Медици́на (лат. medicina) — диагностика, дауалау терапияһы, ауырыуҙарҙы профилактикалау, сәләмәтлекте һаҡлау һәм нығытыу, кешенең хеҙмәткә яраҡлылығын, ғүмерен оҙайтыу, шулай уҡ физик, психик сирҙәр ваҡытында хәлде еңеләйтеү маҡсаты берләштергән фәнни белем һәм практик саралар системаһы. «Медицина» һүҙе латын теленән, ars medicina — дауалау сәнғәте[1].

Асклепий статуяһы (Эскулап), медицинаның грек аллаһы, спираль йылан менән асклепияның символик таяғын тотҡан

Символдары үҙгәртергә

Хәҙерге заманда медицинаны билдәләү өсөн иң ҙур символик мәғәнәнең дүрт варианты бар.

Медицинаның тышҡы символдарының береһе 6 мөйөшлө йондоҙ[2]. Боронғораҡ медицина символы булып Асклепия таяғы (рус.)баш. тора. Ул бөйөк дауалаусыныҡы була. Өсөнсө киң билдәле символ — Халыҡ-ара Ҡыҙыл тәре хәрәкәте. Эмблемаһы — Ҡыҙыл тәре һәм ярым ай. Дүртенсе символ — тәрилкә тирәләй уралған йылан. Ул дауалауҙа йылан ағыуы ҡулланған Әбүғәлисина һәм тәрилкә, йылан менән кәүҙәләндерелгән боронғо грек һаулыҡ аллаһы Гигиея менән бәйле[3].

Тарих үҙгәртергә

 
Энеолит осоронда, Агдам районының Чалагантепта табылған трепанция билгеләре булған баш һөйәге. Беҙҙең эраға тиклем 5 меңенсе йылда Азербайджан тарихы музейы, Баку

.

 
Философ, архитектор, батша һарайы китапханасыһы һәм тарихтағы тәүге рәсми врач Хесе-Ра-ның ағас таҡталарындағы һүрәттәр.
 
Билдәле грек врачы Гиппократ.

Боронғо донъя үҙгәртергә

Башта ауырыу, кешегә дошман булған тышҡы йән эйәһе нисектер кеше тәненә үтеп инеп, ауыртыныу булдыра, тип ҡаралған. Шулай итеп, шул дәүерҙәге кешенең тирә-яҡ донъяның асылын һәм закондарын белмәүе, тәбиғәт алдындағы көсһөҙлөгө кеше организмына эйәләшкән ҡара көстәр тураһындағы ялған куҙаллауҙарҙың һәм уларҙы дауалау буйынса төрлө магик алымдарҙың (сихыр, өшкөрөү, доға һ. б.) барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған.

Кешенең барлыҡҡа килеүенең тәүге этаптарында им-томсолоҡ һәм шаманлыҡ үҫеше үҙенән-үҙе дауалау төшөнсәһен барлыҡҡа килтергән. Үҫешкән боронғо дәүләттәрҙә медицина ҙур уңышҡа ирешә. Боронғо грек врачы Гиппократтың, Рим тәбиғәт фәндәре белгесе Клавдий Галендың, Александрия врачы Герофилдың һәм Эрасистраттың хеҙмәттәрен бөгөнгә еткергән тарихи документтар бар. Бынан тыш, боронғо Көнсығыш яҙма ҡомартҡылары (боронғо Египет медицина папирустары; Хаммурапи законы; Һиндостанда Аюрведа законы һ. б.) боронғо дәүләттәрҙә врачтарҙың эшмәкәрлек итеү шарттары, дауалау өсөн гонорар күләме һәм ауырыуға зыян килтергән өсөн яуаплылыҡ дәрәжәһе закон менән регламентланған, тип дәлилләй.

Шулай итеп, боронғо донъяла врачтар һәм ҡанбабалар дауалауҙың мистик һәм магик формалары менән бер рәттән рациональ дауалау алымдары һәм халыҡ медицинаһының шифалы әмәлдәрен дә файҙалана. Гигиеник кәңәштәр менән диететикаға, массажға, һыу процедураларына, дауалау гимнастикаһына ла ҙур урын бүленә. Баш һөйәген трепанациялау, Кесарево киҫеше, эмбриотомия һ. б. төрлө уңышлы хирургик алымдар тураһындағы беҙҙең көндәргәсә килеп етекән мәғлүмәтттәр билдәле. Боронғо Ҡытай медицинаһы 2000-дән ашыу дарыу файҙаланған. Улар араһында женшень, терегөмөш, ревень тамыры, камфора һ.б. мөһим урын алып торған. Бер нисә мең йыл энә терапияһының үҙенсәлекле Аккупунктура алымы була. Боронғо Һиндостанда анатомия һәм хирургия юғары кимәлгә күтәрелә.

Боронғо Египет үҙгәртергә

 
Пациентты дауалаусы врач.

Боронғо Египет медицинаһы етди тикшерелгән күҙәтеүҙәр һәм һығымталар менән ышандырылған хөрәфәттәр ҡатышмаһынан тора. Врачтар боронғо Египет ҡанбабалары үҙ яҙмаларында күрһәткән ҡағиҙәләр буйынса ғына эшләргә тейеш булған. Медициналағы бөтә асыштар ҙа Озирус, Изида, Гор мифологияһы, Баст һәм Тот аллаларыныҡы тип иҫәпләнгән. Табиплыҡ эше ҡанбабалар — пастофорҙар ҡулында булған. Улар ауырыуҙарҙы храмдарҙа ҡабул иткән. Медицинаға уҡытыу махсус мәктәптәрҙә башҡарылған.

Египетта гигиена күренерлек роль уйнаған: кешеләрҙең йәшәү рәүеше, туҡланыуы, йоҡоһо, йыуыныуы аныҡ билдәләнгән. Был ҡағиҙәләрҙең күбеһе еврейҙарҙан үҙләштерелгән һәм уларҙың изге китабына ингән. Һәр өс көн һайын (икенсе бер мәғлүмәттәр буйынса 3 ай һайын) тәнде таҙартыу өсөн эс йомшартыусы һәм ҡоҫтороусы дарыуҙар эсергә, дин буйынса билдәле бер ваҡыт арауығында итле һәм һөтлө аштан баш тартырға ҡушылған. Һаулыҡты уйындар аша ла нығытҡандар. Махсус хисапсылар тыуым, үлем, ауырыу сәбәптәре тураһында иҫәп алып барған. Ерләү зыяраттарҙа, тауҙарҙа башҡарылған; фараондарҙың мәйете өсөн Египет пирамидалары төҙөлгән. Ирекле граждандарҙың мәйеттәре вафат булыусының йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарап, өс төрҙә бальзамланған. Бөгөнгө заман кешеһенә ғәҙәти булған кеше анатомияһы һәм физиологияһы төшөнсәләре боронғо Египет медицинаһында бөтөнләй булмаған, ә инде был туралағы күҙаллауҙар идеалистик һаналған. Ошо ҡараштарға ярашлы, тән менән дүрт рух идара итә. 50 йәшкә тиклем тән көн һайын 1,2 лот үлсәү берәмегенә (яҡынса 6,5 грамм) арта. Һуңғараҡ ул кәмей һәм шул арҡала кеше үлә.

Египетлыларға опиум һәм гашиш та билдәле була. Улар һәр ваҡытта ла яңы йәки йылытылған көйө файҙаланылған һәм ҡамырға ҡушып баҫылып икмәк итеп бирелгән. Балаға дарыу бирер өсөн уны имеҙеүсе ҡатын дарыу ҡабул иткән һәм ул һөт менән балаға тапшырылған. Эскә ҡабул ителгән дарыуҙарҙан тыш, башҡа төрлө дауалау ысулдары ла булған: клизма, тампондар, ыҫлау, майҙар, боҫлама һалыу, пломба ҡуйыу һ. б.

Георг Эберс фекере буйынса сихыр, арбау түбән ҡатлам өсөн генә булған.

Боронғо Египет врачтары күҙ ауырыуҙарын дауалау буйынса юғары уңышҡа ирешкән: дарыуҙар тәғәйенләнгән, операциялар яһалған. «Египет әҙ ҡанлылығы» йәғни «анкилостомоз»-дың килеп сығыу сәбәбе (үҙенсәлекле ауырыу, паразитар этиологияһы яңыраҡ ҡына асыҡланған) боронғо египет папирустарында уҡ теүәл күрһәтелгән. Һүрәтләүҙәр буйынса тире ауырыуҙары һәм проказа (махау ауырыуы) йыш осрай. Шул уҡ ваҡытта «проказа» инфекцион сир тип һанала, шуға күрә ауырыуҙар изоляцияланған. Египеттағы хирургия һинд хирургияһынан күпкә ҡалышҡан. Әммә яраларҙы бәйләү ҡәнәғәтләнерлек булған, һынған осраҡта бәйләмес алыштырылған. Йәрәхәттәргә порошок һибелгән һәм май һөртөлгән. Бынан тыш, бала таптырыу, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары, түлһеҙлек буйынса ла күп кенә алымдар будырылған.

Урта быуаттар үҙгәртергә

 
Абу Али Ибн Сина — урта быуаттарҙың иң билдәле врачтарының береһе.

Практик медицина күҙәтеүҙәрен туплау урта быуаттарҙа ла дауам иткән. Ауырыуҙар һәм яралыларҙы дауалау өсөн махсус учреждениелар, VII быуатта тыныс халыҡ өсөн монастыр дауаханалары булдырылған. Халыҡ миграцияһын булдырған тәре походтары эпидемияларҙың килеп сығыуына һәм Европала карантиндар булдырыуға сәбәпсе булған.

VII быуатта ислам илдәрендә ныҡлап төрлө фәндәр үҫешә: ислам донъяһы ғалимдары боронғо цивилизацияның медицина белемен үҫтерә башлай. Хәлифтәр фәнде һәм ғалимдарҙы үҙ яҡлауы аҫтына ала. Харун-ар-Рашид Бағдатта мәктәптәр, дауаханалар, дарыуханалар аса. Уның улы Мәмүн Бағдатта Академияға нигеҙ һала һәм бөтә илдәрҙең ғалимдарын үҙенә саҡыра. Мәктәптәр күп ерҙәрҙә: Куфала, Басрала, Бохарала һәм башҡа ҡалаларҙа асыла.

1873 йылда Әхмәт Ибен Тулун эргәһендә иң ярлы ҡатлам халыҡ өсөн тәүге эре дауахана һалына. Дауаханаға ятыр алдынан кейемдәр һәм аҡса дауахана менән идара итеүсегә һаҡланыуға тапшырыла. Дауахананан сыҡҡанда ауырыуға һуңғы рацион сифатында бер тауыҡ һәм бер икмәк бирелгән. Унда аҡылдан яҙыусылар өсөн айырым бүлек тә булған.

Ғәрәптәр медицина үҫешенә айырыуса ҙур өлөш индергән шарттарҙа йәшәй күрәһең, сөнки ислам ауырыуҙарҙан дауа эҙләргә саҡыра һәм дауалаусыларҙы күккә күтәреп маҡтай. Ғәрәп ғалим-медиктары боронғо медиктарҙың яҙмаларын өйрәнә. Ибн Зухр Авензоар кеше үлгәндән һуң мәйетте ярыу буйынса тәүге билдәле врач була. Билдәле ғәрәп медиктары: Аарон, Бактишва (бер нисә боронғо Несториан врачы), Гонен, Ибн аль-Вафид (Абенгефит), Ар-Рази, Али ибн Сахль Раббан аль-Табари (Гали-Аббас), Ибн Сина (Авицена), Албукасис, Ибн Рушд (Аверроэс), Абдул-Латиф аль-Багдади (ираҡ ғалимы).

