Албания Әсә (һәйкәл)
Албания Әсәһе - (алб. Nëna Shqipëri) — Албанияның баш ҡалаһы Тирана ҡалаһындағы Шәһиттәр ҡәберстаны янында ҡуйылған һәйкәл.
Албания Әсә | |
алб. Nëna Shqipëri | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1971 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Тирана |
Урынлашыу | Национальное кладбище мучеников[d] |
Жанр | паблик-арт[d] |
Булдырыусы | Кристак Рама[d], Дхрами, Мунтас[d] һәм Хадери, Шабан[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Бетон |
Бейеклеге/буйы | 12 метр |
![]() |
ТасуирламаһыҮҙгәртергә
Өс метрлыҡ аҫҡуймаға баҫтырылған ун ике метрлыҡ ҡатын һынынан ғибәрәт. Һындың ҡулында дәфнә (лавр) япрағынан үрелгән тәлгәш һәм йондоҙ. 1971 йылда эшләнгән.
Статуя илде әсә һынында тасуирлана, ул үҙен һаҡлап һәләк булған яугирҙарҙы ҡурсалап тороусы булараҡ кәүҙәләндерелгән.
Статуяның аҫҡуймаһында "Ватан шәһиттәренә мәңгелек дан" тип ырып яҙылған[1]
Һәйкәл бетондан ҡойолған[2]
ТарихыҮҙгәртергә
Һәйкәл 1971 йылда ҡуйылған. Һын урынлаштырылған зыяратта 28.000 албан яугир партизан ерләнгән, улар барыһы ла Икенсе донъя һуғышы ваҡытында һәләк булған. [3]
Зыяратта Албанияның сәйәси эшмәкәре Әнүәр Хожа ла ерләнгән булған, һуңғараҡ уның кәүҙәһен икенсе, сәйәсиҙәр өсөн ҡәберлекккә күсергәндәр[4].
Һәйкәлдең авторҙары - Кристач Рама, Мунтаз Драми һәм Шабан Хадери[5]
Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Знаменитые достопримечательности Албании: обзор и фото | Все достопримечательности [1]
- ↑ Mother Albania (statue)[2]
- ↑ The “National Mothers” of Socialism: From Mother Albania to the Mother of Georgia [3]
- ↑ National Martyrs’ Cemetery – Tirana (билдәһеҙ). michaelharrison.org.uk. Micheal Harrison (2 iyun 2013). Дата обращения: 22 март 2023. Архивировано 30 aprel 2017.
- ↑ Mother Albania (statue) (билдәһеҙ). vv-travel.ru. VV-Travel. Дата обращения: 22 март 2023. Архивировано 15 dekabr 2018.