Абзалетдинов Ғилметдин Абзалетдин улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкы кавалерисы, рядовой

Абзалетдинов Ғилметдин Абзалетдин улы (рус. Абзалетдинов Гильмутдин Абзалетдинович) (1905-1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкы кавалерисы. Ҡыҙылармеец, рядовой[1].

Абзалетдинов Ғилметдин Абзалетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Иҫке Ҡандра, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған урыны Тербун ауылы[d], Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Ғилметдин Абзалетдин улы Абзалетдинов (Абзалитдинов) 1905 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) Иҫке Ҡандра ауылында тыуған.

1941 йылда БАССР-ҙың Ҡандра район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра. Яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһына билдәләнә.

1942 йылдың 6 июлендә Курск (хәҙер — Липецк) өлкәһе Тербуны ауылы янында хәбәрһеҙ юғалған (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — яуҙа һәләк булған)[2].

Хәтер үҙгәртергә

Абзалетдинов Ғилметдин Абзалетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Туймазы районы Иҫке Ҡандра ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен ҡаҙып сығарҙы. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә рядовой Абзалетдинов Ғилметдин Абзалетдин улының һөйәктәре лә Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнде.

Ғилметдин Абзалетдиновтың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[4][5].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә