Тирәк (Pópulus) — талдар ғаиләһенә ҡараған ағастар ырыуы. Был ырыуҙағы ағастар генетик яҡтан ҡарғанда, күп төрлө булалар. Теләһә ниндәй ерҙә үҫә ала, оҙолоғо 15 м-ҙан алып 50 метрға тиклем, ағас олоно диаметры 2.5 мертға тиклем етә.

Тирәк
Канада тирәге
Канада тирәге (Populus ×canadensis).
Ағастың дөйөм күренеше.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Populus L.

Номенклатура тибы
Тирәк төрҙәре

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  22444
NCBI  3689
EOL  39565
GRIN  9759
IPNI  36051

Ботаник тасуриламаһы үҙгәртергә

Тирәк ағасының оҙонлоғо 40 — 45 метр (ҡайһы берҙә 60 метрға тиклем үҫә), ә олоно диаметры 1 метрҙан ашыу. Йәш ағастарҙың ҡабығы шыма, аҡһыл йәшел йәки ҡара һоро төҫтә; ҡарт ағастарҙың ҡайһы бер төрҙәрендә ҡабыҡтары шыма булып ҡала, ә икенселәрҙә ҡытырша һәм тәрән ярыҡтар менән. Ботаҡтары йыуан (талдан айырмалы рәүештә). Япраҡтары ботаҡта спираль рәүешендә урынлаша, һәм формаһы менән айрылып тора, ҡайһылары өсмөйөштән түңәрәккә йәки көрәк формаһында (һирәк). Һәм оҙон һап менән. Япраҡтарҙын ҙурлығы бер үк түгел: сит ботаҡтарҙа улар бәләкәй, ә үҙәк ботаҡтарҙа улар бик ҙур.


Тирәктең тамыр системаһы бик ныҡ уҫешкән була, әммә ләкин, тамырҙарҙың өҫкө ҡатламы ғына иң ныҡ үҫешә.

Сәскәләре ике өйлө (бер өйлөләр һирәк була) һәм яҙ башында япраҡтарҙан иртәрәк барлыҡа киләләр. Сәскәләре башаҡҡа оҡшаш сәскәлеккә (һырғаларға) йыйылған.

 
Тирәк орлоғо

Тирәктең орлоғо ваҡ, оҙонлоғо 1 — 3 мм, һәм мамыҡ кеүеҡ, нәҙек сәстәр беркетелгән. Тирәк ағасы 40 — 60 йыл бик тиҙ уҫә, артабан үҫеүе һүлпәнәйә. Тирәктең ғүмер оҙонлоғо 60 — 150 йыл тирәһе.

Ареал үҙгәртергә

Тәбиғәттә тирәк ағасының күп төрҙәре йылға буйында һәм дымлы ҡыялыҡтарҙа үҫә. Ә культур рәүештә ултыртылған ағас теләһә ниндәй ерҙә үҫә. Ябай тирәк ағасы һаҙлы урында үҫә алмай, сөнки ошондай ерҙә тамыры менән һулай алмай.


Культивация үҙгәртергә

Тирәктәрҙең күбеһен декоратив ағас итеп үҫтерәләр. Улар башҡа ағастарға ҡарағанда бейегерәк һәм бик шәп үҫә. Бик тиҙ тамыр биреүсе ағас, хатта һынып төшкән ботаҡтары тамыр ебәреп уҫә алалар.

Тал ағасы кеүек, тирәктең тамыр системаһы бик ныҡ үҫешкән, ағастан 40 метрҙан ашыуға тарала, шуға ла ошондай ағастарҙы өй эргәһендә һәм керамик торбалар үткән ерҙә ултыртыуы — яҡшы уй түгел.

Ҡулланыу үҙгәртергә

Тирәк ағасының уҙағасы бик эре көпшәләрҙән тора, шуға ла ныҡ сыҙамлы булмай.

Етештереү үҙгәртергә

Тирәкте ҡағыҙ етештергәндә ҡулланалар. Тирәктән ҡиммәт булмаған ағас материалдары эшләйҙәр, мәҫәлән, осһоҙ фанера, поддон, һ. б. Тамырында дубиль матдәләр күп булғанлыҡтан, европа идәрендә тире эшкәрткәндә ҡулланылған дубиль матдәләр алалар.

Ауыл хужалығы үҙгәртергә

 
Тирәк

Аүыл хужалығында ел эрозияһынан һаҡлау өсөн трәкте яландарҙа ҡыршау итеп ҡулланалар . Тирәк ағасы түмәрҙәрендә бәшмәк үҫтерәләр.

Классификация үҙгәртергә

Секцялар һәм төрҙәре үҙгәртергә

 
Тирәк

Был ырыуға 6 секцияға бүленгән 25 — 35 төр ағастар ҡарай. [17]

Мексика тирәктәре секцияһы (Abaso) үҙгәртергә

Үҫеү ареалы — Мексика. Ҡалған тирәктәр секцияһы менән сағыштырғанда Мексика тирәктәренең бөтә органдары ла бәләкәй.

