Беҙҙең Америка халыҡтары өсөн Боливариан альянсы (исп. Alianza Bolivariana para los Pueblos de Nuestra América; ҡыҫҡаса АЛБА, исп. ALBA) — Латин Америкаһы һәм Кариб диңгеҙе бассейны илдәренең социалистик альянсы.

Беҙҙең Америка халыҡтары өсөн Боливариан альянсы
(АЛБА)
Alianza Bolivariana para los Pueblos de Nuestra América
Bolivarian Alliance for the Americas

ALBA ил-ҡатнашыусылары

Ағза

Антигуа һәм Барбуда Антигуа һәм Барбуда (2009)
Боливия Боливия (2006)
Венесуэла Венесуэла (ойоштороусы)
Доминика Доминика (2008)
Куба Куба (ойоштороусы)
Никарагуа Никарагуа (2007)
Сент-Винсент һәм Гренадин Сент-Винсент һәм Гренадин (2009)
Сент-Люсия Сент-Люсия (2013)
Гренада Гренада (2014)
Сент-Китс һәм Невис Сент-Китс һәм Невис (2014)

саҡырылған ағзалар

Гаити Республикаһы Гаити
Парагвай Парагвай
Уругвай Уругвай
Иран Иран (2007)
Сүриә Сүриә (2010)

Штаб-фатир

Каракас

Рәсми телдәре

испан, инглиз, кечуа, аймара, гуарани

Етәкселәре
Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән ваҡыты

14 декабрь 2004

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://alba-tcp.org/

 АЛБА Викимилектә

2019 йылдың башына ҡарата АЛБА составына 10 ил керә: Антигуа һәм Барбуда, Боливия, Венесуэла, Гренада, Доминика, Куба, Никарагуа, Сент-Винсент һәм Гренадин, Сент-Китс һәм Невис, Сент-Люсия. 2018 йылда Эквадор альянс составынан сыҡҡан, был ил президенты Ленини Мореноның сәйәси курсы үҙгәреүенә бәйле. Халыҡ-ара ойошма һәм субрегиональ интеграцион берләшмә булараҡ Уго Чавес һәм Фидель Кастроның инициативаһы буйынса 2004 йылда ойошторолған. Альянстың маҡсаты — иҡтисади интеграция һәм уның ҡатнашыусыларының социализм һәм бойондороҡһоҙлоҡто коллектив һаҡлау нигеҙендә берҙәм үҫеше. Альянстың Иҡтисади, Сәйәси һәм Социаль советтары төҙөлгән һәм эшләй[1].

Альянстың майҙаны — 2 513 947 км², халҡы — 70 млн кеше[2], ЭТП (ППС) — $1166 млрд (Халыҡ-ара валюта фондының версияһы буйынса, 2013 йыл; Куба буйынса мәғлүмәттәр 2011 йыл өсөн бирелгән).

Атамаһы үҙгәртергә

2009 йылға ҡәҙәр субрегиональ берләшәһенең атамаһы «Америка өсөн Боливариан альтернативаһы» (исп. Alternativa Bolivariana para América) булған, ә хәҙер альянстың тулы атамаһы — «Беҙҙең Америка халыҡтары өсөн Боливариан альянсы — Халыҡтарҙың сауҙа килешеүе» (исп. Alianza Bolivariana para los Pueblos de Nuestra América — Tratado de Comercio de los Pueblos, ALBA-TCP), ҡыҫҡаса атамаһы — «Америкалар өсөн Боливариан альянсы» (исп. Alianza Bolivariana para las Américas, ALBA)[3].

Составы үҙгәртергә

Ойошма составына 10 ил инә:

Шулай уҡ Суринам АЛБА ойошмаһына ҡушылыу процессында тора.

АЛБА ойошмаһына саҡырылған ағза статусына артабанғы илдәр эйә:

Гондурас һәм ALBA үҙгәртергә

Гондурас ALBA составына 2008 йылда Мануэль Селайя президентлығы ваҡытында ингән, әммә 2009 йылдың 28 июнендәге хәрби түңкәрелеш барышында ул ҡолатылғандан һуң яңы хөкүмәт был ойошмала ағзалыҡтан баш тартҡан. Тиҙҙән Гондурастың фактик лидеры Роберто Мичелетти 2009 йылдың 15 декабренән илдең альянс составынан сығыу ниәтен иғлан иткән.

2010 йылдың 13 ғинуарында Гондурастың милли конгрессы илдең АЛБА халыҡ-ара ойошмаһы составынан сығыуын раҫлаған[7].

Сәйәси фәндәре докторы Инього Эррехон һәм иҡтисади фәндәре докторы Альфредо Серрано фекере буйынса, Гондурас президенты Селайя илдең альянсҡа инергә ҡарарҙы ҡабул иткән мәлдә илдә дәүләт түңкәрелеш булғандан һуң, Беҙҙең Америка халыҡтары өсөн Боливариан альянсы (ALBA) йәшәү көстәрен юғалтҡан. Хәҙерге үҙенең хәлендә ALBA әүҙемлеген юғалтҡан, был Көньяҡ Америка дөйөм баҙарын (Меркосур) төҙөү менән шөғөлләнгән Бразилия-Аргентина тандемы йоғонтоһоноң үҫешеүе менән аңлатыла[8].

Валюта берлеге үҙгәртергә

2009 йылдың апрелендә Венесуэланың Кумана ҡалаһында барған АЛБА илдәренең саммитында үҙ-ара иҫәпләшеү өсөн шартлы берәмекте «Сукре» валютаһын индереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Венесуэла президенты Уго Чавес һүҙҙәре буйынса, сукре баштан виртуль валюта сифатында әйләнешкә инәсәк, әммә киләсәктә реаль валютаға күсеү ниәтләнә, был долларҙҙың диктатураһынан ҡасырға мөмкинлек бирәсәк. Чавес буйынса, сукреның АЛБА илдәрендә генә түгел, ә бындай ҡоралда ҡыҙыҡһынған башҡа илдәрҙә, айырым әйткәндә Эквадор һәм Парагвайҙа әйләнешкә инәсәк[9].

2010 йылдың 1 ғинуарынан сукре рәсми рәүештә әйләнешкә индерелгән[10]. 2010 йылдың 3 февралендә сукрены ҡулланып тәүге транзакция була: был көндө Венесуэланан килтерелгән 300 тонна дөгөнө килтереүгә Куба 108000 сукре түләгән[11].

2013 йылдың 28 февралендә Никарагуа сукре валютаһын ҡулланып тәүге түләүҙәр яһай [12].

Альянс эсендәге сауҙа үҙгәртергә

Ҡатнашыусы илдәрҙең сауҙаһы (2013 йылға ҡарата) башлыса альянс составына кермәгән дәүләттәргә йүнәлгән. Мәҫәлән 2013 йылда Венесуэланың АЛБА ағза-илдәренә импортының 4,38 % һәм экспортының 7,03 % тура килгән[13]. Шул уҡ ваҡытта АЛБА илдәренә Венесуэланың экспорты башлыса нефть майҙары һәм битум материалдарына тура килгән, был юҫыҡ өлөшөнә 2013 йылда Венесуэланың Боливияға экспортының 97 %, Доминикаға экспортының — 92 %, Эквадорға экспортының — 80 %, Сент-Винсент һәм Гренадинға — 76 %[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ALBA_TCP 2014 йыл 22 март архивланған. (инг.)
  2. ALBA-TCP: Poblacion 2015 йыл 11 апрель архивланған. (исп.)
  3. Медведев выступает за развитие отношений РФ и АЛБА. Архивировано 2 декабрь 2012 года., РИА-Новости, 17.10.2009, 13:31
  4. ALBA-TCP. Дата обращения: 21 март 2014. Архивировано из оригинала 22 март 2014 года. 2014 йыл 22 март архивланған.
  5. Venezuela’s new Constitution seems to be on course for approval even as Chavez attempts to build a new America free of U.S. influence. Архивировано 2 декабрь 2012 года. 2012 йыл 17 ғинуар архивланған.
  6. Сирия в составе АЛБА. Архивировано 2 декабрь 2012 года.
  7. Парламент Гондураса ратифицировал выход страны из ALBA. Архивировано 2 декабрь 2012 года. 2013 йыл 27 июнь архивланған.
  8. Перевороты нового типа в Латинской Америке. Архивировано 2 декабрь 2012 года.
  9. РИА Новости. Условная единица расчетов стран ALBA будет введена в 2010 году. Архивировано 2 декабрь 2012 года.
  10. Венесуэла и Боливия впервые использовали замену доллара — Сукре
  11. Einheitswährung: Südamerika handelt erstmals mit Sucre. Архивировано 2 декабрь 2012 года., FOCUS Online от 4 февраля 2010
  12. РИА Новости. Никарагуа осуществила первые платежи в региональной валюте сукре. Архивировано 10 март 2013 года.
  13. Золотова Е. В. Роль Боливарианской Республики Венесуэла в Альянсе АЛБА // Наука о человеке: гуманитарные исследования. — 2015. — № 2. — С. 175
  14. Золотова Е. В. Роль Боливарианской Республики Венесуэла в Альянсе АЛБА // Наука о человеке: гуманитарные исследования. — 2015. — № 2. — С. 176

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Панамериканизм