Төп менюны асырға

Абазов Фәнис Фәметдин улы

педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы

Абазов Фәнис Фәметдин улы (30 июнь 1949 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984).

Абазов Фәнис Фәметдин улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 30 июнь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Борай ауылы
Һөнәр төрө педагог, ғалим
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d] (2002)

БиографияһыҮҙгәртергә

Фәнис Фәметдин улы Абазов 1949 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Борай ауылында тыуған.

1973 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң 2‑се Борай урта мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй.

1981—2007 йылдарҙа Борай районы мәғариф бүлеге етәксеһе. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында (2010 йылдан — белем биреү технологияһы кафедра мөдире) эшләй.

ХеҙмәттәреҮҙгәртергә

Фәнни хеҙмәттәре уҡыусыларҙы хеҙмәттә тәрбиәләү проблемаларына арналған. 55‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:

  • Подготовка сельских школьников к трудовому образу жизни. М., 1997;
  • Трудовая подготовка сельских школьников в условиях социально‑экономических преобразований: теория, практика, перспективы. Челябинск, 2000;
  • Предпринимательство в системе общего, начального профессионального образования. М., 2006.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә