Ҡорот — байтаҡ төрки халыҡтарға хас һөт ашамлығы.

Башҡорт ҡорото

Составы үҙгәртергә

Ҡорот ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләүсе шифалы хәләл ризыҡ. Ул С витаминына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һыры май ҡушып, ҡайнар һыуға һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығыра». Борон заманда сәс ебәк кеүек ялтырап торһон өсөн эркет һыуында йыуғандар.

Мәрйәм апай Бураҡаевның «Тормош һабаҡтары» дәреслегендә яҙылғанса, ҡоротто башҡорттар әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеүҙән дә. эсәктәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуыу өсөн дә, тамаҡҡа аш бармаған саҡта ла файҙаланғандар. Ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуып дауалағандар. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет өҫтөндәге үңеҙ йә ҡаҫмаҡ һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт саҡҡан, йылан саҡҡан урынға ла, йәш баланың кендеге уңалмаһа ла ҡорот һөрткәндәр. Баланың ауыҙы ҡутырлаһа ла ҡорот һөртөп дауалағандар. Юҡҡа ғына ҡоротто «башҡорт пенициллины» тип әйтмәйҙәрҙер.

Халыҡ кәсебе үҙгәртергә

Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан эшләп килгән. Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Берҙән ҡаймағы айыртылған һөттө әрәм-шәрәм итмәйһең, икенсенән, киптерелгән ҡоротто оҙаҡ, хатта йылдар буйына һаҡларға мөмкин. Ҡорот яһау мәшәҡәтле эш. Хәҙер ауыл ерҙәрендә оло йәштәге апайҙар һәм инәйҙәр генә яһай белә.

Һимеҙ итте күпләп ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән. Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә. Ҡоротто кәнфит урынына һурып, имеп йөрөгән монгол халҡының тештәре ап- аҡ сәләмәт. Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле.

Ҡорот яһау ысулы үҙгәртергә

Ҡорот эшләүе ярайһы ғына мәшәҡәтле. Башта айыртылған һөттө ойотоп, ҡатыҡ яһарға кәрәк. Ошо ҡатыҡ ағас батманға йыйыла бара. Шунан һуң уны ҡаҙанға йәки башҡа һауытҡа һалып өҫтөнә күбеге сыҡҡансы ҡайнаталар. Ҡайнатылған эркеттең күбеген һөҙөп алғас, уны таҙа тоҡҡа ҡойоп элеп ҡуялар. Бер нисә көн үтеүгә уның һыуы ағып бөтә һәм барлыҡҡа килгән ҡоротто тоҙлап баҫып йомғатстар яһарға мөмкин. Дөрөҫ, был әле йәш ҡорот ҡына була. Бында иң мөһиме — уны киптерә белеү.

Н. Сафиндың «Башҡорт аштары» тигән китабында йәш ҡоротто йомғаҡлап таҡтаға һалырға ла өҫтөнә сепрәк ябып бер нисә көн ҡояшта киптерергә мөмкин. Ләкин ҡорот таш кеүек ҡатмаһын һәм артыҡ әсе булмаһын тиһәң, уны төтөнгә ҡуйып ыҫлау яҡшы. Элегерәк ҡоротто тик шулай итеп эшләгәндәр ҙә. Бының өсөн ихаталағы асыҡ усаҡ өҫтөнә 2 метр самаһы бейеклектә тар ғына ағас таҡталарҙан ылаш яһап ҡуйыла һәм баш-баш итеп йомарланған ҡорот шунда теҙеп һалына. Яңы яһалған ҡорот кәмендә аҙна-ун көн төтөндә ыҫланьп торорға тейеш. Тик шунан һуң ғына уны ашарға ла, ҡатыҡ итеп ашҡа һалырға ла, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла була.

Ҡыҙыл борос ҡушып тоҙланған ҡоротто, йомарлап, яҡшы итеп киптергәс ҡул тирмәнендә тарттырып, он кеүек ваҡлап алырға була. Бындай онтаҡ һаҡлауға ла, ҡулланыуға ла бик уңайлы. Яҡшы итеп ябылған быяла банкаларҙа, елләтелгән ҡоро урында сепрәк тоҡсайҙарҙа элеп һаҡларға була. Кәрәк ваҡытта эҫе һурпаға өҫтәргә, йә булмаһа, эҫе һыу менән иҙеп эсергә мөмкин.

Галерея үҙгәртергә

width="25%"
 
Ҡорот
width="25%"
 
Туңдырылған ҡорот
width="25%"
 
Ылашта ҡорот киптереү
width="25%"
 
Ҡул тирмәнендә ҡорот тарттырыу

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Өмөтбаев М. И. Башҡорт ҡорото // Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — С. 251—252. — 288 с.
  • Сафин Н. М. Башкирские блюда. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 112 с.
  • Бикембәтова Ф. Ырымбурҙарса ҡорот. Киске Өфө. № 50, 2007 й.

Һылтанмалар үҙгәртергә


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.