  • Populus mexicana — Мексика тирәге

Дельта һымаҡлылыр секцияһы (Aigeiros) үҙгәртергә

Ҡалғандарҙан үҙенсәлекле дельталы япраҡтары менән айрыла, япраҡ һабаҡтары уҫаҡтаҡы кеүек оҙон. Ошо секцияла сатырҙары пирамида формаһындағы ағастар бар, улар Рәсәйҙең көньяҡ райондарында үҫә.

  • Populus nigra L. — Ҡара тирәк, йәки Осокорь
  • Populus deltoides W. BARTRAM EX MARSHALL — Дельта һымаҡ тирәк
  • Populus fremontii S. WATSON

Левколид тирәктәр секцияһы (Leucoides) үҙгәртергә

Тирәктәр төркөмө араһанда иң оло төркөм тип күҙаллайҙар. Был тирәк ағастарының бөрөләре, һырғалары һәм япраҡтары бик ҙур.

  • Populus lasiocarpa OLIV.
  • Populus glauca (шул иҫәптән Populus wilsonii C. K. SCHNEID.)
  • Populus heterophylla L. — Төрлө япраҡлы тирәк

Populus секцияһы үҙгәртергә

Иң киң таралган төркөм. Ҡалған тирәктәр төркөмөнән япрпҡтары һәм бөрөләре сайыр һымаҡ матдә бүлеп сығармауы менән айрыла.

  • Populus adenopoda MAXIM.
  • Populus alba L. — Аҡ тирәк
  • Populus gamblei
  • Populus grandidentata MICHX. — «Эре тешле» тирәк
  • Populus guzmanantlensis A.VÁZQUEZ & CUEVAS
  • Populus monticola
  • Populus sieboldii MIQ. — Зибольд тирәге
  • Populus simaroa
  • Populus tremula L. — Уҫаҡ, йәки «Ҡалтыраусы» тирәкили
  • Populus tremuloides MICHX. — Уҫаҡа оҡшаш тирәк

Бальзамлы тирәктәр секцияһы (Tacamahaca) үҙгәртергә

Япраҡтары һәм бөрөләре хуш еҫле ыҫмалаға бай.

  • Populus angustifolia E. JAMES
  • Populus balsamifera L. — Бальзамлы тирәк
  • Populus ciliata WALL. EX ROYLE
  • Populus laurifolia LEDEB. — Лавр япраҡлы тирәк
  • Populus simonii CARRIERE — Симон тирәге
  • Populus suaveolens FISCH. — Хуш еҫле тирәк (шул иҫәптән Populus koreana REHDER һәм Populus maximowiczii A. HENRY)
  • Populus szechuanica C.K.SCHNEID. — Сычуань тирәге
  • Populus trichocarpa TORR. & A. GRAY
  • Populus yunnanensis DODE — Юнань тирәге

Туранга секцияһы (Turanga) үҙгәртергә

Бал секциялағы тирәктәр уҫаҡҡа оҡшаған, үҙағасы йомшағыраҡ. Ҡалған тирәктәрҙән олоно менән айрылып тора, бындай тирәктәрҙең олоно талдыҡы кеүеҡ күп төплө.

  • Populus euphratica OLIVIER —Евфрат турангаһы
  • Populus ilicifolia (ENGL.) ROULEAU
  • Populus pruinosa SCHRENK — Күгелем тирәк

Гибрид төрҙәр үҙгәртергә

  • Populus ×acuminata RYDB.
  • Populus ×berolinensis DIPPEL — Берлин тирәге, Лавр япраҡлы тирәк менән Ҡара тирәктең гибриды
  • Populus ×canadensis MOENCH — Канада тирәге, Дельта һымаҡ тирәк менән Ҡара тирәктең гибриды
  • Populus ×canescens (AITON) SM. — Һороғайған тирәк, Аҡ тирәк мнән уҫаҡ гибриды
  • Populus ×generosa A. HENRY
  • Populus ×jackii SARG. — Дельта һымаҡ тирәк менән Бальзамлы тирәктең гибриды
  • Populus ×moskoviensis R. I. SCHROD. — Мәскәу тирәге, Хуш еҫле тирәк менән Лавр япраҡлы тирәктең гибриды
  • Populus ×petrowskiana R. I. SCHROD. EX REGEL — Петр тирәге, Дельта һымаҡ тирәк менән Хуш еҫле тирәк гибриды
  • Populus ×rasumowskiana (R. I. SCHROD. EX REGEL) DIPPEL — Разумовский тирәге, Вобст тирәге һәм Лавр япраҡлы тирәктең гибриды
  • Populus ×vernirubens A. HENRY
  • Populus ×woobstii (R. I. SCHROD. EX REGEL) DODE — Вобст тирәге, Лавр япраҡлы тирәк менән Бальзамлы тирәктең гибриды

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Entry for Populus L. (ингл.). NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0 (Sept 24, 1997). Дата обращения: 21 октябрь 2010.