Башһарт шарьяжы

Геологик, мәҙәни-этнографик ҡомартҡы. Ул Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы биләмәһендә, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында урын
("Башһарт шарьяжы" битенән йүнәлтелде)

"Башһарт шарьяжы (Башһырт)"геологик, мәҙәни-этнографик ҡомартҡы. Геологик аномалия. Урал тауы яһалыу осоронда ер ҡабығының ҡыҫылыуы һәм ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһендәге катаклизмдан килеп тыуған. Ул Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы биләмәһендә, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында урынлашҡан.

Башһарт шарьяжы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Бөрйән районы һәм Һарғая

Этимологияһы

үҙгәртергә

Башһарт тау һырты Урал көньяғындағы иң юғары нөктәләрҙең береһе булып тора. Улар - геологик һәм мәҙәни-этнографик һәйкәл, Башҡорт тәбиғәт ҡурсаулығының иң әһәмиәтле объекттарының береһе. Ғәрәп исемен тәржемә иткәндә " Йылғалар башы", "Ғүмер башы" тигәнде аңлата.

Боронғо тикшеренеүселәр Әл-Бируни һәм Мәхмүд Гардизиҙар IX быуатта сәйәхәттә булып, нәҡ ошо урындарҙы етенсе климаттың сиге тип билдәләп китә. Урта быуаттың күренекле ғалим-географы булып танылған Әл-Бируни Башһырт тауҙары тураһында яҙып ҡалдырған.

Әл-Бируни һәм Гардизи Әл-Бируни һәм Гардизи был һырттарҙы Башһарт тип атайҙар.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ Уралдың төп бейек һырттары Ҡыраҡа һәм Урал-Тау өлөшөндә меридиандар буйынса дөрөҫ йүнәлеш юғалтып ҡатмарлы бейеклектәр, ҡалҡыулыҡтар селтәренә тарҡалған ерҙә урынлашҡан.

Башхырт тау һырты Урал көньяғындағы иң юғары нөктәләрҙең береһе булып тора. Улар - геологик һәм мәҙәни-этнографик һәйкәл, Башҡорт тәбиғәт ҡурсаулығының иң әһәмиәтле объекттарының береһе.

Бында палеозой осоронда тектоник япма — айырым тоҡомдарҙың бер ҡатламы бер-береһенең өҫтөнә шылыуы һөҙөмтәһендә Башһарт шарьяжы барлыҡҡа килгән. Был геологик аномалия барлыҡҡа килтергән бындай ҡатламдарҙы фәндә аллохтондар тип атайҙар.

Тауҙың битләүҙәре, һырты урмандар менән ҡапланған.Түбәһендә артыш өйкөм-өйкөм булып үҫә.Түбәһендә тау далаһы булған урындар бар.

Тау һырттарының ташлы битләүҙәрендә уҙған дәүерҙән ҡалған үҫемлек төрҙәрен, бергәлектәрен күрергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡылғанлы дала утрауҙарын һәм һирәк осраған лишайниктарҙы. Тауҙарҙа боронғо фаунаның ҡалдыҡтары һаҡланған эзбизташ киҫәктәре осрай. Донъяла уның аналогтары юҡ, бында силур осорона ҡараған бик һирәк осрай торған палеонтологик табылдыҡтар осрай.

Тура баҫып торған “бөтөн " таш диуарҙарҙа бер-береһенә оҡшамаған боронғо ҡаҙылма юлаҡтар геологик тарихтан өҫкә ҡалҡып сыҡҡан иҫтәлектәр булып тора.Түбәнән аҫта ҡаҙанға оҡшаған тәрән тар үҙәктәр, уйһыулыҡ һәм үҙәндәр күренә.

Түбәһенә тиклем шундай уҡ исемле экологик һуҡмаҡ буйлап барып етергә мөмкин. Алып менеүсе юл һөҙәк һәм бик оҙондан түгел - ни бары 0,5 километр. Түбәлә урман менән ҡапланған тарлауыҡтарҙы, тәрән уяларҙы, тирә-яҡты күҙәтерлек майҙан да (вышка) эшләнеп ҡуйылған.

Палеозой осорона тиклем барлыҡҡа килгән, ерҙәге ҡаҙылма байлыҡтарҙың боронғо ҡатламы урынлашҡан Ҡыраҡа, Башһырт тауҙарын хатта бөтә донъя геологик һәйкәле итеү тураһында халыҡ-ара консилиумға ла сығарылған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә