Акилов Терентий Семёнович

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 20-се һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) айырым дивизионының ДШК менән ҡоралланған 3-сө эскадроны химинстру

Акилов Терентий Семёнович (1901 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. 20-се һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) айырым дивизионының ДШК (Дегтярёв—Шпагин эре калибрлы пулемёт) менән ҡоралланған 3-сө эскадроны химинструкторы. Гвардия сержанты. III дәрәжә Дан ордены (1945), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944) менән бүләкләнгән[1].

Акилов Терентий Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Ҡананикольский, Йылайыр районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Терентий Семёнович Акилов 1901 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Йылайыр районы) Ҡананикольский ауылында тыуған.

1942 йылдың 5 ғинуарында Йылайыр хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия сержанты Акилов Терентий Семёнович 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 20-се һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) айырым дивизионының ДШК (Дегтярёв—Шпагин эре калибрлы пулемёт) менән ҡоралланған 3-сө эскадроны химинструкторы.

  Зандхаузен тораҡ пункты өсөн алышта Терентий Акилов яраланды, әммә эвакуацияға ризалашманы.

Герлиндерф өсөн барған һуғыштарҙа донесение менән китеп барған иптәш Акилов 15 дошмандан торған төркөмдө күрә һәм ҡылыссылар эскадроны командирына хәбәр итә. Немец һалдаттары әсирлеккә төшә.

Бранденбург өсөн яуҙа иптәш Акилов, үҙенең автоматынан атып, ике немец автоматчигын юҡ итте[2].

 

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Акилов Терентий Семёновичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Йылайыр районы Ҡананикольский ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 2170.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә