)

Сөләймәнов Әнүәр Зөфәр улы (6 сентябрь 1954 йыл) — хеҙмәт ветераны, журналист, яҙыусы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Бишбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге һәм Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге премиялары лауреаты.

Сөләймәнов Әнүәр Зөфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы, Бишбүләк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны «Өмөт» һәм «Ҡыҙыл таң» гәзите

Биографияһы

үҙгәртергә

Әнүәр Зөфәр улы Сөләймәнов 1954 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1972 йылда урта мәктәп тамамлай һәм саҡырыу буйынса Совет Армияһында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.

1980 йылда юғары белем алған йәш белгес тыуған районының «Светлый путь» — «Яҡты юл» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып үҙаллы эш башлай.

1981 йылдан — Бишбүләк район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире. Мәскәүҙә РСФСР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Етәксе һәм ижади хеҙмәткәрҙәрҙең белемен күтәреү үҙәк институтында махсус курс тамамлай[1].

Артабанғы йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһындағы һөнәри-техник училище уҡытыусыһы.

1991—1996 йылдарҙа Өфөлә татар телендә нәшер ителгән «Өмет» республика йәштәр гәзитендә хәбәрсе һәм яңылыҡтар бүлеге мөдире булып эшләй[2].

1996—2005 йылдарҙа «Кызыл таң» республика гәзитенең хаттар, һуңынан яңылыҡтар бүлектәре мөдире, үҙ хәбәрселәр төркөмө етәксеһе, көнбайыш рйондар буйынса үҙ хәбәрсе була[2].

2011 йылдан «Ермекеевские новости» район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһын үтәй, баҫманың башҡорт телендә сыҡҡан «Етегән» ҡушымтаһын сығарыу өсөн яуаплы була[3].

Әҙәби ижады

үҙгәртергә

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Хәрби яҡташтарыбыҙ — илебеҙ ғорурлығы» («Военные-земляки — гордость страны»)[4].
  • Йондоҙҙар балҡышы (Сияние звезд) (2017)[5]
  • Ерҙәге йондоҙҙар (2010)
  • Думы о родной стороне (2005)
  • Вместе украсим этот мир (2002)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Светлые дороги Анвара Сулейманова (К 60-летию известного журналиста и писателя). Сайт «BezFormata.Com», 2014, 6 сентября (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 сентябрь 2019)
  2. 2,0 2,1 Светлые дороги Анвара Сулейманова (К 60-летию известного журналиста и писателя). ИА «Башинформ», 6 сентября 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 сентябрь 2019)
  3. Светлые дороги Анвара Сулейманова (К 65-летию известного журналиста и писателя). Кугарчинская ЦБС. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 сентябрь 2019)
  4. Башкирский журналист стал автором единственной книги о земляках-воинах. Сайт «Bash-news.ru», 22 сентября 2017 года 2019 йыл 23 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 сентябрь 2019)
  5. Союз журналистов России. Официальный сайт. Новости региональных СЖ. Мавлида Якупова. Герои книг журналиста Анвара Сулейманова продолжают свою жизнь. 23 августа 2017 года  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 сентябрь 2019)
  6. 6,0 6,1 Журналист Анвар Сулейманов награжден Почетной грамотой Госсобрания Башкортостана. ЖУРНАЛ@RB7.RU. Официальный сайт. 8 декабря 2011 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 сентябрь 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә