Ҡуян ябалағы
Ҡуян ябалағы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Ҡабырғалылар
Класс: Ҡоштар
Суб-класс: Аңҡаулылар
Отряд: Ябалаҡтар
Ғаилә: Ябалаҡтар
Ырыу: Өкөләр
Төр: Ҡуян ябалағы
Латинса исеме
Bubo scandiacus Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
     Оя ҡороу      Ҡышлау
ITIS 686683
NCBI 371907

Ҡуян ябалағы, аҡ ябалаҡ, аҡ сая рус. белая сова (лат. Bubo scandiacus, Nyctea scandiaca) — ябалаҡтар отрядындағы ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106002236

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Ҡаҙ ҙурлығында. Иң ҙур ябалаҡ. Дөйөм төҫө аҡ; ҡара таптар, төртөктәр менән сыбарлан¬ған. Көндөҙ ҙә оса. Күҙ ҡабаҡтары ҡыҙыл, аяҡтары һары. Башҡа ябалаҡтарҙан аҡ төҫө, ҙурлығы менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы көслө: «ух-хуу» йәки үҙенсәлекле сырылдау.

 
Кайеркан гербы
 
Bubo scandiacus

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Йәшәү урыны — урман, ҡая таштар, упҡындар, мәмерйәләр. Ваҡ йәнлектәр һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡая таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. 2—3 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә