Агальцов Филипп Александрович
Агальцов Филипп Александрович (8 ғинуар 1900 йыл — 29 июнь 1980 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, авиация маршалы (28.04.1962), Польша Халыҡ Ғәскәрҙәре бригадаһы генералы. Советтар Союзы Геройы[2] (21 февраль 1978 йыл).
Агальцов Филипп Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 8 (20) ғинуар 1900 |
Тыуған урыны | Евремов өйәҙе[d], Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 июнь 1980[1] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | офицер |
Уҡыу йорто | В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академия |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | маршал рода войск[d], полковой комиссар[d], дивизионный комиссар[d], полковник[d], генерал-майор авиации[d], генерал-лейтенант авиации[d] һәм генерал-полковник авиации[d] |
Командалыҡ иткән | 50-й ближнебомбардировочный авиационный полк[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] һәм военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФилипп Александрович Агальцов 1900 йылдың 8 (20) ғинуарында Тула губернаһы Ефремов өйәҙе Солдатское ауылында (Тула өлкәһе Ефремов районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергәГраждандар һуғышы
үҙгәртергә1919 йылдың июлендә РККА сафына саҡырыла һәм 1-се айырым Коммунистик батальонға пулеметсы итеп ебәрелә. Шул уҡ йылда РКП(б)ға алына. 1920 йылдың июлендә 487-се уҡсылар полкы (Көнбайыш фронт, 24-се уҡсылар дивизияһы) пулемет отделениеһы командиры итеп тәғәйенләнә. Польша армияһына, шулай уҡ атаман С. Петлюра һәм генерал С. Н. Булак-Балахович ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Һуғыштар араһында
үҙгәртергә1923 йылдың ғинуарында 24-се уҡсылар дивизияһының 72-се уҡсылар полкының рота политругы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың майында Киев хәрби-сәйәси мәктәбенә уҡырға ебәрелә, уны тамамлағандан һуң, 1925 йылдың июленән полк мәктәбе политругы, Украина хәрби округының Конотопта дислокацияланған 7-се уҡсылар дивизияһының 7-се артиллерия полкының партия бюроһы секретары вазифаларында хеҙмәт итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Filipp Aleksandrovich Agaltsov // TracesOfWar
- ↑ Агальцов Филипп Александрович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — М.: Барс, 2007. — С. 17. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ҡалып:Книга:Комкоры т2
- Ҡалып:Книга:Комдивы т2
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Агальцов Филипп Александрович . «Герои страны» сайты.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.