Кацусика Хокусай (япон. 葛飾 北斎?); 31 октябрь 1760 йыл, Эдо (хәҙерге Токио) — 10 май 1849 йыл, шунда уҡ) — укиё-э йүнәлешендә эшләгән япон рәссамы[3], иллюстратор, Эдо дәүерендәге гравёр. Бик күп ҡушаматтар менән эшләй. Көнсығышта иң танылған Япон граверҙарынан иҫәпләнә. Япон ксилография дәүерен тамамлаусы иҫ киткес шәп оҫта.

Кацусика Хокусай
北斎

Автопортрет
Тыуған:

31 октябрь 1760({{padleft:1760|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны:

Эдо (хәҙер Токио)

Үлгән:

10 май 1849({{padleft:1849|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (88 йәш)

Үлгән урыны:

Эдо (хәҙер Токио)

Ил:

Япония[1][2]

Стиль:

укиё-э

Влияние на:

импрессионизм

Имза:

Викимилектә эштәре
Көньяҡ еле. Аяҙ көн. (Ҡыҙыл Фудзи). 1823—1831

Хокусай үҙ ғүмерендә утыҙлап псевдоним ҡулланған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡушаматтар ҡулланыу ул осорҙағы япон рәссамдары өсөн ябай бер практика ғына булған. Ҡушаматтар һаны буйынса ул танылған рәссамдарҙың барыһын да уҙып киткән. Ҡушаматтары менән йыш ҡына уның ижадының осорҙарын билдәләйҙәр[4].

Биография үҙгәртергә

Бала сағы үҙгәртергә

Һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Ғаилә Кацусика районында йәшәгән, ул ҡаланан алыҫ булмаған ярлы биҫтә. Рәссамдың ысын исеме — Токитаро (япон. 時太郎?)[5]. Атаһы Накадзима Исэ (япон. 中島 伊勢?) булған тип һанала, ул сёгун өсөн көҙгөләр яһаған[5]. Хокусай атаһының вариҫы булмай, шуға күрә, фараздар буйынса, уның әсәһе конкубина[4] булған. Хокусай ижадын өйрәнеүсе Нарадзаки Мунэсигэ (япон. 楢崎 宗重?) фекеренсә, Накадзима Исэ малайҙың үгәй атаһы булған, ул малайҙы һөнәренә өйрәткән. Ә ысын атаһы итеп ғалим крәҫтиән Кавамуруны һанай, ул малайҙы Накадзимаға дүрт-биш йәшендә бирә. Хокусай ғаиләһе ярлы булып, барлыҡ балаларын да үҫтерергә мөмкинлектәре булмай. Шулай уҡ тәрбиәгә кинйә балаларҙы ғына биргәндәр, ул оло бала булмаған тигән фекергә килә өйрәнеүсе.

Алты йәшендә һүрәт төшөрә башлай, бәлки атаһынан да өйрәнгәндер, сөнки көҙгө эшләгәндә, уны биҙәү ҙә кәрәк булған[4].

Юл башы үҙгәртергә

Хокусай Судзуки Харунобу, Кацукава Сюнсё, Утагава Тоёхару япон гравюра оҫталары менән бер ваҡытта йәшәй. Оҫтаханала Хокусай ағасты һырларға өйрәнә. Әммә Хокусай үҙ йүнәлешен эҙләй һәм үҙ һүрәттәре буйынса гравюра төшөрөү менән мәшғүл була.

1778 йылда Хокусай билдәле укиё-э рәссамы Сюнсё (1726—1792) студияһына уҡырға инә, ул актерҙар һүрәттәрен (кабуки) төшөрө- менән шөғөлләнә. Уның оҫтаханаһы Эдола иң ҙурҙарынан һанала. Хокусай ижады ошо ваҡыттан «Сюнро дәүере» тип атала, сөнки ошо исем менән ҡул ҡуя. 1779 йылда йәш рәссам театр портреттары серияһын эшләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://www.kulturarv.dk/kid/VisKunstner.do?kunstnerId=40578
  2. Japans // https://hdl.handle.net/20.500.11840/pi59840
  3. Коломиец А. С., 1967, с. 3
  4. 4,0 4,1 4,2 Weston, Mark (1999). Giants of Japan: The Lives of Japan’s Most Influential Men and Women. New York: Kodansha International. P. 116. ISBN 1-56836-286-2.
  5. 5,0 5,1 Nagata, Seiji (1995). Hokusai: Genius of the Japanese Ukiyo-e. Kodansha International, Tokyo.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

рус телендә
  • Коломиец А. С. Манга: Сборник рисунков Хокусая / Отв. ред. Н. И. Конрад. — М.: Наука (ГРВЛ), 1967. — 136 с. — 3 000 экз.
  • Воронова Б. Г. Искусство суримоно Кацусика Хокусая (рус.) // Сообщения Музея изобразительных искусств им. Пушкина. — 1966. — В. 3. — С. 66—73.
  • Белецкий П. А. Одержимый рисунком / Платон Белецкий. — Л.: Детская литература, 1970. — 176 с. — (В мире прекрасного). — 50 000 экз. (в пер., суперобл.)
  • Воронова Б. Г. Кацусика Хокусай. Графика. — М.: Искусство, 1975.
  • Новые открытия советских реставраторов: Японская гравюра / Составитель С. В. Ямщиков; Отбор поэтических текстов и переводы стихов с японского А. А. Долина]]; ВХНРЦ имени академика И. Э. Грабаря. — М.: Советский художник, 1979. — 144 с. — 40 000 экз. (обл.)
  • Суримоно. Поэтическое поздравление. Музей «700 лет – Ландскрона, Невское устье, Ниеншанц». Дата обращения: 10 май 2012. Архивировано 2012 года. 2013 йыл 24 май архивланған.
Сит ил телдәрендә
  • Bowie, Theodore (1964). The Drawings of Hokusai. Indiana University Press, Bloomington.
  • Forrer, Matthi (1988). Hokusai Rizzoli, New York. ISBN 0-8478-0989-7.
  • Forrer, Matthi; van Gulik, Willem R., and Kaempfer, Heinz M. (1982). Hokusai and His School: Paintings, Drawings and Illustrated Books. Frans Halsmuseum, Haarlem. ISBN 90-70216-02-7
  • Hillier, Jack (1955). Hokusai: Paintings, Drawings and Woodcuts. Phaidon, London.
  • Hillier, Jack (1980). Art of Hokusai in Book Illustration. Sotheby Publications, London. ISBN 0-520-04137-2.
  • Lane, Richard (1989). Hokusai: Life and Work. E.P. Dutton. ISBN 0-525-24455-7.
  • van Rappard-Boon, Charlotte (1982). Hokusai and his School: Japanese Prints c. 1800—1840 (Catalogue of the Collection of Japanese Prints, Rijksmuseum, Part III). Rijksmuseum, Amsterdam.

Һылтанмалар үҙгәртергә