Һөҙһөт (диалекттарҙа: һөтөт, һөтөтөт, һупапай, һоңҡолдауыҡ һ.б., рус. Удо́д, лат. Upupa epops) — күгәрсендән бәләкәйерәк, супайлы, кәкре суҡышлы сыбар ҡош. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Башында ҙур ғына өлпөһө бар. Дөйөм төҫө ҡыҙғылт һары, ҡорһағы аҡ. Бүркендә һәм ҡанаттарында сем ҡара һыҙыҡтар бар. Оҙон суҡышы аҫҡа табан кәкерәйеерәк тора. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.

Һөҙһөт
Һөҙһөт
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Upupa epops
(Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение

  Оялау урыны

  Йыл әйләнәһенә

  Миграция

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 142032

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  178117
NCBI  57439
EOL  917145
Һөҙһөттөң йомортҡалары.

Тоноҡ тауышы алыҫҡа ишетелә: «һуп-һуп-һуп» йәки «һуп-пуп-пуп-пу». Һирәк ағаслы асыҡ урындарҙа йәшәй. Себен, ҡуңғыҙ, селәүсен, ҡорттар менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ағас ҡыуышында, таш өйөмдәрендә, өңдәрҙә, иҫке ҡоролмаларҙың ярыҡтарында оялай. 4—7 бөртөк йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.

Һылтанмалар үҙгәртергә

{{|uk}}

{{|de}} {{|ru}}