Йога — һинд мәҙәниәтендәге төшөнсә, киң мәғәнәлә төрлө рухи, психик һәм физик тәжрибәне берләштерә, индивидуумдың рухи һәм психик яҡтан тота белеү ысулдарын өйрәнеү маҡсатында индуизм һәм буддизмдың төрлө йүнәлештәрендә ҡулланылған организмдың психик һәм физиологик функциялары менән идара итеү [1]. Тар мәғәнәлә, йога — индуизм философияһының алты ортодоксаль мәктәптәренең (даршан) береһе[2][3].


Индуизм

Aum

Тарихы · Пантеон

Шактизм  · Шиваизм  ·
Смартизм  · Вайшнавизм

Дхарма · Артха · Кама
Мокша · Карма · Сансара
Йога · Бхакти · Майя
Пуджа · Мандир · Киртан

Веды · Упанишады
Рамаяна · Маһабһаратам
Бхагавад-гита · Пураны
башҡалары

Туғандаш темалар

Индуизм илдәр буйынса · Календарь · Индус байрамдары · Креационизм · Монотеизм · Атеизм · Индуизмды ҡабул итеү · Аюрведа · Джьотиша

Hindu swastika

Портал «Индуизм»

Йоганың тәүге маҡсаты — донъяла кешенең онтологик статусын үҙгәртеү.

Йоганың төп йүнәлештәре — раджа-йога, карма-йога, джнана-йога, бхакти-йога һәм хатха-йога.[4][5][6] Индуизм философияһына ярашлы, раджа-йога системаһында тасуир ителгән «Йога-сутрах» Патанджали йога төшөнсәһен бирә.[7] Веды, Упанишады, «Бхагавад-гита», «Хатха-йога-прадипика», «Шива-самхита» һәм Тантры кеүек индуизм тасуирламаларында йога тикшерелә. Йоганың аҙаҡҡы маҡсаты төрлө булыуы мөмкин: физик сәләмәтлекте нығытыу һәм мокши хәленә етеү.[1] Һиндостандан ситтә «йога» термины тик хатха-йогой һәмасана булыуын күҙаллай, был йоганың рухи яғын күрһәтмәй. Йоганы өйрәнеүсе һәм ҡулланыусы кешене "йог" йәки "йогин" тип әйтәләр.

Этимология үҙгәртергә

Йога һүҙе тамыры йодж йәки йудж булған санскриттан барлыҡҡа килгән, был һүҙҙең мәғәнәләре күп [8] : йүгән, йүгәнләү, берләштереү, бәйләү, гармония[9][10]

Беренсе мәртәбә «Риг-веде»ла, беренсе һинд әҙәбиәте ҡомартҡыһында телгә алына.[11][12]

 
Медитациялаусы Шива, Бангалорҙа ҙүр статуя

Тарихы үҙгәртергә

Йога тарихының тамырҙары боронғо замандан башлана. Һинд йылғаһы үҙәнендә табылған бер нисә мисәттә Индус цивилизацияһы (беҙҙең эраға тиклем 3300—1700 йылдар) осорона ҡараған медитация йәки йогик позаларҙағы фигураларҙы һүрәтләгән. Был археологик табыштар Хараппан цивилизацияһы халҡының йоганың боронғо формаларының береһен йәки уға бәйле йоганы ҡулланыу ихтималлығын күрһәтә.[13] Йога ведалар, брахмандар (б.э.т. X быуатҡа ҡараған) иртә комментарийҙарҙа телгә алынған вед диненең асетик ғәмәлдәренән (тапас) барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә.[14]:

तां योगमिति मन्यन्ते स्थिरमिन्द्रियधारणाम् ॥३.११॥

tāṃ yogamiti manyante sthiramindriyadhāraṇām ॥3.11॥

Брахминдарҙа, атап әйткәндә, Шатапата Брахманда Абсолют менән аҡыл, тән һәм йән берҙәмлеге идеялары бар. Упанишадтарҙа йога һәм медитация тураһында иң боронғо упанисадтарҙың береһендә осратырға мөмкин:[15]:

तां योगमिति मन्यन्ते स्थिरमिन्द्रियधारणाम् ॥३.११॥

tāṃ yogamiti manyante sthiramindriyadhāraṇām ॥3.11॥

Йога — тойғоларҙы тотороҡло контролдә тотоу

Йога концепцияһының үҫешен сағылдырған төп сығанаҡ булып «урта» упанисадтар (беҙҙең эраға тиклем VI быуатҡа ҡарай), Махабхарата һәм Бхагавад Гитаһы, шулай уҡ Патанджали йога сутралары (б.э.т. II быуат) тора. Йога Сутраста йога тәүге тапҡыр индуизм фәлсәфәһе мәктәптәренең береһе («даршан») тип тасуирланған. Был иртә йога мәктәбе ретроспектив рәүештә Раджа Йога ретронимы аҫтында билдәлелек ала.

Һинд цивилизацияһы үҙгәртергә

Һинд йылғаһы үҙәнендә ҡаҙыныу эштәре барышында табылған һәм беҙҙең эраға тиклем 3300 йылдан алып 1700 йылға тиклемге осорға ҡараған бер нисә мисәттә кешеләрҙең медитация һәм йога позаһында шөғөлләнгән һүрәттәре табылған. Харапп мәҙәниәте артефакттарынан археолог Грегори Поссель йога позаларында 16 үҙенсәлекле һын билдәләй. Ғалим әйтеүенсә, Хараппан цивилизацияһында йәшәүселәр йога һәм медитация менән шөғөлләнгән. Шул уҡ ваҡытта йога позаларында кешеләр генә түгел, илаһтар һүрәттәре лә табылған.[16]

Хараппан йогик һүрәттәренең иң билдәлеһе — «Пашупати мисәте»[17], уны британ археологы Джон Маршалл тапҡан, ул шиваның боронғо формаларының береһе[18] Шива йәки Рудра фигураһы[19][20] һүрәтләнгән тип иҫәпләй. Әммә ҡайһы бер ғалимдар Пашупати (Хайуандар Раббыһы)[18] Шива йәки Рудра фигураһын кәүҙәләндерә тигән фекерҙе шик аҫтына ҡуя.[21].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Авадхута
  • Медитация
  • Мантра
  • Фитнес-Йога
  • Дживамукти-йога
  • Йога-Васиштха
  • Гимнософисты
  • Йогатерапия

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Jacobsen, p. 10.
  2. «Yoga has five principal meanings: 1) yoga as a disciplined method for attaining a goal; 2) yoga as techniques of controlling the body and the mind; 3) yoga as a name of one of the schools or systems of philosophy (darśana IAST ); 4) yoga in connection with other words, such as hatha-, mantra-, and laya- , referring to traditions specialising in particular techniques of yoga; 5) yoga as the goal of yoga practice». Jacobsen, p. 4.
  3. Monier-Williams includes «it is the second of the two Sāṃkhya systems», and «mental abstraction practised as a system (as taught by Patañjali and called the Yoga philosophy)» in his definitions of «yoga».
  4. Pandit Usharbudh Arya (1985). The philosophy of hatha yoga. Himalayan Institute Press; 2nd ed.
  5. Sri Swami Rama (2008) The royal path: Practical lessons on yoga. Himalayan Institute Press; New Ed edition.
  6. Swami Prabhavananda (Translator), Christopher Isherwood (Translator), Patanjali (Author). (1996). Vedanta Press; How to know god: The yoga aphorisms of Patanjali. New Ed edition.
  7. Jacobsen, p. 4.
  8. Список 38 значений слова «йога» см: Apte, стр. 788.
  9. Происхождение слова йога от санскритского корня йудж, означающего «управлять» или «объединять», содержится в: Flood (1996), стр. 94.
  10. Это слово похоже на латинское yugum, английское yoke, русское и украинское «иго» (ярмо).
  11. P. 51 The Complete Idiot’s Guide to Yoga By Joan Budilovsky, Eve Adamson
  12. В ранних частях «Риг-веды» употребляется в связи с колесницами царя богов Индры или Сурьи (Солнца), влекомых быстрыми буйными конями, обузданными и запряжёнными в упряжку". По мере формирования индийской культуры слово «йога» приобретало новые значения. «Образ упряжки становится символом некого обуздания, соединения и управления». Более поздние толкования его переводов сходятся в понимании йоги как особого метода, используемого для управления сознанием, системы психопрактик, ведущих к единению человека с Природой и Вселенной, с высшим Разумом или Абсолютом, к расширению сознания.
  13. Flood, 1996, p. 94
  14. Mallinson, James,. Roots of yoga. — London. — С. 104. — 1 online resource с. — ISBN 9780141978246, 0141978244.
  15. Mallinson, James,. Roots of yoga. — London. — С. 104. — 1 online resource с. — ISBN 9780141978246, 0141978244.
  16. Possehl, 2003, p. 144—145
  17. Marshall, Sir John. Mohenjo Daro and the Indus Civilization. — London, 1931. — ISBN 8120611799.
  18. Перевод paśupati IAST как «Господь животных» см: Michaels, 2004, p. 312.
  19. Keay, 2000, p. 14
  20. Possehl, 2003, с. 143
  21. К ним принадлежит британский индолог Гэвин Флад, называющий подобные предположения «спекулятивными». Flood, 1996, p. 28—29. К известным сторонникам идеи Пашупати как йогической фигуры принадлежит археолог Джонатан Марк Кенойер, в настоящее время занимающий должность зам. директора Хараппского археологического исследовательского проекта в Пакистане. Кенойер описывает фигуру как «сидение в йогической позе» с «пятками… прижатыми вместе под пахом» — Kenoyer J. M. Around the Indus in 90 Slides Идея также нашла поддержку со стороны известного немецкого индолога и историка южно-азиатского искусства Генриха Циммера, который описывает фигуру как «сидеть подобно йогу» Zimmer, 1951

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Вивекананда С. Философия йоги. Изд-во «Амрита», 1992. 512 с. ISBN 5-86667-004-6
  • Элиаде М. Йога. Бессмертие и свобода. СПб.: Лань, 1999. ISBN 5-8114-0184-1
  • Дюмулен Г. Глава 2. Элементы йоги в буддизме // История дзэн-буддизма. Индия и Китай. — СПб.: ОРИС, 1994. — 336 с. — ISBN 5-88436-026-6.
  • Apte Vaman Shivram. The Practical Sanskrit Dictionary. — Delhi: Motilal Banarsidass Publishers, 1965. — ISBN 81-208-0567-4. (fourth revised & enlarged edition).
  • Patañjali. Yoga Sutras of Patañjali. — Studio 34 Yoga Healing Arts, 2001. 2011 йыл 20 август архивланған.

Ҡалып:Йога