Тән сәпсәүе, алағанат сәпсәү, гәргбәгүҙ (рус. Авдотка)(лат. Burhinus oedicnemus) — ржанка һымаҡтар отрядендәге ҡошсоҡ.

Төн сәпсәүе
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Burhinus oedicnemus (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение

  Оя короу

  Таралыуы

  Ҡышлау

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 144060

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176749
NCBI  85105
EOL  104311
Burhinus oedicnemus saharae

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Күгәрсен ҙурлығында, һырты буй һыҙмалаҡлы һарғылт көрән, ҡорһаҡ яғы аҡһыл һары, түшендә буй-буй ваҡ таптар бар. Ҡыҫҡа һары суҡышының ос яғы ҡара. Ҙур күҙҙәре һары төҫтә. Аяҡтары өсәр бармаҡлы. Ҡанаттарында осҡанда — ике, ултырғанда— бер аҡ һыҙат күренә. Башҡа сәпсәүҙәрҙән төҫө һәм һары ҙур күҙҙәре менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы оҙайлы: «шар-лыый-шарлыый»; төндә осоп барышлай ҡысҡыра.

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Яландарҙа, асыҡ урындарҙа йәшәй. Эре бөжәктәр, кеҫәртке, һыу йәнлектәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ояһын һыуға яҡыныраҡ урынға эшләй. Ваҡ ҡына ҡара таптар менән сыбарланған 2—3 бөртөк һарғылт, йомортҡа һала.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Русско-башкирско-латинский словарь названий птиц (Э. Ф. Ишбердин. Птицы Башкирии, 1986)
  • Арлотт Н., Храбрый В. Птицы России: Справочник-определитель. — СПб.: Амфора, 2009. — С. 132. — 446 с. — ISBN 978-5-367-01026-8.