Төп менюны асырға

Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы

спортсы
(Алина Ҡабаева битенән йүнәлтелде)

Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы (12 май 1983 йыл) — Рәсәй спортсыһы (художестволы гимнастика), сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, менеджер. 2014 йылдың сентябренән алып — «Милли Медиа Төркөмө» холдингының директорҙар советы рәйесе[2]. 2016 йылдан «Спорт-Экспресс» ябык акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советын етәкләй[3].

Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Представляет страну в спорте Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 12 май 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (36 йәш)
Тыуған урыны СССР, Ташкент
Һөнәр төрө сәйәсмән, модель, художественный гимнаст
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты[d]
Тренер Ирина Александровна Винер-Усманова[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
орден «За заслуги перед Отечеством» IV степени Дуҫлыҡ ордены
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты[d]
Эш урыны Мәскәү ҡалаһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Масса 50 Килограмм
Спорт төрө нәфис гимнастика[d]
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], Йәйге Олимпия уйындары 2000[d], Художественная гимнастика на летних Олимпийских играх 2000 — индивидуальное многоборье[d] һәм Gymnastics at the 2004 Summer Olympics – Women's rhythmic individual all-around[d]
Бейеклек 166 сантиметр
Рәсми сайт kabaeva-alina.com
Commons-logo.svg Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы

Алина Марат ҡыҙы Ҡабаева 1983 йылдың 12 майында Үзбәк ССР-ының (хәҙер Үзбәкстан) баш ҡалаһы Ташкентта тыуған һәм үҫкән[4].

Өс йәш ярымдан нәфис гимнастика менән шөғәлләнә башлай. Беренсе аҙымдарын «Хеҙмәт резервтары» спорт йәмғиәтендә яһай. Әсәһе Любовь Михайловна фигуралы шыуыу йәки нәфис гимнастика буйынса етди әҙерлек үтеүен теләй. Эҫе Үзбәкстанда фигуралы шыуыу менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булмай, шуға күрә Алина художестволы гимнастика менән шөғөлләнә башлай. Беренсе тренерҙары А. Малкина һәм Э. Тарасова була[5]. 11 йәшлек сағында спорт потенциалын артабан да үҫтереү маҡсатында әсәһе менән Ташкенттан Мәскәүгә күсенәләр. Маҡсаттары Ирина Винерға күнекмәләргә йөрөү. Яңы остазы Алинаға ябығыу шарты ҡуя (гимнастика үлсәмдәре буйынса ул һимереүгә әүәҫ булған).

1995 йылдан алып Мәскәүҙә Ирина Винерға күнекмәләргә йөрөй башлай. 1996 йылда Рәсәй йыйылма командаһына инә[5].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар