Урта Көнсығыш

трансконтиненталь төбәк

Урта Көнсығыш — трансконтиненталь төбәк, үҙәге Көнбайыш Азияла һәм Мысырҙа. XX быуатта инглиз телендә Урта Көнсығыш термины Яҡын Көнсығыш термины урынына киң ҡулланыла башлай.

Урта Көнсығыш
Рәсем
Кем ҡушҡан Гордон, Томас Эдвард[d][1] һәм Альфред Тайер Мэхэн[d][2]
Донъя ҡитғаһы Азия һәм Африка
Дәүләт  Иран[3]
 Ираҡ[3]
 Төркиә[3]
 Бахрейн
 Катар
 Күвейт
 Оман
 Йемен[3]
 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
 Сәғүд Ғәрәбстаны
 Мысыр
 Иордания[3]
 Израиль[3]
 Фәләстин Дәүләте
 Ливан[3]
 Сүриә[3]
 Кипр Республикаһы[3]
 Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте
 Афғанстан[3][4]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d], UTC+3:00[d] һәм UTC+3:30[d]
Халыҡ һаны 371 000 000 кеше (2010)
Сиктәш Үҙәк Азия, Көньяҡ Азия, Кавказ аръяғы, Болгария, Греция, Судан, Ливия һәм Ҡыҙыл диңгеҙ
Ҡайҙа өйрәнелә Middle Eastern studies[d]
Майҙан 7 293 609 ± 0 км²
Рәсми сайт aljazeera.com/middle-eas…[5]
Урынлашыу картаһы
Вид в ночное время
Тема географияһы geography of the Middle East[d]
Тема иҡтисады экономика Среднего Востока[d]
Демография темы demographics of the Middle East[d]
Карта
 Урта Көнсығыш Викимилектә

Терминдың килеп сығышы үҙгәртергә

«Урта Көнсығыш» (ингл. Middle East) термины 1850-се йылдарҙа британ Һиндостаны хакимиәтендә барлыҡҡа килә. Америка хәрби диңгеҙ теоретигы Альфред Тайер Мэхэн был терминды 1902 йылда[6] «Ғәрәбстан ярымутрауы менән Һиндостан араһындағы өлкәгә ҡарата» ҡуллана һәм терминды киң әйләнешкә индереп ебәрә. Ул саҡта Британия империяһы һәм Рәсәй империяһы Үҙәк Азияла йоғонто өсөн көрәшә (был көнәркәшлек Ҙур уйын тигән атама ала). Мэхэн төбәктең генә түгел, уның йөрәге булған Фарсы ҡултығының да әһәмиәтен самалай. Ул Фарсы ҡултығы тирәһендәге төбәкте Урта Көнсығыш тип атай һәм уны әһәмиәте буйынса Сүәйс каналынан ҡала икенсе урында торған диңгеҙ юлы тип таба, рустар Британия Һиндостаны яғына йүнәлмәһен өсөн уны инглиздәр мотлаҡ контролдә тоторға тейеш тип һанай. Терминды тәүләп Мэхэн 1902 йылда «Фарсы ҡултығы һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» тигән мәҡәләһендә (National Review (en)) ҡуллана.

Был мәҡәләне The Times күсереп баҫа. Тиҙҙән шунда уҡ «Урта Көнсығыш мәсьәләһе» тигән дөйөм баш аҫтында ун ике мәҡәләнән торған серия сыға, уны сэр en (англ.) яҙған була. Мәҡәләләрҙә сэр Игнатий «Урта Көнсығыш» төшөнсәһен киңәйтә, уны «Азияның Һиндостан сиктәренә тиклем йәйелгән һәм Һиндостан йүнәлешендә хакимлыҡ иткән төбәктәренә» тарата. 1903 йылда мәҡәләләр серияһы нәшер ителеп бөткәс, The Times үҙе баҫҡан мәҡәләләрҙә терминды тырнаҡһыҙ ала башлай.

