Александр III һәйкәле (Санкт-Петербург)

Император Александр III һәйкәле Санкт-Петербург, Мәрмәр һарайға ингән ерҙә урынлашҡан. Башта һәйкәл Знаменский майҙанында Николай вокзалы (хәҙерге Мәскәү) янында урынлашҡан. Монумент «Державному основателю Великого Сибирского пути» арналған, йәғни Транссебер магистрален нигеҙләүсегә — магистралде төҙөү Александр III хакимлыҡ иткән осорҙа башланған.

Александр III һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1909
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урын Мраморный дворец[d]
Булдырыусы Павел Трубецкой[d]
Һүрәтләнгән объект Александр III
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q50511892?
Мираҫ статусы объект, обладающий признаками объекта культурного наследия[d][1]
Указания, как добраться Миллионная улица, 5 (сад Мраморного дворца)
Карта
 Александр III һәйкәле (Санкт-Петербург) Викимилектә

Һәйкәлдең заказсыһы булып император Николай II һәм батша ғаиләһе ағзалары тора, улар Рәсәйҙә 1897—1906 йылдарҙа эшләгән итальян скульпторы П. П. Трубецкойҙың проектына өҫтөнлөк бирә. Скульптураның моделе Петербургта эшәләнә. Бронза һынын итальян ҡойоу оҫтаһы Э. Сперати өлөшләтә ҡоя: Александр III фигураһын — ҡойоусы К. А. Робекка оҫтаханаһында, атты — Обухов ҡорос ҡойоу заводында. Постаменты өс метрҙан бейек Валаам ҡыҙыл гранитынан архитектор Ф. О. Шехтель проекты буйынса эшләнә. Постаменттың ал яғына «ИМПЕРАТОРУ АЛЕКСАНДРУ III ДЕРЖАВНОМУ ОСНОВАТЕЛЮ ВЕЛИКАГО СИБИРСКАГО ПУТИ»-тип яҙылған.

Һәйкәл күп кенә рәсми батша монументтарынан ныҡ айырыла; скульптор батшаны идеализациялап тантаналы итеп һүрәтләүҙән алыҫ булып сыға. Александр III киң кейемдә, атта ауыр ултыра. Шуға ҡарамаҫтан, скульптор батшаның аныҡ портретының күсермәһен эшләмәй, сәйәси хәлен дә иҫәпкә алмай, ә уның дөйөм ҡылығын һүрәтләй. А. Бенуаға скульптор: «Мин бер хауанды икенсе хайуан өҫтөнә ҡуйып һүрәтләнем», -тип яҙған.

Монумент асылғанға тиклем үк скульптор батша чиновниктары яғынан уға ҡарата насар мөнәсәбәт булыуын тоя. Николай II һәйкәлде Иркутскиға, « себергә һөргөнгә, мыҫҡылланған улы күҙҙәренән алыҫҡа ебәрергә» була, ә баш ҡалала атаһына башҡа монумент төҙөргә уйлай. С. Ю. Витте иҫләүе буйынса, скульпторҙы хатта һәйкәл асыу тантанаһына саҡырмайҙар, шунлыҡтан скульптор Петербургҡа һуңлап килә.

Шуға ҡарамаҫтан, 1909 йылдың 5 июнендә (23 майында) Батша ҡатнашлығында һәйкәл изгеләндерелә һәм тантаналы асыла; ғибәҙәт ҡылыуҙы митрополит Антоний (Вадковский) башҡара; «тантаналы марш тамамланғас[2] һәйкәл төҙөү буйынса комиссия ағзалары, етәкселәр менән ст-секр. граф Витте һәм комиссия рәйесе, гофмейстер кенәз Голицын ғәли йәнәптәре янына саҡырылыу бәхетенә эйә була»[3].

Һәйкәл яҙмышы үҙгәртергә

 
Ихтилал майҙанын байрамса биҙәү. 1927 йыл.
Пугало
Мой сын и мой отец при жизни казнены,
А я пожал удел посмертного бесславья.
Торчу здесь пугалом чугунным для страны,
Навеки сбросившей ярмо самодержавья.

Октябрь революцияһынан һуң, 1919 йылда һәйкәл постаментына Демьян Бедныйҙың «Пугало» шиғыры сүкеп яҙыла. Уның был күренеше «Закройщик из Торжка» фильмындағы бер эпизодта күрһәтелә (1925).

1927 йылда, Октябрь революцияһының ун йыллығына, һәйкәл майҙанды байрамса биҙәү өсөн файҙаланылған: ул металл ситлек менән ҡапланған, ә янында винт рәүешендәге манара, тәгәрмәс һәм ике мачта ҡуйылған, улар өҫтөнә «СССР» тигән яҙма һәм ураҡ-сүкеш аҫып ҡуйылған.

1937 йылда һәйкәл һүтелә һәм Рус музейынының ихатаһына ҡуйыла. Блокада ваҡытында һәйкәл ҡом тултырылған тоҡтар менән һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң 1950 йылда постаменттан өс таш һурып алына һәм улар Советтар Союзы Геройҙары һәм Римский-Корсаков һәйкәлдәрен ҡуйыу өсөн ҡулланыла. 1953 йылда һәйкәл Рус музейының эске ишек алдыга күсерелә. 1980 йылда, Бенуа корпусын ремонтлаған саҡта, һәйкәл ағас ҡалпаҡ аҫтына ҡуйыла һәм бары тик 1990 йылда ғына был япма аҫтынан сығарыла.

1994 йылда Александр III атлы статуяһы Рус музейының филиалы булған Мәрмәр һарайҙың ишек алдында ҡуйылған. Элек Мәрмәр һарайҙа В. И. Ленин музейы торған, ә ишек алдында 1937 йылдан алып «Враг капитала» броневигы урынлашҡан булған (һуңынан Артиллерия һәм хәрби-инженер ғәскәрҙәре музейына күсерелгән).

2013 йылда Мәҙәниәт министры Владимир Мединский Александр III һәйкәлен Конюшенный йәки Троицкий майҙанына күсерергә, йә булмаһа элекке урынына — Ихтилал майҙанына кире ҡайтарырға тәҡдим итә[5][6].

Был тәҡдим Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышы тарафынан тикшерелә һәм кире ҡағыла[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Александр III атлы һәйкәле (Фаберже йомортҡаһында)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. (unspecified title)
  2. Тантаналы марш ҡатнашып, гарнизондарының бер өлөшөн. петербург ғәскәр һәм хәрби-уҡыу йорттары, император александр iii шеф булып тора. почивать коим боз.
  3. «Хөкүмәт вестник», 24 май (6 июнь) 1909, № 109, стр. 3.
  4. Поэтический словарь Квятковского. Демьян Бедный.
  5. .Мәҙинә һәйкәл күсерергә тәҡдим Александр III // Lenta.ru
  6. «Александр Урынлаштырыусыларын» йәки «ҡалаға-ленинградҡа герой»? // БалтИнфо.ги
  7. ЗакС Хәбәрҙәр Санкт-Петербург. 2013 йыл

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Витте С. Ю. 1849—1894: Детство. Царствования Александра II и Александра III, глава Приложение // Воспоминания. — М.: Соцэкгиз, 1960. — Т. 1. — С. 455—463. — 75 000 экз.
  • Сокол К. Г. Монументальные памятники Российской империи: Каталог. М.: Вагриус Плюс, 2006.