Домини́ка (ингл. Dominica [dəˈmɪnɨkə], [ˌdɒmɪˈniːkə]), Домини́ка хеҙмәттәшлеге (ингл. Commonwealth of Dominica) — Кариб диңгеҙендә Кесе Антил утрауҙары төркөмөндәге шул уҡ исемдәге утрауҙарҙа урынлашҡан дәүләт. Доминиканан төньяҡ көнбайышта Гваделупа, көньяҡ-көнсығышнда Мартиника урынлашҡан.

Доминика Берләшмәһе
Commonwealth of Dominica
Доминика гербы
Флаг
Девиз: «Après le Bondie, C'est la Ter (патуа, Алланы һәм Ерҙе яратабыҙ!)»
Гимн: «Isle of Beauty, Isle of Splendour (Остров красоты, остров великолепия)»
Үҙаллылыҡ датаһы 3 ноябрь 1978Бөйөк Британиянан)
Рәсми тел Инглиз
Баш ҡала Розо
Идара итеү төрө Парламент республикаһы
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
172
754 км²
1,6
Халыҡ
• Һаны (2008)
• Халыҡ тығыҙлығы

72 512 чел. (184)
93 чел./км²
Валюта Көнбайын карибй доллары (XCD, код 951)
Интернет-домен .dm
Код ISO DM
МОК коды DMA
Телефон коды +1-767
Сәғәт бүлкәте -4

Ил биләмәһенең майҙаны — 754 км², 72 500 кеше йәшәй (2008 йылғы иҫәп алыу)[2]. Баш ҡалаһы — Розо (ингл. Roseau)[3].

Географияһы үҙгәртергә

 
Доминика картаһы

Доминика — вулкан сығышлы утрау. Ул таулы, бер нисә янартауы бар. Уның иң бейек нөктәһе — Дьяблотен (1447 м), ул утрауҙың иң бейек нөктәһе булып тора. Әле Доминикала әүҙем янартауҙар юҡ, әммә янартау эшмәкәрлеге гейзерҙар, ҡайнар сығанаҡтар һәм ҡайнап торған һыулы бәләкәй күлдәр рәүешендә сағыла. Яр буйында — ҡара һәм һары ҡомло пляждар.

Доминиканы «Кариб диңгеҙенең тәбиғәт утрауы» тип тә йөрөтәләр. Ул — Кесе Антил утрауҙары араһында вулкан әүҙемлеге арҡаһында барлыҡҡа килгән иң йәш утрау. Уның билдәһе — ҡайнап торған һыулы, ҙурлығы буйынса донъялағы икенсе күл булыуы. Утрауҙа күп йәнлектәр, шул иҫәптән эндемиктар төрҙәр өсөн йорт булып иҫәпләнгән тропик урмандар күп. Көнбайыш райондарҙың ҡайһы берҙәрендә сағыштырмаса ҡоро булһа, ил эсендә йыш ҡына оҙайлы ҡойма ямғырҙар яуа. Сиссеру тутыйғошо (Император амазоны булараҡ та билдәле) — утрауҙың милли ҡошо, илдең флагында һәм гербында һүрәтләнгән[4].

Доминика иҡтисады башлыса туризм һәм ауыл хужалығына бәйле.

1896 йылда Бөйөк Британия утрау өҫтөнән дәүләт контроле системаһын үҙгәртә, был Британия колонияһының хоҡуҡи статусын камиллаштыра. 1958 йылдан 1962 йылға тиклем Доминика Вест-Һиндостан федерацияһының бер өлөшө була. 1978 йылда Доминика берләшмәһе бөтөнләй бойондороҡһоҙ дәүләткә әүерелә.

 
Roseau — Charlotteville, Доминика

Тарихы үҙгәртергә

Христофор Колумб утрауҙы асҡан аҙна көнө исеме менән атай. Ул 1493 йылдың 3 ноябрендә йәкшәмбелә (лат. : Dominicus) аса. Был ваҡиғанан һуң артабанғы йөҙ йыл дауамында Доминика башҡа донъянан ситтә ҡала, сөнки испандар бында алтын тапмай һәм урындағы карибтарҙың ҡаты ҡаршылығына осрай.

 
Агостино Бруниас. Доминикалағы етен баҙары. Яҡынса 1780 йыл.

1635 йылда Франция рәсми рәүештә Доминиканы үҙенең биләмәһе тип иғлан итә.

Утрауҙа йәшәй башлаусы беренсе европалылар — француз миссионерҙары.

1660 йылда француздар менән британдар үҙ-ара килешеү төҙөй, уның буйынса Доминика менән Сент-Винсент ул саҡтағы кариб индеецтарына ҡалдырылырға тейеш була.

Кариб индеецтарының ныҡышмалы ҡаршылығы арҡаһында утрау алдағы быуатта рәсми рәүештә бер кемдең дә ере булмай, әммә уның ресурстарының йәлеп итеүе, әлбиттә, һаҡлана.

XVIII быуаттың беренсе яртыһында инглиздәр һәм француздар ағас әҙерләй, ләкин ул ваҡытта европалылар утрауҙа нығына алмай.

Доминиканың географик яҡтан француз колониялары Мартиника һәм Гваделупа араһында урынлашыуы арҡаһында Францияның Доминикаға йоғонтоһо ҙур була. Утрауҙа француз хакимиәте ойошторола, ә уны үҙләштереү арта бара.

Ете йыллыҡ һуғыш тамамланғас, 1763 йылда төҙөлгән Париж солохо буйынса Доминика Британия милкенә әйләнә. Инглиздар аҡ тәнле халыҡтан ғына торған закондар сығарыу органын булдыра.

1987 йылда Доминика менән Франция араһында диңгеҙ сиген бүлешеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла.

2015 йылдың август аҙағында Доминикаға емергес Эрика дауылы ябырыла. Премьер-министр Рузвельт Скеррит, дауылдың емергес йоғонтоһо һөҙөмтәһендә илдең үҫеше 20 йылға кисектерелде, тигән фекер белдерә[5].

Сәйәси ҡоролошо үҙгәртергә

Дәүләт төҙөлөшө үҙгәртергә

Республика, президент парламент тарафынан һайлана (ул 32 депутаттан тора, шуларҙың 21-е дөйөм һайлау хоҡуғы буйынса һайлана, 9-ы тәғәйенләнә, 2-һе — айырым вазифалар).

Төп сәйәси партиялар (парламентта, 2019 йылдың декабрендәге һайлау һөҙөмтәләре буйынса):

  • Доминика лейбористик партияһы (һул) — 18 депутат
  • Берләшкән эшсе партия (центристик) — 3 депутат

Шулай уҡ парламентта күрһәтелмәгән Доминик азатлыҡ партияһы (уң), Доминика Халыҡ партияһы (уң-центристик), Доминиканың прогрессив партияһы һәм башҡалар бар. Доминиканы (ультра-һул) азат итеү хәрәкәте эшләй.

2008 йылдың ғинуарында Доминика ALBA ойошмаһына (Alternativa Bolivariana paras las Americas) инә, быға тиклем уға Венесуэла, Куба, Боливия, Гондурас һәм Никарагуа ҡушылып, американдарға ҡаршы ҡаты сәйәсәт алып бара.

Административ бүленеше үҙгәртергә

 
Доминика приходтары

Административ яҡтан Доминика 10 приходтан тора:

  1. Сент-Эндрю
  2. Сент-Дэвид
  3. Сент-Джордж
  4. Сент-Джон
  5. Сент-Джозеф
  6. Сент-Люк
  7. Сент-Марк
  8. Сент-Патрик
  9. Сент-Пол
  10. Сент-Питер

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ һаны 74 243 кеше тәшкил итә (2020 йылдың июленә)[2]. 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 71 293 кеше йәшәгән, шуларҙың 36 411 -е — ир-ат, 34 882 ҡатын-ҡыҙ[6].

Йыллыҡ үҫеш темпы — 0,13 % (илдән эмиграция кимәле юғары)[2].

Уртаса ғүмер оҙонлоғо: ирҙәр өсөн — 75 йыл, ҡатын-ҡыҙҙарға — 81 йәш[2].

Ҡала халҡы — 71,1 %[2].

Өлкәндәрҙең грамоталылығы — 94 % (2003 йыл).

Этно-раса составы: негрҙар — 86,8 %, мулаттар — 8,9 %, индеец-карибтар — 2,9 %, аҡ тәнлеләр — 0,8 %, башҡалар — 0,7 % (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Диндәре: католиктар — 61,4 %, етенсе көн адвентистары — 6 %, пятидесятниктар — 5,6 %, баптистар — 4,1 %, методистар — 3,7 %, Алла сиркәүе — 1,2 %, Йәһүә шаһиттары — 1,2 % (2011 йылға ҡарата 2,10 %), башҡа христиандар — 7,7 %, растфариандар — 1,3 %, башҡалар — 1,6 %.

Дәүләт теле — инглиз теле, шулай уҡ француз теле нигеҙендәге урындағы креоль диалекты — патуа — киң таралған. Утрауҙа инглиз, француз топонимдары ла күп.

Иҡтисады үҙгәртергә

2008 йылда Доминика Көнсығыш Кариб диңгеҙе дәүләттәре араһында йән башына иң түбән эске тулайым продуктҡа (ЭТП) эйә була. Илдә 2003 һәм 2004 йылдарҙа финанс көрсөгө күҙәтелә, әммә Доминиканың иҡтисады 2005 йылда 3,5 процентҡа, 2006 йылда 4,0 процентҡа үҫә, был, һис шикһеҙ, ун йыллыҡ торғонлоҡтан һәм бөлгөнлөктән һуң алға китеш була. 2006 йылдағы үҫеш туризм килемдәренә, утрау интерьерында төҙөлөшкә һәм башҡа хеҙмәттәргә, шулай уҡ банан сәнәғәтенең уңышына бәйле була. Халыҡ-ара валюта фонды (ХВФ) Доминика хөкүмәтен макроиҡтисади реформалар үткәреүҙәге уңыштары өсөн юғары баһалай.

Доминика иҡтисадында банан үҫтереү һәм ауыл хужалығының башҡа тармаҡтары өҫтөнлөк итә, эшсе көстәрҙең өстән бер өлөшө тиерлек ауыл хужалығында тупланған. Әммә был сектор һауа шарттарына һәм тауар хаҡтарына йоғонто яһаусы тышҡы факторҙарға ныҡ бәйле. 2007 йылда Декан дауылы ауыл хужалығы өлкәһенә ҙур зыян килтерә, шулай уҡ илдең инфраструктураһына, бигерәк тә юлдарға йоғонто яһай. Евросоюз (ЕС) ҡулланыусыларының бананға ихтыяжы кәмеүгә яуап итеп, хөкүмәт ауыл хужалығы тармағының башҡа тармаҡтарын да комплекслы үҫтерә башлай, кофе, алоэ, сәскә, шулай уҡ манго, гуава һәм папайя кеүек экзотик емештәр үҫтереүгә булышлыҡ итә. Доминика шулай уҡ етештереү экспортын, тәү сиратта һабындарҙы, уңышлы арттыра.

Ауыл хужалығына иҡтисадтың 15 проценттан кәмерәк проценты тура килә, башлыса емеш-еләк (2014 йылда — 6580 тонна, шуларҙың 387 тоннаһы — банан һәм 127 тоннаһы — плантандар), персик, нектарин, манго, цитрус, тапиока, картуф, помидор, ҡыяр, борос, инжир, груша, алма һәм башҡа йәшелсә, емеш-еләк, шулай уҡ емеш-еләк экспортҡа оҙатыла[7].

Доминика — вулкан утрауы, шуға күрә уның пляждары күп түгел; ошо арҡала туризм күрше утрауҙарға ҡарағанда яйыраҡ үҫешә. Әммә Доминика тауҙары, тропик урмандар, сөсө һыулы күлдәр, шарлауыҡтар һәм башҡалар уны экотуризм өсөн отошло итә. Баш ҡалаһы Розо портында заманса инфраструктура киңәйтелгәндән һуң. ҙур круиз лайнерҙары инеү йышая. Кариб диңгеҙендәге 22 утрау араһынан Доминикаға 2008 йылда иң әҙ туристар килә (төбәктең дөйөм һанының 55 800 йәки 0,3 проценты). Был Гаитиға килеүселәр һанының яртыһына яҡыны.

2014 йыл иҫәпләүҙәре буйынса Доминика эске тулайым продуктының 70 проценттан ашыуы хеҙмәтләндереү өлкәһенән, тәү сиратта туризмдан килә[2]. 2014 йылда утрауға бортында 287 000 турист булған 199 круиз судноһы, аэропорттарға 72 000 ашыу кеше килә[7].

Доминиканың валютаһы — Көнсығыш Кариб доллары (XCD). 1 АҠШ доллары = 2,7 XCD[8].

Доминика — Кариб бассейны илдәре өсөн АҠШ-тың бенефициарийы булып тора, ул АҠШ-ҡа пошлинаһыҙ бик күп тауар индерә. Доминика шулай уҡ Кариб диңгеҙе берләшмәһе (CARICOM), Кариб диңгеҙенең дөйөм баҙары, Көнсығыш Кариб диңгеҙе дәүләттәре ойошмаһы (OECS) ағзаһы булып тора.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/northamerica
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 The World Factbook (ингл.). Central Intelligence Agency. Дата обращения: 28 август 2020. Архивировано 30 ғинуар 2016 года.
  3. Country Profile (ингл.). Government of the Commonwealth of Dominica (2015). Дата обращения: 30 август 2015. Архивировано 18 август 2015 года.
  4. Попугай Сиссеру – национальная гордость Доминики. Dominica Weekly (22 июнь 2010). Дата обращения: 30 август 2015. Архивировано 19 сентябрь 2015 года.
  5. Количество жертв урагана «Эрика» на Доминике увеличилось до 20 человек. Дата обращения: 29 август 2015. Архивировано 31 август 2015 года.
  6. 2011 census report (ингл.). Government of the Commonwealth of Dominica. Дата обращения: 31 август 2015. Архивировано 8 июнь 2019 года.
  7. 7,0 7,1 Economic and social review (ингл.). Ministry of Finance. Дата обращения: 30 август 2015. Архивировано 1 сентябрь 2015 года.
  8. FX Exchange Rate. Дата обращения: 31 август 2015. Архивировано 19 март 2015 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә