Ҡамышҡара
Ҡамышҡара
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ҡарсығалар
Суб-ғаилә: Көйгәнәктәр
Ырыу: Көйгәнәктәр
Төр: Ҡамышҡара
Латинса исеме
Circus aeruginosus Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
     Оя ҡороу урындары

     Йыл әйләнәһенә йәшәйҙәр

     Ҡышлау урындары
ITIS 559297
NCBI 8964

Ҡамышҡара (лат. Болотный лунь, лат. Circus aeruginosus)

Circus aeruginosus
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106003399

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Ҡарғанан ҙурырраҡ. Осҡанда киң осло ҡанаттары, оҙон ғына ҡойроғо күҙгә салына. Ғәҙәттә һыу, ҡамыш өҫтәрендә түбәндән генә осоп йөрөй. Дөйөм төҫө ҡара көрән. Башы, һырты, кәүҙәһенең аҫ яғы һоро төҫтә, өҙөк- өҙөк буй ала һыҙаттар менән сыбарланған. Башҡа көйгәнәктәрҙән айырмалы яғы, ҡауырһындарында аҡ төҫ булмауы.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы яүғырауыҡлы:"көйөөү-көйөөү-көйөөү"

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Һаҙлы, һыуға яҡын болон һәм туғайҙарҙа йәшәй. Ваҡ һыу ҡоштары, тәлмәрйен, көшөлддәрҙе аулай. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә була. 4-5 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Күбәйеп китһәләр, һыу ҡоштарын ҡырып бер аҙ зыян килтерәләр.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Жизнь животных (ТТ. 1-7). – 2-е изд. – М., 1983-89.
  • Э.Ф.Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 й.180 бит.