Алексеев Сергей Петрович (яҙыусы)

рус совет яҙыусыһы. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984)

Алексеев Сергей Петрович (1922 йыл, 1 апрель) — рус совет яҙыусыһы. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984).

Алексеев Сергей Петрович (яҙыусы)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 апрель 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны Плисков[d], Липовецкий уезд[d], Киевская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 16 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Переделкинское кладбище[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө балалар яҙыусыһы
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр повесть[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин комсомолы премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1922 йылдың 1 апрелендә Киев губернаһы Плисков ауылында (хәҙерге Винница өлкәһе Погребище районы) табиптар ғаиләһендә тыуған. Ун йәшенән Мәскәүҙә йәшәй. 1940 йылда мәктәп тамамлағандан һуң, Поставы ҡалаһындағы (Көнбайыш Белоруссия) авиация училищеһына уҡырға инә. Һуғыш башланғанда, ул ил сиге эргәһендә ялан лагерында була, әммә курсант Алексеев Ырымбур осоусылар училищеһына ебәрелә.

Хәрби училищела уҡыуынан айырылып тормайынса, Ырымбур педагогия институтындағы тарих факультетының киске бүлегенә уҡырға инә, 1 йыл һәм 5 ай эсендә тулы курс үтә һәм 1944 йылда диплом ала. Училище тамамлағандан һуң, шунда уҡ инструктор булып ҡалдырыла һәм һуғыш аҙағына тиклем курсанттарҙы әҙерләү менән шөғөлләнә. 1945 йылдан. ВКП(б) ағзаһы. 1945 йылда күнекмә осоу ваҡытында алған йәрәхәттәре арҡаһында демобилизациялана. «Балалар әҙәбиәте» нәшриәте мөхәррире, 1950 йылдан яуаплы сәркәтибе, һуңыраҡ СССР Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте буйынса комиссия рәйесе. 1958 йылда Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә.[2]. Балалар әҙәбиәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр авторы. 1965—1996 йылдарҙа «Балалар әҙәбиәте» журналының баш мөхәррире була.

Сергей Алексеевтың беренсе китабы — «СССР тарихы. 4 класс уҡыусылары өсөн уҡыу әсбабы» (авторҙашы Владимир Карцов) 1955 йылда баҫылып сыға. «Һуғыш тураһында йөҙ хикәйә» исемле балалар китабы авторы. Ҡырҡ йыл эсендә Рәсәй тарихына бағышланған (XVI быуат уртаһынан башлап XX быуат уртаһына тиклем) утыҙҙан ашыу китап яҙа — илле телдә нәшер ителә.

2008 йылдың 16 майында Мәскәүҙә вафат була[3][4][5]. Переделкино зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Алексеев Сергей Петрович // ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
  2. Новые члены Союза // Московский литератор, 6 декабря 1958 г.
  3. 3,0 3,1 Утраты // Литературная газета. — 21.05.2008.
  4. Коваленко С. А. Сергей Алексеев: [Для старшего школьного возраста]. — М.: Советская Россия, 1985. — 143 с.
  5. Миримский С. Алексеев Сергей // Кукумбер.

Һылтанмалар үҙгәртергә