Үпкә (лат. pulmones, бор. грек. πνεύμων) — атмосфера һауаһы менән һулыш алыуға яраҡлашҡан ағза. Һөтимәрҙәрҙең, ҡоштарҙың, һөйрәлеүселәрҙең, ер-һыу хайуандарының төҙөлөшөнә хас. Бер ни тиклем балыҡтарҙың (суҡ ҡанатлы балыҡтар, ике яҡлы һулышлы балыҡтар, күп ҡанатлы балыҡтар) һауа менән тын алыу ағзаһы булып йөҙөү ҡыуығы ла хеҙмәт итә.

Кеше үпкәһе

Ҡайһы бер умыртҡаһыҙҙарҙың да һауа менән һулай торған ағзаларын «үпкә» тип атайҙар. Мәҫәлән, үрмәксе һымаҡтар, голотуриялар, ҡорһағаяҡлы моллюскыларҙың бер төркөмө атмосфера һауаһын һуларға яраҡлашҡан.

Үпкәләге һауа менән капиллярҙарҙағы ҡан араһында газдар алмашыныу ашырыла.

Кеше үпкәһенең төҙөлөшө үҙгәртергә

 
Кеше үпкәһенең һәм һулыш системаһының схемаһы

Бишенсе күкрәк умыртҡаһы тапҡырында боғарлаҡ (трахея) ике эре ҡурылдыйға (бронхы) айырыла. Эре ҡурылдыйҙар уң һәм һул упкәләргә инәләр.

Үпкәләрҙә ҡурылдыйҙарҙың һәр береһе ҡат-ҡат ағас һымаҡ тармаҡлана. Тармаҡланған һайын һауа үткәреү көпшәләренең диаметры аҡрынлап бәләкәйләнә бара.

Иң ваҡ ҡурылдый көпшәләрен бронхиолдар тип атайҙар. Уларҙың остары һулыш бронхиолдарына, унан альвеола юлына (альвеолярные ходы) күсә. Һәр альвеола юлы эсенә һауа тулған йоҡа көплө үпкә ҡыуыҡсалары (альвеолалар) шәлкеме менән тамамлана.

Альвеола диаметры 0,2-0,3 мм булған ярымшар формаһында була. Ул эластик сүстәр менән сырмалған йоҡа ғына базаль мембранала урынлашҡан бер ҡатлау яҫы эпителий күҙәнәктәрҙән төҙөлгән. Һәр альвеола ҡуйы капиллярҙар селтәре менән уратып алынған.

Альвеолаларҙың (ҡыуыҡсаларҙың) эпителиаль күҙәнәктәре биологик актив матдәләр бүлеп сығара. Биологик актив матдәләр уларҙың эске йөҙөн йоҡа яры рәүешендә түшәп тора.

Был яры ҡыуыҡсаларҙың даими күләмен һаҡлай. Уларға бер-береһенә ҡушылырға ирек бирмәй. Шулай уҡ, ярының матдәләре үпкәләргә һауа менән ингән микроорганизмдарҙы зарарһыҙлай.

«Эшкәртелгән» яры һауа үткәреү юлдары аша ҡаҡырыҡ рәүешендә сығарып ташлана йәки үпкә фагоциттары тарафынан «һеңдерелә».

ҮАльвеолалар (үпкә ҡыуыҡсалары) үпкәләрҙе формалаштырыусы болот һымаҡ массаны барлыҡҡа килтерәләр.

Бер һулыш бронхиолынан айырылып киткән альвеола юлдары төркөмөн ацинус тип атайҙар. Ацинус — үпкәнең төҙөлөш берәмеге булып тора. Ацинустарҙан бүлексәләр(дольки), бүлексәләрҙән — сегменттар, сегменттарҙан — бүлкәттәр (доли), бүлкәттәрҙән бөтөн үпкәләр хасил була. Уң яң үпкә өс бүлкәттән, һул үпкә ике бүлкәттән тора.

Үпкәләрҙең урынлашыуы үҙгәртергә

 
Бронхиоланың осо һәм унан айырылып киткән альвеолалар. Артериаль (күк) һәм веноз (ҡыҙыл) капиллярҙар (тәндең башҡа өлөштәренән айырмалы, үпкә веналарында алһыу ҡыҙыл төҫтәге кислородҡа байыған артериаль ҡан, ә артерияларында — ҡарағусҡыл ҡыҙыл, углекислоталы веноз ҡан). Миләүшә төҫөндә ҡурылдый юлдарына лайла юүлеп сығарыусы биҙҙәр күрһәтелгән. Бронхиолалар мускул сүстәре менән уратып алынған. Һары төҫ менән нервы тармаҡтары күрһәтелгән.

Үпкәләр, йөрәк, ҡан тамырҙары, һауа үткәреү юлдары һәм ҡыҙыл үңәс алып торған урындарҙан башҡа, бөтә күкрәк ҡыуышлығын тултырып тора. Һәр үпкәлә 300—350 миллион тирәһе альвеолалар була.

Уларҙың дөйөм өҫкө йөҙө 100 квадрат метрҙан ашып китә. Был кәүҙәнең өҫкө йөҙөнән сама менән 50 тапҡыр ҙурыраҡ була.

Һәр үпкә тышҡы яҡтан тоташтырғыс туҡыманан торған шыма ялтыр шекәрә — үпкә плевраһы менән ҡапланған.

Күкрәк ҡыуышлығының эске стенаһы күкрәк көбө плевраһы менән түшәлгән. Улар араһындағы плевра ҡыуышлығы герметик була һәм унда бөтөнләй һауа булмай. Шунлыҡтан үпкәләр күкрәк ҡыуышлығы стенаһына һәр ваҡыт тығыҙ тейеп тора. Һөҙөмтәлә үпкәләрҙең күләме күкрәк ҡыуышлығы күләме үҙгәреү менән үҙгәреп тора.

Шулай уҡ, плевра ҡыуышлығы эсендә бер аҙ шыйыҡса була (серозная жидкость). Был еүешлек үпкә һәм күкрәк плевраларын ышҡылыуҙан һаҡлап, һулыш хәрәкәттәрен иркен итә.

Тышҡы һылтанмалар үҙгәртергә

  • Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В. Серов. / — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5  (рус.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Пятин В. Ф. Глава 8. Дыхание // Физиология человека / В. М. Покровский, Г. Ф. Коротько. — М.: Медицина, 1998. — Т. 1. — С. 401—442. — 448 с. — 10 000 экз.
  • Шмальгаузен И. И., Основы сравнительной анатомии позвоночных животных, 4 изд., М., 1947.
  • Руководство по клинической физиологии дыхания, под ред. Л. Л. Шика и Н. Н. Канаева, Л., 1980.