Абастума́ни - (груз. აბასთუმანი) — ҡала тибындағы ҡасаба, Грузияның тау климаты шифаханаһы, Адиген муниципалитеты биләмәһендә урынлашҡан. Халҡы — 937 кеше (2014).

Абастумани
груз. აბასთუმანი
Рәсем
Рәсми атамаһы აბასთუმანი
Рәсми тел Грузин теле
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Адигенский муниципалитет[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Месхетский хребет[d]
Халыҡ һаны 937 кеше (2014)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1340 ± 1 метр
Майҙан 19,54 км²
Почта индексы 0301[2]
Урындағы телефон коды 366[3]
Карта
 Абастумани Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Абастумани Месхет һыртының көньяҡ битләүендә, Оцхе (элекке Абастуманка) йылға тарлауығында, 1250-1450 м бейеклектә, Ахалцих тимер юл станцияһы 28 км төньяҡ-көнбайышта[раҡ урынлашҡан[4], в 78 км көньяҡ-көнбайыштараҡ - Боржоми тимер юл станцияһы[5].

 
Александр Невский ҡорамындағы һүрәт өлөшө. Михаил Нестеров эше. 1902—1904

Курорт үҙгәртергә

Абастуманиҙа саф тау һауаһы, ул уртаса ҡоро, көслө ел юҡ. Тау битләүҙәрендә — ылыҫлы урмандар (ҡарағай, аҡ һәм ҡара шыршы). Йәй уртаса йылы, августағы уртаса температура 16°C[6]. Ҡыш ныҡ һыуыҡ түгел, ҡояшлы, ҡар бик күп яумай[4]; ғинуарҙа уртаса − 6 °C. Яуым-төшөм 600 мм самаһы. Йылына уртаса 167 ҡояшлы көн[6].

Ошондай уңай шарттар Абастуманиҙы йыл әйләнәһенә файҙаланырға мөмкинлек бирә. Туберкулёз, быуын , нерв системаһы, гинекология ауырыуҙарын һәм башҡа сирҙәрҙе дауалайҙар.

Тарихынан үҙгәртергә

Дауаханаға нигеҙ XIX быуатта һалынған һәм Аббас-Туман (Аббас-Төмән) тип аталған[6]. Уның барлыҡҡа килеүе Кавказ хәрби округы хәрби-медицина инспекторы доктор А. А. Реммерт исеме менән бәйле.

1892 йылда Аббас-Туман] ҡасабаһында Рәсәйҙә тәүге тау астрономия обсерваторияһы ойошторолған[7].

1899 28 июнендә 28 йәшлек батша улы Георгий Александрович һырт аша Абастуманиға мотоциклда китеп барғанда ҡолап һәләк була [8]).

XX быуат башына Богатырский, Змеиный һәм Противозолотушный тигән өс шифалы сығанаҡ була.

Совет осоронда шифахана (1925 йыл, архитектор И. А. Иванов-Шиц]), туберкулёз хастаханаһы, поликлиника, ванналар бинаһы төҙөлә. Дауалау йыл әйләнәһенә бара.

1932 йылда Абастуманиҙа Астрофизик обсерватория асыла.

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

  • Абастуманиҙың үрге яғында һарай паркы һәм тәхет вариҫы Георгий Александровичтың ағас йорто [9].
  • Георгий Александрович һәләк булған ерҙәге часовня .
  • Александр Невский ҡорамындағы фрескалар. Михаил Нестеров эше.
  • Абастумани астрофизик обсерваторияһы[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://www.geostat.ge/index.php?action=page&p_id=2152&lang=geo
  2. http://georgianpost.ge/?site-lang=ka&site-path=help%2Fzipcodes%2F&group=3
  3. http://silknet.com/?module=popup_content&language=ge&product_id=8&type_id=20&attr=city_indexes
  4. 4,0 4,1 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 1. А — Ангоб. 1969. 608 стр., илл.; 47 л. илл. и карт, 1 отд. л. табл.
  5. 5,0 5,1 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. С. И. Вавилов, 2-е изд. Т. 1. Т. 1. А — Актуализм. 1949. 640 стр., илл.; 53 л. илл. и карт.
  6. 6,0 6,1 6,2 Абастумани // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 10. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
  7. Абас-Туман // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  8. Правительственный вестник. — 3 июля 1899. — № 142. — С. 1.
  9. С 1 ноября 1893 года по 1 апреля 1895 года Георгию в Абастумане читал курс всеобщей истории в связи с русской историей профессор Василий Ключевский. — Нечкина М. В. Василий Осипович Ключевский. История жизни и творчества. — М., 1974. — С. 325, 330.

Һылтанмалар үҙгәртергә