Ҡара сыпҡай, ҡарамуйын сыпҡай, сыпҡай, сумҡа, тирҫаяҡ(рус. Черношейная поганка, лат. Podiceps nigricollis) — сыпҡайҙар ғаиләһендәге һыу ҡошо.

Ҡара сыпҡай
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Podiceps nigricollis
Brehm, 1831

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003641

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174485
NCBI  85099
EOL  1049446
Podiceps nigricollis

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Өйрәктән бәләкәй. Яҡшы йөҙә һәм сума. Башҡа сыпҡайҙар һымаҡ, ерҙән атлап йөрөй алмай, сөнки аяҡтары кәүҙәһенең артҡы яғында урынлашҡанлыҡтан, алғы яғын күтәрә алмай. Яҙғыһын ата ҡоштоң күҙҙәре эргәһенән һарғылт ерән ҡауырһындар үҫеп сыға. Дөйөм төҫө ҡара, ҡорһағы аҡ, ҡабырғалары ҡыҙғылт ерән. Ҡолаҡлы сыпҡайҙан ҡара муйыны менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Яҙғыһын тауышы көйлө генә: «түр-лүр-лүрр», башҡа ваҡытта: «пии-пи» йәки «сиип».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Күлдәрҙә, йылға ятыуҙарында, ҡылыларҙа йәшәй. Балыҡ, тәлмәрйен, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Оялары һыу өҫтөндә була. Ояла 4—5 бөртөк аҡ йомортҡа була. Тиреһе өсөн аулайҙар.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бёме Р. Л., Динец В. Л., Флинт В. Е., Черенков А. Е. Птицы (Энциклопедия природы России). ABF, Москва, 1996, 430 с.
  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90

Һылтанмалар үҙгәртергә