Икенсе донъя һуғышына тиклем Төркиә менән Урта диңгеҙҙең көнсығыш яр буйы араһы «Яҡын Көнсығыш» (ингл. Near East) тип йөрөтөлә, «Алыҫ Көнсығыш»тың (ингл. Far East) үҙәге Ҡытай була[7], ә Урта Көнсығыш тип Месопотамиянан Бирмаға тиклемге арауыҡ атала. 1930-сы йылдар аҙағында британдар Ҡаһирәлә урынлашҡан һәм төбәктә Бөйөк Британияның хәрби көстәренә идара иткән Урта Көнсығыш командованиеһын ойоштора.

Һуңыраҡ «Урта Көнсығыш» (ингл. Middle East) тигән инглиз термины Европала һәм АҠШ-та киң ҡулланыу таба. Вашингтонда 1946 йылда Яҡын Көнсығыш институтына нигеҙ һалына[8] (һүҙмә-һүҙ — «Урта Көнсығыш» (ингл. Middle East Institute)).

Хәҙерге ҡулланылышы үҙгәртергә

Донъя һуғыштары араһында инглиз терминының яҙмышы төрләнеп тора. Инглиз телендә Middle East термины әүәлге «Яҡын» һәм «Урта» Көнсығыш өсөн уртаҡ ҡулланыла йә элек Near East термины менән билдәләнгән илдәрҙе белдерә.

Башҡа телдәргә, атап әйткәндә рус теленә, шул иҫәптән башҡорт теленә лә, Middle East (һүҙмә-һүҙ — «Урта Көнсығыш») термины яңы мәғәнәлә килеп инә, йәғни Near East (һүҙмә-һүҙ — «Яҡын Көнсығыш») мәғәнәһендә. Шунлыҡтан әүәле «Урта Көнсығыш»ты аңлатҡан Middle East термины ғәҙәттә «Яҡын Көнсығыш» тип тәржемә ителә. Әммә Икенсе донъя һуғышына тиклемге осорға ҡараған тарихи контекста Middle East терминын «Урта Көнсығыш» тип тәржемә итеү ҡабул ителгән.

Инглиз телендә үҙгәртергә

«Урта» (ингл. Middle) һүҙе терминдың үҙгәрә төшкән мәғәнәһенә бәйле бер аҙ буталсыҡлыҡ тыуҙыра. Беренсе донъя һуғышына тиклем «Яҡын Көнсығыш» (ингл. Near East) термины инглиз телендә Балҡанды һәм Ғосман империяһын белдерә, ә «Урта Көнсығыш»ҡа (ингл. Middle East) Иран, Афғанстан, Үҙәк Азия һәм Кавказ инә. «Алыҫ Көнсығыш»ҡа ( ингл. Far East) иһә Көнсығыш Азия (атап әйткәндә Ҡытай, Япония, Формоза, Корея, Гонконг һ.б.) ҡарай.

1918 йылда Ғосман империяһы юҡҡа сыҡҡас, Near East термины инглиз телендә ҡулланылыштан төшөп ҡала, ә Middle East терминын Ислам донъяһы илдәренә ҡарата ҡуллана башлайҙар.

Middle East терминын АҠШ хөкүмәте тәүге тапҡыр 1957 йылда Сүәйс кризисына ҡағылышлы Эйзенхауэр доктринаһында рәсми ҡуллана. АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Фостер Даллес Middle Eastты «көнбайышта Ливияны һәм көнсығышта Пакистанды, төньяҡта Сүриә менән Иранды һәм көньяҡта Ғәрәбстан ярымутрауын, шулай уҡ Судан менән Эфиопияны эсенә алған өлкә» тип билдәләй[7]. 1958 йылда АҠШ Дәүләт департаменты биргән аңлатмаға ярашлы, «Яҡын Көнсығыш» һәм «Урта Көнсығыш» терминдары бер-береһен алмаштыра ала, һәм был төбәккә Мысыр, Сүриә, Израиль, Ливан, Иордания, Ираҡ, Сәғүд Ғәрәбстаны, Күвейт, Бахрейн һәм Катар инә[9].

Associated Press агентлығы сәйәсәте буйынса, Яҡын Көнсығыш элек — көнбайыш илдәргә, ә Урта Көнсығыш көнсығыш илдәргә ҡарата ҡулланылған, әммә хәҙер улар синоним булып тора.

БМО документтарында йышыраҡ Middle East термины ҡулланыла һәм Ғәрәп-израиль конфликтына ҡағыла. Near East һирәгерәк ҡулланыла. Рус теленә, шулай уҡ башҡорт теленә лә икеһе лә «Яҡын Көнсығыш» тип тәржемә ителә.

Ҡайһы бер тәнҡитселәр альтернатив термин, мәҫәлән, «Көнбайыш Азия» тигәнде, тәҡдим итә, ул БМО ҡулланған рәсми термин булып та тора. Ҡайһы бер авторҙар Middle Eastты евроцентристик термин тип ғәйепләй[10][11]. Хәҙерге Европа телдәрендә ингл. Middle East термины европалылар тарафынан да, европалы булмағандар тарафынан да академик һәм рәсми телмәрҙә ҡулланылып йөрөй.

Рус һәм башҡорт телдәрендә үҙгәртергә

Рус һәм башҡорт телдәрендә «Урта Көнсығыш» термины йышыраҡ Яҡын Көнсығыш илдәренә ҡарата ҡулланыла.

Урта Көнсығыш дәүләттәре үҙгәртергә

Төбәктең геологияһы үҙгәртергә

Урта Көнсығыш дүрт тектоник биләмә — Африка плитаһы, Ғәрәп платформаһы, Евразия плитаһы һәм Һиндостан плитаһы — бергә тоташҡан урында ята. Улар бәрелешкән ерҙәрҙә йыйырсыҡланыу бик күп тау системалары яһалыуға сәбәп булған. Урта Көнсығыштың бер өлөшө Альп геосинклиналь өлкәһенә ҡараған тауҙар менән тулған, улар Көньяҡ Европалағы тау теҙмәләренең дауамы булып тора. Рельефта улар сағыштырмаса бейек ситке сылбырҙарҙан торған таулыҡтар һәм тәпәшерәк эске яҫы таулыҡтар булып күренә. Көньяҡта уларға Ғәрәп-Сүриә таулығы ҡушыла, ул Африка платформаһының бер өлөшө булып тора. Ғәрәп өлкәһе һәр йәһәттән Азияға ҡарағанда, Төньяҡ Африкаға яҡыныраҡ тора. Йыйырсыҡлы һәм йыйырсыҡлы-глыбалы тауҙар һәм таулыҡтар аккумулятив тигеҙлектәр һәм тау араларындағы уйпаттар менән сиратлаша. Тау араларындағы депрессиялар эргәләге тауҙарҙан төшкән кәүшәк ватыҡтар менән тулы. Әүәл был уйпаттарҙың төбөндә ятҡан күлдәр ҡороған һәм тоҙ менән гипс ҡатламы ҡалдырған. Урта Көнсығыш — бейеклектәрҙең абсолют билдәләре йәһәтенән контраст төбәк. Бер яҡтан, бында планетаның иң бейек түбәләре — Чогори (8614 м) һәм Тиричмир (7690 м) тауҙары, икенсе ятҡан, иң тәрән сөңгөлдәрҙең береһе булған Үле диңгеҙ урынлашҡан, уның кимәле диңгеҙ кимәленән 392 метрға түбәнерәк. Урта Көнсығыштың күп райондары (Иран, Пакистан, Төркиә) Альп орогенезы менән солғанған. Унда юғары сейсмиклыҡ күҙәтелә (мәҫәлән, 1948 йылда Ашхабадтағы ер тетрәү). Иң яңы күтәрелеш зоналары боронғораҡ йыйырсыҡтар менән сиратлаша.

Урта Көнсығыш илдәре территорияһында күп төрлө минераль сеймал ятҡылыҡтары табыла. Донъяла иң күп запаслы нефть ятҡылыҡтары табылған (башлыса Фарсы ҡултығы һәм Каспий диңгеҙе бассейнында). Нефть, тәбиғи янар газ һәм самородоклы көкөрт запастары буйынса Урта Көнсығыш донъяла беренсе урынды биләй. Шулай уҡ цинк мәғдәне, барит, бораттар, литий, корунд, терегөмөш, асбест, фосфориттар, тимер мәғдәне, калий тоҙҙары, ҡурғаш, вольфрам, баҡыр, пирит, һөрмә, флюорит, целестин, фирүзә, лазурит һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар күп.

Нефть, газ, ҡаҙылдыҡ күмер үҙгәртергә

Урта Көнсығышта нефть запастары тәүләп Ирандың көньяҡ-көнбайышында 1908 йылда табыла (Месжеде-Сөләймән ятҡылығы). 1920-се йылдар аҙағында ҡайһы бер нефть ятҡылыҡтары файҙаланыла башлай, атап әйткәндә, Киркук (Ираҡ), Гечсаран, Хәфтгәл (Иран). 1932 йылда бик ҙур Авали[en] газ һәм нефть ятҡылығы (Бахрейн утрауында), шулай уҡ Иранда Пазенан һәм Агаджари, Сәғүд Ғәрәбстанында Даммам, Абкайк Әбү-Хадрия газ һәм нефть ятҡылыҡтары асыла. 1938 йылда Күвейттә донъя күләмендә бик ҙур Оло Бурган ятҡылығы, 1948 йылда  Сәғүд Ғәрәбстанында Гавар ятҡылығы асыла. 1950-се — 60-сы йылдарҙа 80-дән ашыу ҙур нефть ятҡылығы табыла. 1970-се йылдарҙа Фарсы ҡултығының көньяҡ-көнсығышында һәм Иран, Катар, БҒӘ, Ираҡтың уның күршеһендәге территорияларында гигант газ ятҡылыҡтары асыла. Нефть запастары буйынса Урта Көнсығыш донъя төбәктәре араһында алдынғылыҡты биләй: яҡынса 45 миллиард тонна нефть һәм 20 триллион кубометрҙан ашыу газ. Төбәктең башҡа бассейндарында ла (Иран, Афғанстан, Израиль) айырым ятҡылыҡтар осрай. ХХ быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Урта Көнсығыш илдәрендә 302 нефть һәм газ-нефть, 54 газ ятҡылығы асыла. Углеводородтарҙың разведкаланған төп запастары башлыса 1-3 км тәрәнлектә ята. Продукт бирә торған төп ҡатламдар — пермь, үрге юра, түбәнге аҡбур һәм олигоцен-түбәнге миоцен ҡатламдар.

23 миллиард тоннанан ашыу таш күмер, 3,3 миллиард тоннанан ашыу һоро күмер запастары бар. Разведкаланған таш күмер запастары — Төркиәлә, Иранда һәм Афғанстанда. Һоро күмер запастары — тотошлай тиерлек Төркиәлә (Анатолия һоро күмер бассейны). Ирандағы күмер ятҡылыҡтары — Эльбрус, Үҙәк Иран һәм Мешхед бассейндарында.

Металдар үҙгәртергә

Урта Көнсығышта уран запастары ҙур түгел — 9 мең тонна самаһы (1998). Улар Төркиәләге бер нисә ятҡылыҡта (Салихлы-Көпрүбаши) ята. Мәғдәндәрҙә U<sub id="mwATA">3</sub>O<sub id="mwATE">8</sub> миҡдары — 0,07-0,1 %. Ҡара диңгеҙҙең төрөк өлөшөндә 1—3 километр тәрәнлектә һыу төбө ултырмаларында уран мәғдәне байтаҡ.

Ҡара металл мәғдәндәре. Көнбайыш Азияла тимер мәғдәненең дөйөм запасы — яҡынса 14 миллиард тонна, шул иҫәптән разведкаланғандары — 3 миллиард тоннанан ашыу (1998). Сәнәғәт өсөн айырыуса мөһимдәре — Төркиәлә (Дивриги, Хасанчелеби), Иранда (Чогарт һәм башҡалар), Ираҡта (Аснава), руда запастары 100—500 миллион тонна (Fe күләме — 50—63 %, S — 0,1-2 %, P<sub id="mwATk">2</sub>О<sub id="mwATo">5</sub> — 0,05-3,0 %, SiO<sub id="mwATw">2</sub> — 2,0-33,0 %). Сәғүд Ғәрәстанында тимерле кварцит (Вади-Сававин), Афғанстанда тимер мәғдәнле метасоматиттар (Хаджигек) бар. Ултырма ятҡылыҡтар, ҡағиҙә булараҡ, эре түгел, улар Сәғүд Ғәрәбстанында, Ираҡта, Иорданияла, Афғанстанда, Сүриәлә урынлашҡан (запастар — йөҙҙәрсә мең, тиҫтәләрсә миллион, һирәгерәк йөҙҙәрсә миллион тонна, әммә Fe миҡдары — 23-64 %, S — проценттың йөҙҙән бер өлөшө, P2О5 — 0,01-0,45 %, SiO2 — 15 процентҡа тиклем).

Титан-магнетит ятҡылыҡтарында (Йемен) мәғдән запастары — 600 миллион тоннағаса, ләкин файҙалы компоненттар аҙ (Fe — 15 процент, TiO2 — 5,3 процент), ә зарарлы компоненттар күп (P2О5 — 3,3 процент).

Марганец мәғдәндәренең запастары ҙур түгел һәм 5 миллион тонна самаһы тәшкил итә. Запастар башлыса Иорданияла (Вади-Дана һ.б.), Төркиәлә (Перонит, Подима, Улукөй һ.б.), Иранда, Сәғүд Ғәрәбстанында — Атлантис-11. Ултырма тау тоҡомдарында Mn миҡдары  — 38-43 процент,  юлаҡлыларҙа — 25-45 процент.

Титан запасы 850 мең тонна ильменит тип баһалана (Йеменда), (кг / т): ильменит — 24-83, циркон — 10-20, монацит — 1-2. Циркон запасы — 130 мең тонна, монацит — 8 мең тонна. Йеменда һәм Сәғүд Ғәрәбстанында төп ҡатламдарҙа титан-магнетит мәғдәндәре бар, әммә уларҙа TiO2 5 проценттан артмай тиерлек.

Хромлы рудалар — 40 миллион тонна самаһы — башлыса Төркиәлә һәм Иранда, бер аҙ Кипрҙа (1 миллион тонна), Афғанстанда һәм Оманда (160 мең тонна).

Төҫлө металл мәғдәндәре. Боксит запастары ҙур түгел — 217,5 миллион тонна, шул иҫәптән разведкаланғандары — 140 миллион тоннанан ашыу. Бөтә запастарҙың күп өлөшө — Төркиәлә.

Баҡыр запастары — 22 миллион тоннанан ашыу. Баҡыр запастарының 50 процентлабы — Иран, Афғанстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны, Оман, Иорданиия, Кипр, Израиль ятҡылыҡтарында. Сәнәғәт әһәмиәтенә эйә баҡыр-порфир ятҡылыҡтары — Иранда (Сарчешме, Чахар-Гонбад һ.б.) һәм Төркиәлә. Афғанстанда, Иорданияла һәм Израилдә — стратиформ ятҡылыҡтары, бәләкәйерәк колчедан ятҡылыҡтары — Төркиәлә, Оманда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Кипрҙа һәм Иранда (металл запастары — 680 мең тоннаға тиклем, Cu миҡдары — 0,5-3,75 процент). Ҡыҙыл диңгеҙҙең металлы ләмендә (Атлантис II ятҡылығы) Cu миҡдары — 0,19-3,6 процент.

Урта Көнсығышта ҡурғаш запастары — яҡынса 7,9 миллион тонна, цинк — 26 миллион тонна самаһы. Прогнозланыусы запастар ярашлы рәүештә — 10 һәм 15 миллион тонна. Ҡурғаш һәм цинк запастары башлыса — Урта диңгеҙ геосинклиналь йыйырсыҡлы билбауында, Иран сиктәрендә. Цинк Сәғүд Ғәрәбстанында күп, Ираҡта, Афғанстанда һәм Оманда — әҙерәк. Иран (Энгуран һ.б.), Төркиә (Мургул, Лаханос һ.б.), Иран (Кушк, Чахмире һ.б.), Сәғүд Ғәрәбстаны (Нукри, Эль-Амар һ.б.), Оман (Сухар, Раках һ.б.), Афғанстан (Шайда) ятҡылыҡтары ҙур сәнәғәт әһәмиәтенә эйә. Был ятҡылыҡтарҙағы мәғдәндә шулай уҡ көмөш, алтын, баҡыр, ҡайһы берҙә кадмий осрай.

Никель запастары — 250 мең тонна самаһы, уның күп өлөшө — 160 мең тонна (1998) — Төркиәлә һәм Иранда, әҙерәге — Сәғүд Ғәрәбстанында. Мәғдәндә никель миҡдары — 0,4 — 4 процент.

Кобальт 35 мең тонна күләмендә Төркиә ятҡылыҡтарында бар.

Вольфрам ятҡылыҡтары ла тик Төркиәлә табылған. Дөйөм запасы — 77 мең тонна, раҫланғаны — 50 мең тонна (1998). Сәнәғәткә яраҡһыҙ вольфрам Иранда һәм Афғанстанда бар.

Молибден запастары ҙур түгел һәм 432 мең тонна тип баһалана, раҫланғаны — 172 мең тонна (1998), мәғдәндә Мо миҡдары — 0,03-0,2 процент. Күп өлөшө — Иранда (Сарчешме һ.б.), аҙы — Төркиәлә (Улудаг һ.б.).

Һирәк осраҡ торған металдар (бериллий, литий, тантал, ниобий, цезий һ.б.) — Афғанстанда. Сәғүд Ғәрәбстанында ниобаттар табылған.

Стронций мәғдәндәренән целестин Афғанстанда (Кундуз), Иранда һәм Төркиәлә бар.

12 мең тонна терегөмөш запастары бар (Көнбайыш Төркиәлә). Ваҡ-төйәк ятҡылыҡтар Иранда, Афғанстанда табылған.

Һөрмә запастары — 170 мең тонна. Төп өлөшө — Төркиәлә (1998 йылда — 9 мең тонна). Шулай уҡ Иранда (Зерешуран, Бахарлу, Патиар, Торкеман, Кухе-Сорх һ.б.) бар.

Алтындың раҫланған запастары — 170 тонна (1998). Сәғүд Ғәрәбстанында — иҫәпкә алынған ҙ2 тонна, Иранда (Гольпаеган, Муте һ.б.) — 15 тонна, Афғанстанда — 18 тонна, Төркиәлә — 58 тонна.

Көмөштөң үҙ аллы ятҡылыҡтары Урта Көнбайышта юҡ. Ул төрлө ҡатнаш ятҡылыҡтарҙа бар.

Тау химияһы сеймалы үҙгәртергә

Тау химияһы сәнәғәте өсөн сеймалды Көнбайыш Азия илдәрендә фосфориттар, көкөрт, калий тоҙҙары, таш тоҙ, барит, флюорит, бораттар, натрий сульфаты, пирит кәүҙәләндерә. 2500 миллион тонна фосфорит запасы бар. Улар Иорданияла, Сүриәлә, Төркиәлә, Ираҡта һәм Израилдә бар.

Көкөрт запастары буйынса Урта Көнсығыш донъяла беренсе урында — 373 миллион тонна; көкөрт запастарының 99 проценты самаһы — Ираҡ ятҡылыҡтарында (Мишрак, Лазага һ.б.), шулай уҡ Афғанстанда, Төркиәлә, Иранда бар.

