Йырсы ҡурҙай
Йырсы ҡурҙай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Умыртҡалылар
Отряд: Ҡоштар
Ғаилә: Cettiidae
Ырыу: Cettia
Латинса исеме
C. cetti

Йырсы ҡурҙай (урыҫ. соловьиная широкохвостка) — турғайҙар отрядендәге ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 181431

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ҡуйы үлән йәки ҡыуаҡ араһында ергә яҡын йөрөй, йырлағанда, үләндең осона күтәрелә. Ҡойроғо киң, түңәрәкләнеп тора. һырты ҡыҙғылт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ, ҡабырғалары һор¬ғолт көрән, ҡаштары аҡ. Башҡа ҡурҙайҙарҙан тауышы һәм киң ҡойроғо менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы көслө генә: «тевет-тевет-тевет» йәки ««тис-ис-си».. һайрауы яңғырауыҡлы: «сит-сивит-сивәй-сивәй-сивәйт».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

 
Cettia cetti

һыу буйындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа үлән араһында йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ерҙә йәки ҡыуаҡ араһында оялай. З—5 бөртөк ҡыҙыл йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

enn:Cetti's Warbler