Ерҙең уникаль булыуы гипотезаһы

Ерҙең уникаль булыуы гипотезаһыФерми парадоксыһына яуап итеп бирелгән гипотеза һәм ни өсөн Ер һымаҡ планетаны табыу мөмкинселеге әҙ тип әйтелә. Юғары үҫешкән тормош барлыҡҡа килеү өсөн Ергә оҡшаған планета булыуы шарт булып тора, ошо шарт Ерҙән башҡа цивилизацияларҙың булмауын аңлата. Ерҙең уникальлеге гипотезаһын беренсе мәртәбә палеонтолог Питер Уорд (ингл. Peter Ward) һәм астроном Дональд Браунли (ингл. Donald Brownlee) «Уникаль Ер: Ни өсөн юғары үҫешкән тормош Йыһанда киң таралмаған» (рус. Уникальная Земля: Почему высокоразвитая жизнь не является распространённым явлением во Вселенной, ингл. Rare Earth: Why Complex Life Is Uncommon in the Universe)[1] китабында яҙып сыға. Уорд һәм Броунли Дрейк тигеҙләмәһенең ҡушымтаһын ҡулланып Йыһанда ҡылыҡһырламаһы Ер һымаҡ булған планета булыуы ғәҙәттән тыш һирәк осраҡ тип иҫбат итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ward, Peter; Brownlee, Donald. Rare Earth: Why Complex Life is Uncommon in the Universe. — Copernicus Books, January 2000. — ISBN 0-387-98701-0.