Александр скверы (Минск)

Александр скверы (Үҙәк сквер, халыҡ телендәисеме — Паниковка[1]) — Минск үҙәгедә урынлашҡан сквер.

Александр скверы
Нигеҙләү датаһы 1870
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Александр II
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Карта
 Александр скверы Викимилектә

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Янка Купала исемендәге театрға йәнәш, «Купаловская» һәм «Октябрь» метроһы станцияһы янында урынлашҡан. Бойондороҡһоҙлоҡ проспекты, шулай уҡ Карл Маркс, Энгельс һәм Ҡыҙыл Армия урамдары менән уратып алынған. Октябрь майҙанына, Беларусь Республикаһы Президенты резиденцияһына һәм Үҙәк офицерҙар йортона (ЦДО) сыға.

Сквер уртаһында Минск ҡалаһының иң билдәле фонтандарының береһе — «Аҡҡош менән малай» (халыҡ телендә— Паниковка[1]).

фонтаны урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Скверға 1836 йылда Яңы баҙар урынында ҡала башлығы Леопольд Дельпац инициативаһы менән нигеҙ һалына. Исеме Александр Невский хөрмәтенә бирелә. Шул уҡ исемле сиркәү 1930 йылдарға тиклем хәҙерге скверға инеү урынында торған булған.

«Аҡҡош менән уйнаусы малай» скульртура төркөмө менән фонтан 1874 йылда ҡалала һыу үткәргесте асыу хөрмәтенә төҙөлгән. «Аҡҡош менән малай» скульптураһын Берлин скульрторы Теодор Калиде төҙөгән, был скульпторҙың тәүге эше уға шунда уҡ уңыш килтерә. Пруссия короле Фридрих Вильгельм III авторҙың ижад емешен Шарлоттенбург баҡсаһы өсөн һатып ала. Һуңынан уның яңынан яңы күсермәләре барлыҡҡа килә башлай, әлегә скульптураның бөтә донъя буйлап 200-ҙән ашыу күсермәһе бар[2]. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында скульптура композицияһы зыян күрә, реставрацияһы менән скульптор Заир Азгур шөғөлләнә.

1890 йылда скверҙың көньяҡ өлөшөндә театр асыла (бөгөн — Янка Купала исемендәге Милли академия театры).

Минсктағы беренсе йәмәғәт бәҙрәфенең төҙөлөү тарихы ҡыҙыҡ, уны ҡабатланмаҫ архитектураһы менән скверҙа күрмәү мөмкин түгел. Бәҙрәфте үҙ аҡсаһына 1912 йылда бер архитектор төҙөй. Ҡала легендаһы буйынса бер бай пан үҙенә йорт төҙөүгә заказ бирә. Архитектор уға матур йорт төҙөй. Әммә пан башҡарылған эш өсөн түләүҙән баш тарта. Архитектор уға үс итеп ҡаланың үҙәгендә, ошо скверҙа пан йортоноң кесерәйтелгән теүәл күсермәһен төҙөп ҡуя[1].

Фотоһүрәттәр галереяһы үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Список улиц Минска

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә