Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр

Мәҡәлхалыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.

Әйтем — һамаҡлап әйтелгән һүҙ; башҡорт фольклорында тормоштоң айырым бер күренешенә ситләтеп, кинәйәләп йәки образлы итеп баһа биргән тотороҡло һүҙбәйләнеш; идиоматик әйтем составы һәм төҙөлөшө тотороҡло булған, мәғәнә яғынан бер бөтөн әҙер телмәр берәмеген тәшкил иткән, лексик яҡтан ойошҡан һүҙбәйләнеш.

Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү - телмәрен биҙәү, матурлау өсөн уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн, образлылығын арттырыу сараһы булараҡ ҡулланылалар.

Мәҡәлдәр үҙгәртергә

Ниндәй ҙә булһа бер темаға нигеҙләнә, унда тормошта осрай торған күренештәр художестволы образ аша кәүҙәләнә.

Мәҡәлдең төрҙәре үҙгәртергә

  • Туған ил. батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр

Мәҫәлән: Сит ерҙә солтан булғансы,үҙ ерендә олтан бул.

  • Хеҙмәт тураһындағы мәҡәлдәр
  • Ғаилә мөнәсәбәтәре тураһындағы мәҡәлдәр
  • Тормош- көнкүреш тураһындағы мәҡәлдәр
  • Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһындағы мәҡәлдәр

Әйтемдәр үҙгәртергә

Өгөт- нәсихәт. аҡыл өйрәтеү, кәңәш итеү, әәхләҡ тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тотҡан шиғри жанр. Мәҫәлән:

Ил ҡәҙерен белгәндең

Башы ҡәҙерле булыр.

Ир ҡәҙерен белгәндең

Ашы ҡәҙерле булыр.

Мал ҡәҙерен белгәндең

Ҡото артыр.

Әйтемтәрҙең төрҙәре үҙгәртергә

  • Батырлыҡ тураһында әйтемдәр.
  • Тыуған ил тураһында әйтемдәр.
  • Тормош- күнкүреш тәжрибәлеген сағылдырған әйтемдәр

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә