Һоро ябалаҡ
Һоро ябалаҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ябалаҡ һымаҡтар
Ғаилә: Ябалаҡтар
Ырыу: Һөмәйҙәр
Төр: Һоро ябалаҡ
Латинса исеме
Strix aluco
(Linnaeus, 1758)
Ареал
рәсем
ITIS 177920
NCBI 111821

Һоро ябалаҡ (Серая неясыть) (лат. Strix aluco) — ябалаҡтар ғаиләһендәге, уртаса ҙурлыҡтағы ҡош.

Strix aluco sylvatica
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 143245

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Ҡарға ҙурлығында. Осоп барған ҡоштоң киң ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана, һырты аҡ һәм ҡара таплы һарғылт һоро йәки ерән-һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара-көрән буй-буй өҙөк һыҙыҡлы аҡһыл һоро. Күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡауылдаҡ ябалаҡтан бәләкәйерәк, ҡойроғо ҡыҫҡа булыуы менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы көслө: «ху-ху-хууу» йәки киҫкен «ҡуйт».

Инә ҡош тауышы

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Урманда йәшәй. Төп аҙығы — ҡыр сысҡандары. Ултыраҡ ҡош. Ҡайһы ваҡыт аҙыҡ эҙләп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң таралған. Ояһы ағас ҡыуыштарында, һирәкләп ағас баштарында осрай. 2—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Сысҡандарҙы ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Ҡалып:Перевести

{{|en}} {{|hu}}