Төйөт (урыҫ.Пеночка-весничка) (лат. Phylloscopus trochilus) — һылыуҡастар ғаиләһенән булған бәләкәй генә һайраусы ҡош.

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Турғайҙан бәләкәйерәк. батаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе етеҙ генә теремек ҡош. Һырт яғы йәшел, өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө сағыу йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғыл аҡ һәм түше һап- һары. Ҡанаттарының осо ҡара, ҡалған ҡауырһындары йәшкелт һәм аҡ ситле һорғолт көрән. Төйөттәр башлыса үҙ — ара тауыштары менән генә айырылалар.

Тауышы үҙгәртергә

Ҡыҫҡа ғына итеп һыҙғыра: «төйөт». Һайрауы ла шул ҡысҡырыуҙы ҡабатлап тора: «төйөт-төйөт-төйөт- төйөт»

Һайрауы
Һыҙғырыуы «фюить»

Йәшәгән урыны үҙгәртергә

Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, ҡайһы ваҡыт ботаҡта йәки ҡыуаҡтарҙа оялай.

Үрсеүе үҙгәртергә

Ерән йәки күкһел ерән бөрсөклө 5-7 бөртөк йомортҡа һала.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Ваҡ бөжәктәр менән туҡлана.

 
Phylloscopus trochilus

Диалекттарҙа үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986/ — 91-се бит.