Туғай турғайы , туғаяҡ(рус. Дроздовидная камышевка, лат. Acrocephalus arundinaceus) — турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.

Туғай турғайы
).
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымактар
Ғаилә: Ҡупшыҡайҙар
Төр: Туғай турғайы
Латинса исеме
Acrocephalus arundinaceus
(Linnaeus, 1758)
ITIS 558408
NCBI 39621
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 148392
Acrocephalus arundinaceus

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Сыйырсыҡ ҙурлығында. Бик хәрәкәтсән, өҙ¬лөкһөҙ тауышланып йөрөүсе ҡош. һырт яғы ҡара-көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы көслө генә: «шаҡ-шаҡ». һайрауы тупаҫ һәм сырылдаҡ өндәрҙән тора: «трин-трин-керс-керс-бит-бит-вийт-вийт».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Ҡурҙайҙарҙан байтаҡҡа ҙур булыуы менән айырыла, һыу ситтәрендәге шырлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Төрлө бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ояһын кәрзинкәгә оҡшатып, ҡамыш һабаҡтарында үрә. Ҡара, һоро, көрән таптар, сыймалаҡтар менән сыбарланған 3—6 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә