Алёша (һәйкәл, Пловдив)

«Алеша» — азат итеүсе совет һалдатына болгар ҡалаһы Пловдивтағы Бунарджик ҡалҡыулығында һәйкәл («Азат итеүселәр ҡалҡыулығы»).

Алёша
болг. Альоша
Рәсем
Дәүләт  Болгария
Административ-территориаль берәмек Пловдив
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Bunardzhik[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d]
Бейеклеге/буйы 10,5 метр
Карта
 Алёша Викимилектә

Тасуирлама үҙгәртергә

Һәйкәл 11,5 метр бейеклектә көнсығышҡа ҡарап торған совет һалдатының тимер-бетон скульптураһынан ғибәрәт. Уның ҡулында — ергә йүнәлгән ППШ.

Скульпторҙары: Вәсил Радославов, Любомир Далчев, Тодор Босилков һәм Александр Ковачев; архитекторы Н. Марангозов һ.б. Һәйкәл 1954 йылда ҡуйылған, 1957 йылдың 5 ноябрендә асылған.

Скульптура 6 метрлыҡ постаментҡа ҡуйылған, сиенит һәм гранит менән көпләнгән. Постамент «Совет армияһы дошманды туҡмай» (авторы Георгий Коц) һәм «Халыҡ совет яугирҙарын ҡаршы ала» (авторы Александр Занков) барельефтары менән биҙәлгән.

Ҙур майҙанда торған монумент янына, йөҙ баҫманан торған баҫҡыс алып бара (авторҙары — Борис Марков, Николай Марангозов, Петр Цветков). Һәйкәлде ҡаланың теләһә ниндәй нөктәһенән дә күрергә мөмкин.

Төҙөлөү тарихы үҙгәртергә

Пловдив халҡының совет яугирҙәре-азат итеүселәр хөрмәтенә монумент төҙөү идеяһы 1948 йылда уҡ тыуған була. Башланғыс тулыһынса, «аҫтан», халыҡтан сыға, бер ниндәй ҙә «өҫтән» тәҡдимдәр булмай. 1948 йылдың 9 майында совет һалдаттарына һәйкәл төҙөү буйынса Дөйөм ҡала инициативалы комитет булдырыла, уның составына йәмәғәт эшмәкәрҙәре, архитекторҙар, рәссамдар, яҙыусы һәм уҡытыусылар инә. Уны Пловдив хәрби гарнизоны начальнигы, генерал Асен Греков етәкләй. Шул уҡ көндә һәйкәлдең символик нигеҙе һалына.

Бер йылдан һәйкәл проектына конкурс иғлан ителә, унда ун ижади коллектив ҡатнаша. Комиссия ике вариантта туҡтап ҡала: «Ҡыҙыл батыр» һәм «Еңеү», уларҙың авторҙарына эшләп бөтөрүгә бер йыл ваҡыт бирелә. 1950 йылда комиссия Вәсил Радославов етәкселегендәге ижади коллективтың «Ҡыҙыл батыр» проектын һайлай. Буласаҡ һәйкәлдең урынында макетты төҙөү менән ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡлана. Авторҙарҙың ниәте буйынса монумент өс элементтан торорға тейеш була, әммә күк йөҙө фонында улар ҡушыла, һәм композиция үҙенең матурлығын юғалта. Шуға күрә тик яугирҙе генә ҡалдырырға ҡарар ителә. 1950 йылдың июнендә был вариант раҫлана.

Һәйкәл прототиптары үҙгәртергә

Һәйкәлдең прототибы булып 3-сө Украин фронтының рота рядовойы Скурлатов Алексей Иванович тора, ул элекке 922-се уҡсылар полкының 10-сы айырым саңғы батальоны уҡсыһы, ҡаты яраланғандан һуң элемтәсе булып күскән. 1944 йылда ул Пловдив-София телефон линияһын тергеҙгән. Пловдивта Алексей Иванович телефон станцияһы эшсеһе болгар Ҡаршылыҡ күрһәтеүҙең ҡатнашыусыһы Методи Витанов менән дуҫлаша. Методи Витанов скульптор Вәсил Родославовҡа Алексейҙың фотоһүрәтен бирә, һәм скульптор был һүрәткә нигеҙләнеп, һәйкәл булдыра[1].

Һәйкәл һүтергә маташыуҙар үҙгәртергә

Совет оккупацияһы символы кеүек һәйкәлде беренсе тапҡыр һүтергә маташыу пловдив община советы тарафынан 1989 йылда була. Әммә Пловдив халҡы һәйкәлде яҡлау саралары ойоштора, шул иҫәптән «Алеша» һәйкәле янында тәүлек әйләнәһенә дежур ҡуйыла; урындағы ҡатын-ҡыҙҙар «рус һалдатының» муйынына аҡ һәм ҡыҙыл ептәрҙән үрелгән ғәйәт ҙур мартеница (бетеү) — һаулыҡ һәм оҙон ғүмер символын[1] таға

Киләһе маташыу 1993 йылда була, Пловдив ҡалаһының мэры һәйкәлде һүтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был ҡарарға ҡаршы Болгарияның унлаған йәмәғәт ойошмалары ҡаршы сыға, ә Болгарияла йәшәгән урыҫ ветерандары төркөмө һәйкәлде юҡ итеү осрағында үҙ-үҙҙәрен шәхси утта яндырыу акты менән янай.

1996 йылда Пловдив община советы ҡабаттан монументты һүтеү ҡарарын ҡабул итә. Был ҡарар округ суды менән юҡҡа сығарыла. Монумент Икенсе донъя һуғышының һәйкәле һәм уны емереү мөмкин түгел тип, Болгарияның Юғары суды һуңғы нөктәне ҡуя.

Пловдив ҡалаһы символы үҙгәртергә

Файл:50-летие памятника Алёша (Болгария).jpg
Почта карточкаһы «Алеша» һәйкәлен төҙөүҙең 50 йыллығына арналған Болгарияның үҙенсәлекле маркаһы менән, 2007

1966 йылда шағир Константин Ваншенкин һәм композитор Эдуард Колмановский пловдив һәйкәленә арнап йыр яҙа, ул шулай уҡ «Алеша» тип атала. 1989 йылға тиклем был йыр Пловдив ҡалаһының рәсми гимны була.

Шағир Роберт Рождественский шулай уҡ монументҡа үҙенең «Пловдив ҡалаһында һалдат Алеша һәйкәле» шиғырын арнай.

2007 йылдың 5 ноябрендә Пловдивта «Алеша» һәйкәлен төҙөүҙең 50 йыллығына арналған тантана үтә. Был уңай менән 650 дана тираж юбилей маркаһы һәм почта карточкаһы сығарыла. Марка һәм карточка махсус штемпель менән ғәмәлдән сығарыла. Ғәмәлдән сығарыу тантанаһында элемтә һәм информацион технологиялары буйынса дәүләт агентлығы рәйесе Пламен Вачков һәм Пловдив администарцияһы башлығы Тодор Петков ҡатнаша.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Алёша (песня)
  • Памятник Советской армии (София)
  • Список памятников русским в Болгарии
  • Алёша (памятник, Мурманск)
  • Воин-освободитель

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Елена Чехова. «Братушка» Алёша // Аргументы и факты. — 2013. — № 17 (1694) за 24 апреля. — С. 68.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә