PT SansПараТайп компанияһы эшләп сығарған һәм ирекле таратыла торған тамғаһыҙ компьютер шрифты[1].

PT Sans шрифт ярҙамында яҙылған текст

Шрифттар ПараТайп[2] компанияһының асыҡ ҡулланыусы шрифты лицензияһы буйынса таратыла.

Маҡсаты үҙгәртергә

 
PT Sans гарнитураһындағы һум билдәһе

ПТ Санс гарнитураһы, күп милләтле илдең шрифтҡа булған ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты менән һәр кем ирешә алған асыҡ ҡулланыуcы лицензияһына эйә рәсәй шрифттары комплектын эшләү проектының бер өлөшө булып тора. Был шрифт, рәсми һәм эш яҙышыуҙарына ярҙамсы ғына булып ҡалмай, милли яҙыуҙарҙың һәм мәҙәни аралашыу үҫешенә мөмкинлек бирәсәк. Шрифттар, Көнбайыш һәм Көнсығыш Европа телдәре менән эшләү өсөн кәрәкле билдәләрҙең стандарт йыйылмаһынан һәм шулай уҡ стандарт кирил алфавиты комплектынан башҡа, Рәсәй Федерацияһының титуллы телдәре алфавиттарының барлыҡ билдәренә эйә булыу һөҙөмтәһендә уникаль һәм хәҙерге заман компьютер аша аралашыу мөхитенең бик мөһим сараһы булып тора.

20B9—20CF диапазонында рәсми булмаған һум (рубль) билдәһе бар[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Рәсәй милли алфавиттарын терәкләгән һәр кемгә асыҡ шрифттар
  2. ПараТайп компанияһының асыҡ ҡулланыусы шрифты лицензияһы
  3. Шрифтты ошо адрестен бушлай күсереп алырға була: http://fonts.ru/public/