әл-Мәғүн сүрәһе (ғәр. سورة الماعون‎) (Хәйер-саҙаҡа), Ҡөрьән Кәримдең 107-се сүрәһе, 7 аяттан тора, Мәккәлә үәхи ителгән.

Әл-Мәғүн сүрәһе
سورة الماعون

Әл-Мәғүн сүрәһе
Синыфы

Мәккәләге

Мәғәнәһе

Хәйер-саҙаҡа

Статистика
Сүрә номеры

107

Аяттар һаны

7

Жуз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Ҡурәйш сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Кәүҫәр сүрәһе

QuranAcademy.org

Ғәрәпсәһе үҙгәртергә



بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ


  1. أَرَأَيْتَ الَّذِي يُكَذِّبُ بِالدِّينِ

  2. فَذٰلِکَ الَّذِیۡ یَدُعُّ الۡیَتِیۡمَۙ

  3. وَلَا يَحُضُّ عَلَى طَعَامِ الْمِسْكِينِ

  4. فَوَیۡلٌ لِّلۡمُصَلِّیۡنَۙ

  5. الَّذِیۡنَ ہُمۡ عَنۡ صَلَاتِہِمۡ سَاہُوۡنَۙ

  6. الَّذِیۡنَ ہُمۡ یُرَآءُوۡنَۙ

  7. وَ یَمۡنَعُوۡنَ الۡمَاعُوۡنَ


Транскрипцияһы үҙгәртергә

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!

  1. Ә раьәйтә-лләҙии йукәҙ-ҙибү биддиин
  2. Фәҙәәликә-лләҙии йәдүғғүл-йәтиим
  3. Үә ләә йәхудду ғәләә тәғәәмил-мискиин
  4. Фәүәйлүл-лилмүсаллиин
  5. Әлләҙиинә һүм ғәң саләәтиһим сәәһүүн
  6. Әлләҙиинә һум йурааүүн
  7. Үә йәмнәғүүнәл мәәғүүн

Тәржемә үҙгәртергә

Шәфҡәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән...

  1. (Мөхәммәт ғ.с.) Яза көнөнә ышанмаған кешене (Әбү Йәһелде) күрҙеңме?
  2. Был кеше йәтимде үҙ янынан ебәрә, уға шәфҡәт итмәй,
  3. Үҙе лә фәҡир һәм мохтаждарға тәғәм бирмәҫ һәм башҡаларҙы ла был эшкә ылыҡтырмаҫ.
  4. Намаҙҙарын ғафил итеп,
  5. иғтибарһыҙ уҡыусыларға (монафиҡтарға) ҡаты ғазап!
  6. Улар үҙҙәренең ғәмәлдәрен кешегә күрһәтеп ҡылалар.
  7. малдарынан зәкәт бирмәйҙәр. Йәки һорап килгән кешеләргә өй кәрәк-яраҡтарын бирмәйҙәр


Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004