Абдулкаримова Наилә Йосоп ҡыҙы

Абдулкаримова Наилә Йосоп ҡыҙы (29.12.1929, Ҡаҙағстан АССРның Семипалатинск өлкәһе Зөбәйер ауылы) — педагог, тәржемәсе, журналист, йәмәғәт эшлеклеһе.

Абдулкаримова Наилә Йосоп ҡыҙы

Биографияһы үҙгәртергә

Наилә Абдулкаримова 1929 йылдың 29 декабрендә Ҡаҙағстан АССР-ҙың Семипалатинск өлкәһе Зөбәйер ауылында тыуа.

Семипалатинск ҡалаһында татар мәктәбенең 4 синыфын (1941 йылда ябыла), Семипалатинск финанс-иҡтисад техникумын, уҡытыусылар һәм педагогия институттарын тамамлай. 1950-80 йылдарҙа Белокаменскиза уҡытыусы булып эшләй.

Семипалатинск өлкәһе, Семипалатинск районы Яңы-Покровское мәктәбендә, медицина, һөнәри техник училищеларҙа һәм Семипалатинск мәктәптәрендә эшләй. 1989 йылда ире М. Абдулкәримов мелән Семипалатинск татар өлкә йәмәғәт ойошмаһы үҙәген ойоштора. 1991 йылда Семипалатинск ҡалаһында уның редакцияһы аҫтында «Галиябану» татар газетаһы (Семипалатиск өлкә газетаһының битле ҡушымтаһы) баҫтыра.

Наилә Абдулкаримова портреттар, натюрморттар, пейзаждар, картиналар, туҡыма аппликациялары авторы. Уның картиналарының шәхси күргәҙмәләре Абай исемендәге музейҙа Достоевский исемендәге театрҙың күргәҙмәләр залында, Үҙәк китапханала һәм Семипалатинскиҙың Тимеръюлсылары мәҙәниәт йортонда ойошторолған. Миҙалдар менән бүләкләнә.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Татары Казахстана: краткая иллюстрированная энциклопедия / под ред. Р.В.Шайдуллина. – Казань: ОП «Институт татарской энциклопедии и регионоведение АН РТ», 2017. – 524 с., 56 с. цв. ил., кесеһе. ISBN 978-5-902375-24-1