Амелия Андерсдоттер

Андерсдоттер Анна Амелия Матильда Катарина (швед. Anna Amelia Matilda Katarina Andersdotter; 30 август 1987 йыл, Швеция, Уппсала, Энчепинг) — швед сәйәсмәнде һәм 2009 йылда Швецияның Пират партияһы исемлеге буйынса Европа парламентына һайланған депутат.

Амелия Андерсдоттер
швед. Amelia Andersdotter
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция[1]
Тыуған көнө 30 август 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (36 йәш)
Тыуған урыны Уппсала[d], Уппсала[d], Уппсала[d], Швеция[1]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы рәйес[d], рәйес[d] һәм депутат Европейского парламента[d][2]
Уҡыу йорто Лундский университет[d]
Уппсала университеты[d][3]
Әүҙемлек урыны Страсбург һәм Брюссель
Сәйәси фирҡә ағзаһы Пиратская партия Швеции[d]
Электронная почта amelia.hp@andersdotter.cc[4]
Рәсми сайт ameliaandersdotter.eu
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 11 059
 Амелия Андерсдоттер Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Амелия Андерсдоттер Лунда йәшәй һәм һайлауҙар мәлендә Лунд университетында иҡтисад һәм испан телен[5] өйрәнә. 2007 йылдан 2010 йылдың мартына тиклем Пират партияһының Йәш пират Юный пират (ингл. Ung Pirat) йәштәр ойошмаһында халыҡ-ара координатор була.

Андерсдоттер партия исемлегендә Кристиан Энгстремдан ҡала икенсе килә һәм алынған тауыштары 2009 йылдың июнендә мандат алыуға етмәй. Әммә парламентта Лиссабон килешеүен яҡлап яһаған сығышынан һуң, Швеция Европарламентта өҫтәт ике урын алғас мандатҡа эйә була[6][7]. Ҡайһы бер илдәр Евросоюзға өҫтәмә депутаттарҙы шунда уҡ һайламағанлыҡтан, яңы 18 депутат, шул иҫәптән Андерсдоттер шунда уҡ парламенттағы урынын биләй алмай. Вазифаһына рәсми инеүе 2011 йылдың декабренә тура килә[8][9]. Андерсдоттер 21 йәшендә иң йәш һайланған, ә 24 йәшендә — Европарламенттың ғәмәлдәге иң йәш депутаты була[10].

Лунд университеты гәзитенә биргән интервьюһында белдереүенсә, Андерсдоттер депутат булып һайланғандан һуң эш хаҡының ниндәйҙер өлөшөн альтерглобалистик Attac Attac (ингл. Attac) хәрәкәтенә һәм «Халыҡ-ара амнистия»[11] хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһының Ordfront Ordfront нәшриәтенә күсерәсәген фаразлай.

Вазифаға инеүен көткән арала Андерсдоттер Бельгияға күсенә һәм унда Пират партияһы мәсьәләләре буйынса эшләй, Европарламент составында эшләргә әҙерләнә. Парламенттағы эшмәкәрлегендә Андерсдоттериғтибар йүнәлтәсәк мәсьәләләр араһында телекоммуникациялар өлкәһендә дәғүәселекте арттырыу мәсьәләһе лә бар. Был өлкәлә депутат төп проблемалар араһында вертикаль интеграцияланған телекоммуникацион компанияларға контроль етешмәүен билдәләй. Андерсдоттер контрафакцияға ҡаршы көрәш буйынса сауҙа килешеүенә әүҙем ҡаршы сығыш яһай[12].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Andersdotter, Anna Amelia Matilda Katarina // Sveriges befolkning 2000 (швед.)Sveriges Släktforskarförbund, 2020.
  2. http://www.europarl.europa.eu/meps/en/108570
  3. Hoffman R. LinkedIn (ингл.) — 2003.
  4. https://amelia.andersdotter.cc/
  5. In English — Amelia Andersdotter till Bryssel 2011 йыл 20 ноябрь архивланған.
  6. Balksjö, Jessica. Ung pirat på väg mot Bryssel (Swedish), Dagens Nyheter (13 июнь 2009). 20 ноябрь 2011 тикшерелгән. 2009 йыл 11 октябрь архивланған.
  7. Pirate Party Gets Second Seat in European Parliament | TorrentFreak
  8. EUobserver.com / Institutional Affairs / New MEPs include far right and youngest deputy
  9. Congrats to MEP Amelia Andersdotter! (14 ноябрь 2011). Дата обращения: 20 ноябрь 2011. Архивировано 4 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 23 июль архивланған.
  10. Pirate To Join European Parliament As Youngest Member | TorrentFreak
  11. «Amelia 2.0» from lundagard.se (Swedish), published June 1, 2009
  12. Daily Dot | The top 10 most influential Internet rights activists in 2012. Дата обращения: 17 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә