Алигер Маргарита Иосифовна

[1]Маргарита ИосифовнаА лигер (тыуғандағы амилияһы — Зейлигер; 7 октябрь 1915 йыл, Одесса, Херсон губернаһы, Рәсәй империяһы — 1 август 1992 йыл, Мичуринец ҡасабаһы, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй Федерацияһы) — шағир һәм тәржемәсе, журналист, хәрби корреспондент. Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943).

{{{Исеме}}}
Жанр:

стихотворение, поэма

Биографияһы

үҙгәртергә

Маргарита Зейлигер Одессала хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған: атаһы, Иосиф Павлович (Иосия Пинхусович) Зейлигер, адвокат практикаһы менән шөғөлләнә, Одесса ҡалаһының мировой судьялары съезы консультация бюроһы ағзаһы булып тора[2] Маргарита химия техникумында уҡып, һөнәре буйынса заводта эшләй. 1930 йылда, 16 йәшендә, Маргарита Одессала уҡыуын ташлап, Мәскәүгә юллана. Институтҡа имтихан тота алмай һәм фатир яллай, ОГИЗ китапханаһына һәм завод гәзитенә эшкә инә. 1933 йылда беренсе тапҡыр матбуғатта — «Огонек» журналында Алигер исеме аҫтында «Будни» һәм «Дождь» шиғырҙарын баҫтырып сығара. 1934—1937 йылдарҙа М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡый. 1938 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Бөйөк Ватан һуғышында блокадала ҡалған Ленинградта хәрби корреспондент була. 1942 йылда ВКП(б)-на инә; 1943 йылда үҙенә бирелгән Сталин премияһын Оборона фондына тапшыра.

Маргарита 1955 йылда «Әҙәби Мәскәү» «оттепель» альманахын ойоштороуҙа ҡатнаша. РСФСР Яҙыусылар союзы һәм СССР Яҙыусылар союзы идаралыҡтарының ағзаһы. «Воскресенье литературное» (1992)у жрналының редколлегия ағзаһы,

Болгар, грузин, йәһүд (идиш), әзербайжан, украина, латыш, үзбәк, венгр, литва, корей телле 40 шағирҙың әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән[3].

Үҙенең әҙәби уҡытыусылары тип Владимир Луговской һәм Павел Антокольскийҙарҙы атай, тап улар Маргаританы союздаш республикалар шағирҙарының әҫәрҙәрен тәржемә итергә йәлеп итәләр. Маргарита үҙе Борис Пастернак шиғырҙарын бик һоҡланып уҡый[4].

Испанияла граждандар һуғышы (1937) ваҡытында дүрт шағир — Евгений Долматовский, Константин Симонов, Михаил Матусовский һәм Алигер — «героик испан халҡына» шиғри хат ебәрә. Ошо ваҡыттан алып Маргарита Алигер шиғырҙарына Сталин иғтибар итә, уға шағирәнең шиғырҙары бик ныҡ оҡшай. 1939 йылда, 24 йәшендә, Алигер тәүге хөкүмәт наградаһын — «Почет билдәһе» орденын ала.

Үҙ шиғриәтендә замандаштарының героик-романтик образдарын тыуҙыра — беренсе биш йыллыҡ энтузиастары: «Год рождения» (1938)[5], «Железная дорога» (1939)[6] — әҙәбиәт белгестәре фекеренсә, был шиғырҙар Алигерҙың иң юғары кимәлдәге әҫәрҙәре булып тора. Шулай уҡ «Камни и травы» (1940)[7] йыйынтығы, «Зима этого года» (1938) поэмаһы киң билдәлелек ала[8], уларҙа автор балаһын юғалтҡан көслө рухлы әсәне маҡтап яҙа. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәм тыл эшсәндәренә арнап «Памяти храбрых» (1942)[9], «Лирика» (1943) шиғри циклдарын яҙа[10].

Һуғыш ваҡытының иң эмоциональ әҫәре — «Зима этого года» поэмаһы, унда тәүге балаһын юғалтҡан әсәнең кисерештәре һәм рухи көсө сағылдырылған. Был әҫәрендә Маргарита үҙенең фажиғәләре темаһын да сағылдырған[11]:

…Меня постигло несчастье, страшнее которого ничего не могло быть, — после долгой тяжёлой болезни умер мой маленький сын. Горе, потрясшее меня, перевернув мою душу, открыло в ней, видимо, новые источники жизненной и творческой энергии, и меня словно что-то швырнуло в работу. Это была бессознательная форма самозащиты, потому что работа, и только она, могла меня поддержать и спасти в то время.

1941 йылдың көҙөндә Алигерҙың ире композитор Константин Макаров-Ракитин Смоленск еренең Ярцево янындағы һуғышта һәләк була. Шағирә ире иҫтәлегенә арнап «Музыка» шиғырын яҙа, был шиғыр Алигер ижадының иң эмоциональ әҫәрҙәренең береһе. Маргарита үҙе, Бөйөк Ватан һуғышы башында ҡамауҙағы Ленинградҡа барып, унда хәрби корреспондент булып эшләй. 1942 йылда Алигер «Зоя»[12] поэмаһын, Зоя Космодемьянская батырлығына арнап, яҙа. был поэмаһы өсөн улар Сталин премияһы менән бүләкләнә. Сталин үлгәндән һуң уны тәнҡит «посредственный (уртаса)» шағирә тип атай.

В своей лирике Алигер придерживается середины между личным и политическим, причём ещё в ранних её поэмах современность тематики не была навязчивой, а в поздних перевес на стороне вневременных, вечных тем. Её поэзия близка к прозе, но ни в поэмах, ни в стихотворениях, навеянных путешествиями, повествовательности нет, им присуща скорее описательность и рефлексия. Эта поэзия бедна метафорами, но в целом зачастую символична, как, например, стихотворение «Искусство составлять букеты» (1963), где искусство икебаны становится напоминанием о том, что в поэзии должно оставаться только самое существенное[13].

Алигер ижадында 1946 йылда баҫылған «Твоя победа» поэмаһы айырым урын биләп тора[14]. Унда ул беренсе тапҡыр ҡыуылып йөрөүсе йәһүд халҡының яҙмышы темаһына мөрәжәғәт итә. Поэма өсөн ул ҡаты тәнҡиткә дусар була һәм әҫәре артабан поэманан өҙөктәр итеп кенә баҫтырыла. 1940—1950 йылдарҙа был әҫәре ҡулъяҙмаларҙа ғына фрагмент сифатында тарала. Михаил Рашкован үҙенең «Ответ М. Алигер» шиғырын уның шиғырына яуап итеп яҙа, был шиғыр ҙа бары тик ҡулъяҙма сифатында тарала[15].

М. Алигер Арчибалд Маклиш, Пабло Неруда, Эдна Сент-Винсент Миллей, Эдуардас Межелайтис, Ханс Магнус Энценсбергер, Десанка Максимовичтарҙың һәм башҡа әзербайжан, америка, серб, үзбәк, украин шағирҙары шиғриәтен тәржемә итә. Тәржемә эшмәкәрлеге өсөн Халыҡ-ара П. Неруда премияһы менән бүләкләнә (1989).

Бүләктәре

үҙгәртергә

Шағирә хөрмәтенә Кунашир утрауындағы бер күл уның исеме менән аталған.

Йәш Маргаританың беренсе мөхәббәте — шағир Ярослав Смеляков, шағирә уның менән «Огонек» журналының әҙәби түңәрәгендә таныша"[3]. Алигерҙың ғашиҡ булыусан натураһын билдәләп, уның биографтары, Маргаританың Алексей Фатьянов, Николай Тихонов, Арсений Тарковский менән романдары булған, тип әйтәләр[4]. Маргарита тәүге тапҡыр 1937 йылда ғына кейәүгә сыға, бер аҙҙан был ғаиләгә Мәскәүҙең Миусс майҙанындағы композиторҙар йортонан фатир бирәләр. Фронтта һәләк булған ире композитор Константин Дмитриевич Макаров-Ракитин менән никахтан (1912—1941) улы Дмитрий (1937—1938, сабый саҡта мәрхүм була) һәм ҡыҙы Татьяна (1940—1974) тыуған, һуңынан ул — шағирә һәм тәржемәсе, лейкемия ауырыуынан үлә. Ейәнсәре (Татьянаның ҡыҙы) — Коваленкова Анастасия (тыуған 1968), рәссам. Кесе ҡыҙҙары — Мария Алигер-Энценсбергер — Алигерҙың Александр Фадеевтан 1943 йылдың 28 июлендә тыуған (яҙыусы ул уҡ ваҡытта актриса Ангелина Степанова менән никахта торған булған). Шағирә немец шағиры Ханс Магнус Энценсбергерға иргә сыға һәм уның менән оҙаҡ ваҡыт Лондонда йәшәй, шулай уҡ тәржемә менән шөғөлләнә, 1991 йылғы август фетнәһе көндәрендә Рәсәйгә килә, тыуған иленә бөтөнләйгә күсеп ҡайтырға йыйына, әммә Бөйөк Британияға кире ҡайтҡас, 1991 йылдың 6 октябрендә ауыр депрессия өйәнәге ваҡытында үҙ-үҙенә ҡул һала [сығанағы 732 көн күрһәтелмәгән].

Алигерҙың һуңғы ире КПСС Үҙәк Комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире урынбаҫары, әҙәбиәтсе, фронтовик Черноуцан Игорь Сергеевич (1918—1990) була[3][16].

Алигер бөтә балаларынан һәм ирҙәренән һуң вафат була.

(Атаһының ағаһы) — инженер-технолог Мирон Павлович (Меер Пинхусович) Зейлигер (1874—?), математика фәндәре кандидаты; уның ҡатыны, Зейлигер Полина Давыдовна, табип[17][18][19]. Икенсе ағаһы — медицина фәндәре докторы Герш Пинхусович Зейлигер (1858—?); уның улы — Зейлигер Николай Григорьевич (1904—1937), социал-демократ, күп тапҡырҙар ҡулға алына, атып үлтерелә.

 

Маргарита Алигер 1992 йылдың 1 авгусында үҙ дачаһында, Мичуринец ҡасабаһынан алыҫ түгел тәрән канауға йығылып төшөп, бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә һәләк була. 1992 йылдың 5 авгусында «Литературная газета» баҫмаһында некролог баҫыла. Уға 25 билдәле яҙыусы һәм шағир ҡул ҡуйған, улар араһында — Андрей Вознесенский, Евгений Евтушенко, Евгений Долматовский, Лидия Либединская, Булат Окуджава, Лев Разгондар бар.

Переделкино зыяратында ҡыҙҙары янында ерләнгән.

  1. Литературный форум knigostock • Просмотр темы — Алигер Маргарита Иосифовна(недоступная ссылка)Ҡалып:Нерабочая ссылка
  2. Адвокатская контора Иосифа Павловича Зейлигера располагалась по адресу Большая Арнаутская, 54.
  3. 3,0 3,1 3,2 Литературный форум knigostock • Просмотр темы — Алигер Маргарита Иосифовна(недоступная ссылка)Ҡалып:Нерабочая ссылка
  4. 4,0 4,1 Огрызко В. В. Несчётный счёт минувших дней : [арх. 7 август 2011] // Литературная Россия. — 2009. — № 19 (15 мая).
  5. Алигер I, 1938
  6. Алигер, 1939
  7. Алигер, 1940
  8. Алигер II, 1938
  9. Алигер II, 1942
  10. Алигер, 1943
  11. Алигер Маргарита Иосифовна(недоступная ссылка) // Knigostock
  12. Алигер I, 1942
  13. Казак, 1996
  14. Алигер, 1946
  15. Колчинская Е. Как отозвалось слово 2011 йыл 30 ғинуар архивланған. // Уцелевшие в Холокосте
  16. Московские могилы. Черноуцан И. С.
  17. Доходный дом М. П. Зейлигера
  18. Дом-музей Марины Цветаевой
  19. Список студентов Новороссийского университета (Мирон Пинхусович Зейлигер)

Библиография

үҙгәртергә
  • Год рождения, 1938
  • Зима этого года, 1938
  • Железная дорога, 1939
  • Камни и травы, 1940
  • Зоя, 1942
  • Памяти храбрых, 1942
  • Лирика, 1943
  • Стихи и поэмы. 1935—1943. М., 1944
  • Сказка о правде, 1945
  • Твоя победа, 1946
  • Ленинские горы, 1953
  • Из записной книжки, 1957
  • Несколько шагов, 1962
  • Зоя. Поэмы и стихи, 1971
  • Стихи и проза. В 2 т., 1975
  • Тропинка во ржи. Статьи, 1980
  • Четверть века, 1981
  • Собр. соч. В 3 т., 1984

Маргарита Алигер тураһында

Һылтанмалар

үҙгәртергә