Шәм яҡтыһында философ

Шәм яҡтыһындағы философ — инглиз рәссамы Джозеф Райттың 1769 йылда эшләп бөтөргән картинаһы; шулай уҡ «Анатомия өйрәнеүсе дәрүиш» (A Hermit Studying Anatomy) исеме менән билдәле. Картинанаң теүәл яҙылып бөткән ваҡыты билдәле түгел; Лондон рәссамдары йәмғиәтендә ул 1769 йылда күһәтелә. Яһалма яҡтылыҡта төшөргән был Райттың беренсе картинаһы, был стилдә ул һуңыраҡ билдәлелек яулай.

Джозеф Райт
Шәм яҡтыһындағы философ, 1769
A Philosopher by Lamplight
Киндер, Майлы буяу. 128,2×102,9 см
Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы, Бөйөк Британия

Тасуирлама үҙгәртергә

Картина 1801 йылғы тауарҙар каталогында «Фосфор асыусы алхимик» картинаһының юлдашы булараҡ тасуирлана. Ике картиналала алғы планда төп фигура һәм ситтәрәк ике фигура, ике картинала ла төнгө күренеш төшөрөлгән һәм икеһендә лә ҡарт кеше фәнни тикшереү үткәрә.

Картинала мәмерйәлә шәм яҡтыһында кеше һөйәктәрен ҡарап ултырған ҡарт кеше төшөрөлгән, был ҡарт философ йәки пилигрим. Пилигрим кеүек кейенгән (быны эшләпәләрендә Изге Иаков эмблемаһы булған диңгеҙ ҡабырсыҡтары билдәләй) ике бәләкәй кеше, йәки малайҙар, уның янына тулҡынланыу менән яҡынлашып килә. Был фигуралар төп персонаждан бәләкәйерәк.

Мәмерйәнән ситтәге пейзаж ҡараңғыраҡ, тик болот араһынан яҡтыртҡан ай менән генә яҡтыртыла. Диңгеҙ ҡабырсаҡтары пилигрим тамғаһы булып тора; шул уҡ ваҡытта, ул мәғрифәтселек дәүеренең төп шәхесе Ай йәмғиәте ағзаһы Эразм Дарвиндың ғаиләһе тамғаһы ла булып тора.

 
« Демокрит медитацияла»

Эксперттар раҫлауынса, был картина Сальвадор Розаның «Демокрит медитацияла» (Democritus in Meditation) картинаһына нигеҙләнгән. Райттың дуҫы Хамильтон Мортимер Розаның эшен дауам итеүсе була, шулай булғас Райт Розаның картинаһын йәки гравировкаһын күреүе ихтимал.

Райт философы һөйәктәрҙе тикшерә, әммә был етди анатомик тикшереү түгел. Ул тиҙ үтеп китеүсән кешенең булмышы менән солғап алынған: һөлдә, яғыулыҡлы шәм, ай һәм ҡом сәғәте.

Философтың борсолоуло йөҙө һәм ике пилигримдың ҡалтыраныуы ул замандағы фәнни асыштар алдынан тулҡынланыуҙы күрһәтә.