Авксентьева Сардана Владимировна

рәсәй дәүләт эшмәкәре, Якутск ҡалаһының экс-мэры

Авксентьева Сардана Владимировна (2 июль 1970 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 2018 йылдың 17 сентябренән Яҡутск ҡалаһы ҡала округы башлығы.

Авксентьева Сардана Владимировна
саха Сардаана Владимировна Авксентьева
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 2 июль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Чурапчы[d], Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эшмәкәрлек төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты
Алыҫ көнсығыш идара институты[d]
Әүҙемлек урыны Городской округ «Город Якутск»[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Новые люди[d]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VIII созыва[d]
Рәсми сайт якутск.рф
 Авксентьева Сардана Владимировна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Сардана Владимировна Авксентьевна 1970 йылдың 2 июлендә Яҡут АССР-ының Чурапчы районы Чурапчы ауылында тыуған.

1993 йылда Яҡут дәүләт университетының тарих-юридик факультетын «Тарих уҡытыусыһы», 1998 йылда Алыҫ Көнсығыш дәүләт хеҙмәте академияһын «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса тамамлаған[1].

Хеҙмәт юлын ВЛКСМ-дың Яҡутск ҡалаһы Октябрь район комитетында башлай[2].

1993—1996 йылдарҙа Яҡутск ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса бүлеге белгесе булып эшләй.

1996 йылда Саха (Яҡут) Республикаһының Йәштәр эштәре, туризм, физик культура һәм спорт буйынса министрлығына эшкә үрләтелә, баш белгес, бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара.

1998 йылдан 2000 йылға тиклем «Саха» милли тапшырыуҙар компанияһында ойоштороу һәм кадрҙар эше бүлеге етәксеһә була.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Виталий Николаевич Басыгысовтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 2004 йылдан 2007 йылға тиклем «Туймаада Даймонд» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары, 2007—2012 йылдарҙа Яҡутск ҡалаһы ҡала округы башлығы урынбаҫары — ҡала округы хакимиәте аппараты етәксеһе, 2012 йылдан — «Яҡутск аэропорты» акционерҙар йәмғиәтенең «Аэроторгсервис» етештереү-коммерция комплексы директоры булып эшләй[3].

2018 йылдың 9 сентябрендә үткән һайлауҙа Яҡутск ҡалаһы ҡала округы башлығы итеп һайлана. Сардана Владимировна ниндәй ҙә булһа йәмәғәт берекмәһенә тормай, әммә һайлауға «Рәсәйҙе тергеҙеү партияһы»-ның Яҡут төбәк бүлексәһе кандидаты булып сыға[4]. Һайлаусыларҙың 39,98 % тауышын йыйып, 31,70 % һөҙөмтәгә өлгәшкән «Берҙәм Рәсәй» партияның вәкилен уҙып китә һәм еңеүгә өлгөшә[5][6]. 17 сентябрҙә Яҡутск ҡалаһы ҡала округы башлығы вазифаһын үтәй башлай[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә