Керелдәк сөрәгәй (рус. чирок-трескунок, лат. Anas querquedula)—— өйрәктәр ғаиләһендәге ҡош.

Керелдәк сөрәгәй
Ата ҡош
Ата ҡош
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anas querquedula (Linnaeus), 1758)

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 100600460

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  175093
NCBI  75856
EOL  1048957

Ҡоштоң тышҡы ҡиәфәте үҙгәртергә

Сөрәгәй, сүрәгәй, сөрәкә өйрәк. Йорт өйрәгенән бәләкәйерәк. Яңғыҙ, парлашып, күмәкләшеп йөрөйҙәр. Яҙғыһын ата өйрәктең башы ерәнһыу көрән, күҙе аша киң генә ҡара һыҙыҡ үтә. Түше, һырты, ҡанаттары ҡара сыбарлы ҡуйы көрән. Ҡабырғалары көрән һыҙыҡлы һоро. Ҡойроғо, ҡанаттарының осо ҡара. Йәйге һәм көҙгө ата өйрәктең, инә ҡоштарҙыҡы һымаҡ, һырты, ҡара буй һыҙыҡлы көрән, ҡорһаҡ яғы ҡара таплы аҡһыл һоро. һыҙғыраҡ сөрәгәйҙән һоро төҫтәге ялтыр көҙгөһө менән айырыла.

 
Инә ҡоштар

Tауышы үҙгәртергә

Ата ҡош керелдәй: «крерр-крерр», инә өйрәк яңғырауыҡлы быжҡылдай.

Төйәк иткән урындары үҙгәртергә

Үҫемлектәргә бай йылға һәм күлдәрҙә йәшәй. Башлыса төрлө һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. 8—10 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.

 
Керелдәк сөрәгәйҙәр Һиндостанда ҡышлауҙа
 
Битинияла — ҡусҡарҙар керелдәк сөрәгәйҙәрҙең яратҡан аҙығы
 
Ата һәм инә ҡоштар
 
Spatula querquedula

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Дементьев, Г. П., Гладков Н. А. Птицы Советского Союза. — Советская наука, 1953. — Т. 4. — С. 451—461. — 635 с.
  • Иванов А. И., Козлова Е. В., Портенко Л. А., Тугаринов А. Я. Птицы СССР. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1951. — Т. 1. — С. 126-127.