Түбәнге Саксония (нем. NiedersachsenГермания федераль штаты. Административ үҙәге — Һанновер ҡалаһы. Был штат Төньяҡ диңгеҙ менән йыуыла.

Түбәнге Саксония
Niedersachsen
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Премьер-министр

Штефан Вайль (СДПГ)

Халҡы

7 777 992[1]

Майҙаны

47 612,88 км²

Түбәнге Саксония на карте

http://www.niedersachsen.de Рәсми сайты
Түбәнге Саксония картала
Түбәнге Саксония штаты әләме

Тарихы үҙгәртергә

Штат 1946 йылда Пруссияның Һанновер провинцияһына, Ольденбург, Брауншвейг, Шаумбург-Липпе кеүек, немец ерҙәре ҡушылғас барлыҡҡа килә.

География үҙгәртергә

Түбәнге Саксония ҙурлығы буйынса Бавариянан ҡалышып Германияла икенсе урында тора. Төньяғы Төньяҡ диңгеҙе менән сиктәш, көньяҡ-көнсығышы Гарц тауҙары менән сикләнгән. Түбәнге Саксонияның ҙур өлөшө тигеҙлектә урынлашҡан. Түбәнге Саксонияның Люнебург далаһы (рус. Люнебургская пустошь нем. Lüneburger Heide) тигән билдәле өлөшө Һарц тауҙары һәм Төньяҡ диңгеҙе араһында урынлашҡан.

Ауыл хужалығы үҙгәртергә

Балсыҡлы-ҡомло ер булғанлыҡтан ауыл хужалығы яҡшы үҫешкән. Бөртөклө культураларҙан башҡа рапс (әүернә сәскәһе), шәкәр сөгөлдөрө, салат, кәбеҫтә, кишер, спаржа (себен ҡыуағы үләне) һәм йәшел кәбеҫтәҫтә үҫтерелә. Түбәнге Саксонияның төньяғында, игенселек һәммалсылыҡтан башҡа емеш үҫтереү ҙур роль уйнай.

Сәйәсәт үҙгәртергә

1946 йылдан башлап Түбәнге Саксонияның премьер-министрҙары:

Иҡтисат үҙгәртергә

  • Йән башына бурысы 6 018 € (2002)
  • Дөйөм бурысы: 48 миллиард € (2002)

Түбәнге Саксонияның иҡдисады ауыл хужалығына бәйле, шулайҙа автомобильдәр төҙөү үҫешкән, мәҫәлән Фольксваген (VW) Вольфсбург ҡалаһында.

Фән үҙгәртергә

Түбәнге Саксонияның иң әһәмиәтле фән учереждениелары Гёттинген ҡалаһында Георг-Август ис. Гёттинген университеты, Брауншвейг техник университеты (de:Technische Universität Braunschweig), (de:Medizinische Hochschule Hannover), Һанновер ветеринария институты (de:Tierärztliche Hochschule Hannover) һ.б.

  1. https://www.destatis.de/DE/PresseService/Presse/Pressekonferenzen/2013/Zensus2011/bevoelkerung_zensus2011.pdf?__blob=publicationFile