Ҡарабаш турғай, ҡара башлы турғай, майсыл, майсыл турғай, майгис, майгүс (рус. Большая синица, лат. Parus major) — турғай һымаҡтар отрядендәге ҡош.

Ҡарабаш турғай
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Parus major Linnaeus, 1758

Бүлендек таксондар
См. текст
Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 181418

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  561864
NCBI  9157
EOL  1051974

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Турғай ҙурлыҡ. Башы, түше һәм түшенән ҡорһағы аша ҡойроҡ аҫтына үткән һыҙыҡ ҡара. Сикәләре аҡ. Ҡанаттары һәм ҡойроғо һорғолт күк, арҡаһы йәшкелт һоро. Кәүҙәһенең аҫты ике яҡлап һары. Башҡа ҡарабаш турғайҙарҙан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла.

Ҡарабаш турғай һайрауы
 
Parus major

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы яңғырауыҡлы: «тин-тин-тиржжж». Күңелле һыҙғырып һайрай: «си-пи-си-пи-си-пи-ин-сә-ин-сә».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик киң таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙыл һипкелле 9—13 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә