Абдуллин Сабит Ғәбит улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының 2-се эскадроны отделение командиры. Сержант

Абдуллин Сабит Ғәбит улы (рус. Абдуллин Сабит Габитович) (1902 — 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының 2-се эскадронында отделение командиры. Сержант[1].

Абдуллин Сабит Ғәбит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 10 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Тербуны[d], Тербун районы, Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сабит Ғәбит улы Абдуллин 1902 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙендә (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Шура ауыл Советы[2] биләмәһе) тыуа.

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 2-се эскадроны отделениеһы командиры.

1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһе Тербуны районы тирәһендә хәбәрһеҙ юғала[3].

Ҡатыны — Абдуллина Хәсбиямал[2].

Абдуллин Сабит Ғәбит улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡаҙыныу эштәре алып барып, ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен таба һәм 671 яугирҙың исемен асыҡлай. Сержант Абдуллин Сабит Ғәбит улының һөйәктәре лә Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнә[5][6].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 58. Опись 818883. Единица хранения 1750.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә