Шырт балыҡ
Шырт балыҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡылсыҡлы балыҡтар
Отряд: Алабуға һымаҡтар
Ғаилә: Алабуғалар
Ырыу: Ерши
Төр: Шырт балыҡ
Латинса исеме
Gymnocephalus cernuus (Linnaeus, 1758)
ITIS 168520
NCBI 57865

Шырт балыҡ (лат. Gymnocephalus cernuus, рус. Обыкновенный ёрш[1]) — ҡаты ҡанатлы, ҡылсыҡлы алабуғаға оҡшаған лайлалы, сәнскеле ҙур булмаған балыҡ.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 9568

Ул Европа һәм Төньяҡ Азия һыу ятҡылыҡтарында, күлдә, быуала төбөндә, йылға буйында йәшәгән сөсө һыу балығы, ҡомло һыу төбөнә йәки ҡырсынташҡа өҫтөнлөк бирә. Еткән балыҡтың оҙонлоғо яҡынса 10 см. Ул башлыса һыу төбөндәге умыртҡаһыҙҙар, ваҡ балыҡтар һәм ҡайһы бер үҫемлектәр менән туҡлана.

Таралышы үҙгәртергә

Шырт балыҡ киң таралған. Уның тәбиғи ареалына Францияның төньяҡ һәм көнсығыш өлөштәре, Англияның көнсығыш өлөшө, Балтик диңгеҙе бассейны йылғалары, Үҙәк һәм Көнсығыш Европа, шулай уҡ Урал аръяғы, Төньяҡ Азия, Колыма йылғаһы бассейны инә. Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында ёрш тәбиғи ареалынан ситтә — тыш бер нисә һыу объектында — Шотландияла Лох-Ломондта, Италия күлдәрендә, Мидеван күлендә (Норвегия), Камаргта (Рона дельтаһы, Францияның Урта диңгеҙ яр буйы) барлыҡҡа килә. Уның таралыуына каналдар төҙөү һәм суртан балығын тотҡанда киң ҡулланыу булышлыҡ иткән тип иҫәпләнә.

Бынан тыш, XX быуаттың һикһәненсе йылдары уртаһында осраҡлы рәүештә (караптарҙан балласт һыуы менән) Сент-Луис йылғаһына (АҠШ) индерелә, ул Үрге күлгә (Бөйөк күлдәр системаһы) ҡоя. Бында даими популяция барлыҡҡа килә, улар туҡһанынсы йылдар башында Үрге күлгә ҡойған башҡа йылғаларҙың дельталарына тарала. Шырт балыҡ шулай уҡ Бөйөк күлдәрҙең береһендә — Гурон күлендә лә табылған.

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Шырт балыҡ — әрһеҙ балыҡ, ғәҙәттә көтөүгә туплана, һәм төрлө шарттарҙа ла үҙен бик яҡшы тоя. Тоҙлолоҡ индексы 10-12 ‰ тиклем булған сөсө, шулай уҡ һығылмалы һыу ятҡылыҡтарында осратырға мөмкин; күл һәм ағым тибындағы системаларҙа; 0,25 метрҙан алып 85 метрға тиклем тәрәнлектә; диңгеҙ кимәлендә һәм тау һыу ятҡылыҡтарында һәм олиготрофтан алып эвтрофик һыуҙарға тиклем; 0-2 °C -тан алып 34,5 °C тиклем температураға түҙемле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был төрҙөң йәшәү мөхитенең өс төп үҙенсәлеге айырыла. Уның өсөн һыу үҫемлектәре менән ҡапланмаған, төбө йомшаҡ, тымыҡ һыу ятҡылыҡтары бик ҡулай. Йомшаҡ төплө участкалар шырт балыҡтар өсөн отошлораҡ, сөнки уның аҙыҡ-түлек объекттарының ҙур өлөшө ошондай урындарҙа осрай.

Үрсеүе үҙгәртергә

Енси яҡтан ғәҙәттә 2 — 3 йылда, тән үлсәме 10-12 сантиметр тирәһе булғанда өлгөрә. Ҡайһы бер һыу ятҡылыҡтарында бер йәштән үрсей башларға мөмкин. Тикшеренеүселәр быны был тикшеренеүселәр йәшәүҙең иртә стадияларында һыуҙың йылы булыуы йәки үлем кимәле менән аңлата.

Был төр ыуылдырығын 3 метр һәм унан да кәмерәк тәрәнлектә һала, шул уҡ ваҡытта уны һаҡламай. Ваҡыты-ваҡыты менән апрель урталарынан июнгә тиклем, температураның ярайһы киң диапазонында — 6 градус, шулай уҡ 18 градус булғанда ыуылдырыҡ сәсә.

Йәшәү циклы үҙгәртергә

Ғәҙәттә тикшеренеүселәр шырт балыҡтың йәшен тәңкәләрҙә үҫкән һыҙыҡтар һаны буйынса, ә ҡайһы берҙә отолиттарҙағы ҡатлауҙар һаны буйынса билдәләй. Инә балыҡ 11 йәшкә тиклем йәшәй ала, ә аталары башлыса ете йыдан артмай; тәбиғи популяцияларҙа балыҡтарҙың 93 % -ҡа тиклемен 1 — 3 йәштәгеләр тәшкил итә.

Көҙ аҙағында һәм ҡышын йәйге күләмдә булмаһа ла, был балыҡтар йыл дауамында әүҙем туҡлана. Аҙыҡ эҙләгәндә балыҡ ҡулланған төп һиҙгер орган — ситке һыҙыҡ. Тик ошо һиҙгер орган менән генә һуҡыр килеш тә аҙыҡ таба ала. Әммә көндөҙ күреү һәләтен әүҙем ҡуллана.

Уларҙың тәбиғи дошмандары — суртан, алабуға, шулай уҡ йәйен, йыланбалыҡ, шамбы. Ҡайһы берҙә каннибализм осраҡтары күҙәтелә. Бынан тыш, шырт балыҡҡа баклан, селән һунар итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 251. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.

Һылтанмалар үҙгәртергә