Византия һәм ғәрәп медицинаһы донъя медицинаһы фәнен ауырыуҙарҙың яңы симптомы һәм дарыуҙар менән байыта. Медицина үҫешендә айырыуса ҙур ролде Ибн Сина (Авиценна) уйнай.

Урта быуаттарҙа Көнбайыш Европа медицинаһы үҙгәртергә

 
XI—XII быуатта Салерно медицина мәктәбенең врачтарын һәм пациенттарын һүрәтләгән гравюра.

Урта быуаттағы көнбайыш Европала, антиклыҡ менән сағыштырғанда, эмпирик фән түбән кимәлдә була. Өҫтөнлөктө теология һәм схоластика ала. Фән университеттарҙа туплана. IX быуаттан башлап, хәҙерге Германия, Англия, Франция территорияһындағы университететарҙа башҡа фәндәр менән бер рәттән медицина ла уҡытыла. Дауалау менән монахтар һәм аҡһөйәктәр шәғөлләнә. Европала медицина мәктәптәренең иң билдәлеләре булып, Салерно мәктәбе һанала. Был мәктәптең яҙмалары башҡа училищеларҙа өлгөлө булып тора. Иң билдәлеһе булып, «лат. Regimen Sanitatis» гигиеник поэмаһы иҫәпләнә. Салерно мәктәбенә дини, донъяуи белемле врачтар һәм ҡатындар ҡарай. Улар дауаханалар менән мөдирлек итә, походтарҙа армияны оҙатып йөрөй һәм королдәргә, принцтарға эшләй.

XIII быуатта башлап, шул ваҡыттағы медицина вәкилдәрендә ауырыу тәбиғәтен күҙәтеүҙәр һәм тәжрибәләр ярҙамында өйрәнеүгә ынтылыш тыуа. Шундайҙарҙың береһе Арнольд из Виллановы һәм Р. Бэкон (рус.)баш.. XIV быуатта мәйетте ярыу нигеҙендә анатомияны өйрәнеү башлана һәм М. де Луцци (инг.)баш. (1275—1326) органдарҙың теүәл күсермәһен һүрәтләгән яҙма булдыра. Шуға ҡарамаҫтан, XV быуатта тиклем ғәрәптәр Европа медицинаһынан өҫтөн була. Гален яҙмалары ла Европала ғәрәп тәржемәһенән тарала.

Урта быуат Русы үҙгәртергә

Рус дәүләтендә монастырь медицинаһы менән бер рәттән халыҡ медицинаһы ла үҫешен дауам итә. XI—XII быуаттарҙа Переяславль һәм Киевта, XIII быуатта Львовта дауаханалар булдырыла. Рәсәйҙә элек-электән дауалау эше менән врач-эмпириктар, аптекарҙар (шифалы үләндәр белгесе), быуын ултыртыусылар, цирюльниктар шөғөлләнгән.

Яңырыу дәүере үҙгәртергә

Медицина үҫешендә мөһим аҙымдар Яңырыу дәүерендә (XV—XVIII быуаттар) яһала. Швейцар врачы Парацельс (рус.)баш. тәжрибә һәм белемгә таянған медицинаны пропагандалап сығыш яһай, төрлө химик матдәләрҙе, минераль һыуҙарҙы табиплыҡ шөғөлөнә индерә. А. Везалий (рус.)баш. кеше тәне төҙөлөшө һәм функциялары үҙенсәлеген һүрәтләй. Инглиз врачы У. Гарвей (рус.)баш. ҡан әйләнеше тураһында тәғлимәт булдыра.

XVI практик медицина өлкәһендә мөһим ваҡиға булып, итальян врачы Дж. Фракастороның контагиоз (йоғошло) ауырыуҙар ғилемен һәм француз врачы А. Паре тарафынан хирургияның тәүге фәнни нигеҙен булдырылыуы тора.

Яңы ваҡыт үҙгәртергә

 
1682 йылда үҙенең пациенттарына барыусы врач
 
Беҙҙең эраның XVII быуатында операция

Сәнәғәт производствоһының үҫеше һөнәри ауырыуҙарҙы өйрәнеүгә иғтибарҙы йүнәлтә. XVII—XVIII быуат дәүерендә итальян врачы Б. Рамаццини сәнәғәт паталогияһын һәм хеҙмәт гигиенаһын өйрәнеүгә башланғыс һала. Медицина үҫешкән һайын төрлө илдәрҙә медицина учреждениелары асыла. XVIII быуатта Рәсәй империяһында Фән академияһы (1724 йыл) һәм медицина коллегияһына Аптекарь приказы (1763) булдырыла һәм бер нисә медицина мәктәбе асыла.

1773 йылда Львовта Медицина коллегияһы асыла. Ул 1784 йылда Львов университетының медицина факультеты менән берләштерелә. 1787 йылда Елизаветград медик-хирургик мәктәбе асыла.

XVIII быуаттың икенсе, XIX быуаттың тәүге яртыһында хәрби һәм диңгеҙ гигиенаһына нигеҙ һалына. Немец ғалимы Роберт Кох микробиологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Эксперименталь фармакология һәм токсикологияға нигеҙҙе француз физиологы һәм патологы К. Бернар һала. Немец физиологы Г. Гельмгольца, чех биологы Я. Пуркине офтольмологияның үҫешенә булышлыҡ итә. Был ваҡытта медицина уҡытыу йорттары иҫәбе күбәйә.

Медицина өлкәһендәге йүнәлештәр үҙгәртергә

Профилактик медицина үҙгәртергә

Элек был өлкә бер кешегә һәм шулай уҡ бер нисә төркөм кешегә ҡарата ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында, Санитария һәм гигиена тип аталған.

  • «Гигиена» уңайлы һәм уңайлы булмаған йоғонтоно берләштереп, тышҡы мөхиттең кешегә ҡарата тәьҫирен өйрәнә.
  • Дезинфектология
  • Санитария
  • Эпидемиология ауыртыныу процессының демографияһын, уларҙы таралыуҙан туҡтатыу, ауырыуҙы кәметеү сараларын өйрәнә. Эпидемияны өйрәнеү менән генә сикләнмәй.

Клиник медицина үҙгәртергә

Ауырыу кешеләрҙе асыҡлау, дауалау һәм бер үк пациенттың икенсе тапҡырға ауырыуын булдырмау.

  • Диетологиятуҡланыуҙың кеше сәләмәтлегенә һәм ауырыуға ҡарата тәьҫирен өйрәнә. Диетологтар шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуы ваҡытында, артыҡ ауырлылыҡтан, аш һеңдереү процессы боҙолғанда, аллергиянан, туймағанлыҡтан, шеш ваҡытында терапевтик диета тәғәйенләй. Уны күп осраҡта яңылыш туҡланыу гигиенаһы менән бутайҙар.
  • Терапия
  • Хирургия
  • Психиатрия
  • Педиатрия
  • Геронтология
  • Кардиология
  • Неврология
  • Эндокринология — гормонгдарҙы һәм уларҙың кеше тәненә йоғонтоһон өйрәнә.
  • Офтальмология
  • Стоматология
  • Урология

Фармакология (фармацевтика) үҙгәртергә

  • Фармакоэпидемиология
  • Фармация
  • Биохимик фармакология
  • Клиник фармакология
  • Молекуляр фармакология
  • Фармакогеномика
  • Эксперименталь фармакология

Медик-биологик тармаҡтар үҙгәртергә

  • Анатомия' — 'организмдың физик төҙөлөшөн өйрәнә. "микроскопик анатомия"нан — цитологиянан һәм гистологиянан айырмалы рәүештә микроскопик структураны өйрәнә.
  • Биохимия — тере организмда барған химик процесстарҙы, химик компоненттарҙың структураһын һәм функцияһын өйрәнә.
  • Биомеханика- механик алымдар ярҙамында биологик системаның структураһын һәм функцияһын өйрәнә.
  • Биологик статистика— статистиканы биологик майҙанға киң мәғәнәлә ҡулланыу. Биостатистиканы белеү медицина тикшеренеүҙәрен интерпретациялау, планлаштырыу, баһалауҙа мөһим әһәмиәткә эйә.
  • Биофизика- междициплинар фән. Биологик системаларҙы өйрәнеү өсөн физика, физик химия алымдарын файҙалана.
  • Цитология- айырым күҙәнәктәрҙе микроскопик тикшереү менән шөғөлләнә.
  • Эмбриология- организмдың иртә үҫешен өйрәнә.
  • Генетика- гендарҙы уларҙың биологик нәҫелдәге ролен өйрәнә.
  • Гистология — яҡтылыҡ, электрон микроскопияһы һәм иммуногистохимия ярҙамында биологик туҡымаларҙың структураһын өйрәнә.
  • Иммунология — үҙ эсенә тыумыштан килгән һәм адаптив иммунитетты алған иммун системаһын өйрәнә.
  • Инфектология — инфекцияларҙы өйрәнә.
  • Комбустиология — бешкән урындарҙы һәм уларҙы дауалауҙы өйрәнә.
  • Медицина физикаһы — медицинала физика принциптарын ҡулланыуҙы өйрәнә.
  • Микробиология — микроорганизмдарҙы, шул иҫәптән ябай бактерияларҙы, бәшмәктәрҙе, вирустарҙы өйрәнә.
  • Молекуляр биология — ДНК репликацияһы процессының молекуляр нигеҙен, транскрипцияһын һәм генетик материалдың күсермәһен өйрәнә.
  • Нейробиология — нервы системаһын өйрәнеү менән бәйле фәндәрҙе үҙ эсенә ала. Ғәҙәттә нейробиология кешенең баш һәм арҡа мейеһе физиологияһына иғтибарҙы йүнәлтә. Ҡайһы бер клиник һөнәрҙәр үҙ эсенә неврологияны, нейрохирургияны һәм психиатрияны ала.
  • Патология- ауырыуҙар сәбәбен, барышын, үҫешен һәм хәл ителешен өйрәнә.
  • Физиология- организмдың нормаль функцияланыуын һәм уның нигеҙендә ятҡан көйләү механизмын өйрәнә.
  • Токсикология — дарыуҙар һәм ағыуҙың хәүефле эффектын өйрәнә.

Медицинаның айырым өлкәләре үҙгәртергә

  • Авиация медицинаһы
  • Арктик медицина
  • Хәрби медицина
  • Космик медицина
  • Һәләкәттәр медицинаһы
  • Һыу аҫты медицинаһы
  • Спорт медицинаһы
  • Суд медицинаһы
  • Хеҙмәт медицинаһы
  • Хрономедицина

Теоретик медицина үҙгәртергә

Медицинала аҡыллы кешенең организмын, уның нормаль, патологик төҙөлөшөн, функцияланыуын, ауырыуҙарын, патологик торошон, уны диагностикалау, коррекциялау, дауалау алымын өйрәнеүсе теоретик медицинаны йәки биомедицинаны айырып ҡарайҙар.

Теоретик медицина дауалауҙың теоретик нигеҙҙәрен тикшерә, практик медицина үҫеше юлдарын тәҡдим итә. Был медицина фәнни теоретик белем менән раҫланған логик медицина фекерләүенә нигеҙләнгән. Төрлө ҡараштарҙы дөйөмләштереү теоретик медицинаға медицина ғилми фараздарын булдырыу мөмкинлеге бирә. Теоретик медицина — практикалағы тәүге аҙым.

Ҡағиҙә булараҡ, теоретик медицина медицина практикаһына, медицина тикшеренеүҙәре һәм теорияларындағы кеүек, артыҡ ҙур дәрәжәлә ҡағылмай. Теоретик медицина һөҙөмтәләре яңы дауалау сараларының барлыҡа килеүенә, ауырыу нигеҙендәге һәм һауығыу процессындағы механизмдарҙы тағы ла тәрәнерәк, молекуляр аңлау мөмкинлеге бирә һәм шуның менән бөтә медицина ҡушымталарына нигеҙ булдыра[4].

Практик медицина үҙгәртергә

Медицинала шулай уҡ практик йәки клиник медицинаны ла айыралар. Медицина фәне тарафынан тупланған белемде ауырыуҙарҙы, кеше организмының паталогик хәлен дауалау өсөн практикала ҡулланыу.

Иҫбатлау медицинаһы үҙгәртергә

Хәҙерге медицина фәнендә иҫбатлау медицинаһы критерийҙары киң ҡулланыла. Ул теге йәки был дауалау алымының, профилактикалауҙың, диагностикалуҙың эффектлығында етди дәлил талап итә. Эффектлығы буйынса РКИ (рандомизированные клинические испытания) раҫлауы булмаған бөтә башҡа алымдар ҙа эффектһыҙ алым булараҡ кире ҡағыла.

Йәшкә ҡарап күп кенә ауырыуҙарҙың көсәйеүе сәбәпле, иҫбатлау медицинаһында геронтология һәм гериатрия кеүек бүлектәр үҫешә. Улар ҡартайыу процессын яйлатыу проблемаларын, ҡартлыҡҡа ҡаршы терапияны, оло йәштә һәм ҡартлыҡтағы профилактик медицинаны өйрәнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Черных П. Я. Историко-этимологический словарь русского языка. — М.: «Русский язык», 1999. — Т. 1. — С. 519—520. — 623 с. — ISBN 5-200-02685-7.
  2. Звезда жизни — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  3. Гигиея, Популярный словарь русского языка. Толково-энциклопедический. — М.: Русский язык-Медиа. А. П. Гуськова, Б. В. Сотин. 2003.
  4. Rose, Nikolas (2007) The Politics of Life Itself: Biomedicine.Power, and Subjectivity in the Twenty-First Centuty. Princeton, New Jersey: Princeton University Press. p.372. ISBN 0-691-12191-5

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ковнер С. Г. История древней медицины. — К., 1878-1888. Вып. 1-3
  • Лахтин М. Ю. Этюды по истории медицины. — М., 1903.
  • Мороховец Л. З. История и соотношение медицинских знаний. — М., 1903.
  • Мейер-Штейнег Т., Зудгоф К. История медицины. — М., 1925.
  • Менье Л. История медицины. — М.;Л., 1926.
  • История медицины / Под ред. Б. Д. Петрова. — М., 1954. — Т. 1.
  • Заблудовский П. Е. История отечественной медицины. — М., 1960-1971.
  • Бородулин Ф. Р. История медицины. — М., 1961.
  • Мультановский М. П. История медицины. — 2-е изд.. — М., 1967.
  • Глязер Г. О мышлении в медицине. — М., 1969.
  • Выдающиеся имена в мировой медицине. — К., 2002.
  • 60 лет Российской Академии медицинских наук / Под ред. В. И. Покровского.. — М., 2004.
  • Мирский М. Б. Медицина России Х-ХХ вв. — М., 2005.
  • Очерки истории медицины XX в. — Казань, 2006.
  • Литвинов А. В., Литвинова И. А. Нобелевская плеяда медицинской науки: Энциклопедия лауреатов. — Смоленск, 2008.
  • Сорокина Т. С. История медицины. — 9-е изд.. — М., 2009.
  • Скороходов Л. Я. Краткий очерк истории русской медицины / Л. Я. Скороходов; науч. ред. и коммент. М. В. Супотницкого. — М.: Вузовская книга, 2010. — 430 с.: ил. ISBN 978-5-9502-0428-9

Һылтанмалар үҙгәртергә