Калий тоҙҙарының төп запастары Үле диңгеҙ менән бәйле — дөйөм запасы 600 миллион тонна, раҫланғаны — 42 миллион тонна, K2O миҡдары — 1,4 процент (1998). Калий тоҙҙары ятҡылыҡтары шулай уҡ Иранда ла (Миане, Семнан һ.б.) бар.

Таш тоҙ ятҡылыҡтары (запастар 4,5 миллиард тоннанан ашыу) — Төркиәлә, Йеменда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Иранда, Сүриәлә, Афғанстанда һәм Иорданияла. Натрий сульфаты ятҡылыҡтары (запастары — 10 миллион тоннанан ашыу) — Төркиәлә һәм Иранда, флюорит ятҡылыҡтары (раҫланған запастар яҡынса 7 миллион тонна — 1998) — Афғанстанда, Иранда, Төркиәлә һәм Сәғүд Ғәрәбстанында, пирит ятҡылыҡтары (запастары 0,7 миллиард тонна самаһы) — Сәғүд Ғәрәбстанында, Төркиәлә һәм Кипрҙа.

Бораттарҙың запастары башлыса Төркиәлә булып (Бандырма, Эмет, Кирка, Бигадич һ.б. ятҡылыҡтар), 1 миллиард тонна тип баһалана, мәғдәндә B2O3 миҡдары — 15-50 процент.

Төбәктә барит та байтаҡ  (дөйөм запастары 21 миллион тонна, раҫланғандары — 6,8 миллион тонна),  башлыса Төркиәлә (Силир һ.б.), шулай уҡ Иранда (Кередж), Афғанстанда (Сангилян) һәм Сәғүд Ғәрәбстанында.

Мәғдән булмаған сәнәғәт сеймалы үҙгәртергә

Көнбайыш Азияның ер аҫты мәғдән булмаған материалдарҙың төрлө төрҙәренә бай. Асбестың ҙур запастары (ХХ быуаттың 90-сы йылдары)  — 6 миллион тонна (Төркиә, Афғанстан, Иран, Кипр), корунд — 9,2 миллион тонна (Төркиә, Иран), магнезит — 95 миллион тонна (Төркиә, Афғанстан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Иран, Израиль), каолин — 40 миллион тонна (Иран, Төркиә, Иордания, Сәғүд Ғәрәбстаны), перлит — 4,7 миллиард тонна (Төркиә), алунит — 1 миллиард тоннанан ашыу (Иран, Төркиә). Бынан тыш, Сүриәлә, Төркиәлә, Иранда, Израилдә — бентонит (запастары 2 миллион тонна), диатомит —Төркиәлә (130 миллион тонна), утҡа бирешмәүсән доломиттар — Иранда, Ираҡта, Афғанстанда (25 миллион тонна), тальк — Афғанстанда, Төркиәлә, Сәғүд Ғәрәбстанында (10 миллион тоннанан ашыу), сепиолит — Төркиәлә (1,2 миллион тонна), графит — Төркиәлә һәм Афғанстанда, мусковит — Афғанстанда, Иранда һәм Сәғүд Ғәрәбстанында.

Мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары үҙгәртергә

Мәғдән булмаған төҙөлөш материалдарынан гипс запастары 3 миллиард тоннанан ашыу (Төркиә, Афғанстан, Йемен, Иордания, Иран), төрлө балсыҡ (Төркиә, Израиль, Иран, Ираҡ, Афғанстан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Йемен), цемент һәм төҙөлөш эзбизташтары (Төркиә, Израиль, Иран, Ираҡ, Афғанстан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Йемен, БҒӘ), мәрмәр (Төркиә, Иран, Йемен һ.б.) бар.

Затлы һәм биҙәкләү ташы ятҡылыҡтары үҙгәртергә

Иранда фирүзә (Нишапурҙа Мешхетак районы һ.б.) бар. Афғанстанда лазуриттың донъялағы иң яҡшы сорттары табыла. Афғанстанда шулай уҡ рубиндар, зөбәржәттәр, кунцит, һөрмә, гәлсәр, турмалиндар, аквамарин, мәрмәр ониксы бар.

Төбәктең тау системалары үҙгәртергә

Тау түбәләре үҙгәртергә

  • 8614 м — Чогори
  • 7690 м — Тиричмир
  • 7492 м — Ношак
  • 7403 м — Истор-о-Нал
  • 7338 м — Сараграр I
  • 5642 м — Эльбрус
  • 5610 м — Демавенд
  • 5204 м — Дыхтау
  • 5165 м — Арарат
  • 5152 м — Коштантау
  • 5085 м — Джангитау
  • 5068 м — Шхара
  • 5034 м — Казбек
  • 4548 м — Зардкух
  • 4182 м — Кайсар
  • 3487 м — Тахт-и-Сөләймәно* 3314 м — Кенгзошк[12]
  • 2814 м — Хермон
  • 2477 м — Камаркух
  • 2730 м — Джабаль-Каур
  • 2543 м — Кесе Олимп
  • 2285 м — Синай тауы
  • 881 м — Гризим
  • 818 м — Зәйтүн тауы
  • 808 м — Нево тауы
  • 588 м — Синай тауы

Климаты һәм гидрографияһы үҙгәртергә

Урта Көнсығыштың күпселек өлөшөндә ҡоро йә ҡоролоҡло климат хакимлыҡ итә. Дөйөм тасуирламаға арид ландшафттарының өҫтөнлөк итеүе, йәғни сүлдәрҙең, ярымсүлдәрҙең һәм ҡоро далаларҙың өҫтөнлөк итеүе, ағар һыуһыҙ ҙур-ҙур өлкәләр булыуы хас. Иң яҡшы дымлы өлкәләр — Урта диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ, Каспий диңгеҙенең көньяҡ яры, Ғәрәбстан ярымутрауының көньяҡ-көнбайышы һәм ҡайһы бер таулы төбәктәр.

Урта Көнсығыштағы күпселек илдәрҙең ауыл хужалығында көтөүлектәрҙең булыуы ҙур әһәмиәткә эйә, ул малсылыҡ (күп райондарҙа — күсмә) үҫешен билдәләй.

Төбәктең төп йылғалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
  1. https://www.iranicaonline.org/articles/gordon
  2. Maan A. T. The Persian Gulf and International Relations (ингл.) // National Review — 1902. — ISSN 0959-4205
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Middle East // UNESCO Thesaurus (фр.) — 1977.
  4. United States National Library of Medicine Middle East // Medical Subject Headings (ингл.)
  5. Middle East News | Today's latest from Al Jazeera
  6. Koppes, C.R. Captain Mahan, General Gordon and the origin of the term "Middle East" (инг.) // Middle East Studies : journal. — 1976. — Т. 12. — С. 95—98. — DOI:10.1080/00263207608700307
  7. 7,0 7,1 Davison, Roderic H. Where is the Middle East? (инг.) // Foreign Affairs : magazine. — 1960. — Т. 38. — № 4. — С. 665—675. — DOI:10.2307/20029452
  8. Held, Colbert C. Middle East Patterns: Places, Peoples, and Politics. — Westview Press, 2000. — P. 7. — ISBN 0813382211.
  9. 'Near East' is Mideast, Washington Explains, The New York Times (14 август 1958). 25 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  10. Shohat, Ella. Redrawing American Cartographies of Asia. City University of New York. Дата обращения: 12 ғинуар 2007. Архивировано 23 октябрь 1999 года. 1999 йыл 23 октябрь архивланған.
  11. Hanafi, Hassan. The Middle East, in whose world? Nordic Society for Middle Eastern Studies. Дата обращения: 12 ғинуар 2007. Архивировано 18 октябрь 2013 года. 2013 йыл 18 октябрь архивланған.
  12. Туркмено-Хорасанские горы // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [ Урта Көнсығыш] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Средний Восток // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  • Ближний и Средний Восток // Энциклопедия «Кругосвет».
  • История и рассуждения о «Среднем Востоке» 2011 йыл 16 октябрь архивланған.